Быйылға республикала “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу 90 процентҡа тамамланған. 183 ихата файҙаланыуға тапшырылған, 111-ендә комиссия асыҡлаған етешһеҙлектәр юҡҡа сығарыла. 54 ихатала эштәр 95 процентҡа башҡарылған. Артта ҡалыусы төбәктәр – Өфө, Бөрө, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары.
Бөгөн был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыуҙың икенсе йылы уңышлыраҡ бара. Былтыр күп объекттарҙа эштәр декабрҙә саҡ тамамланғайны. Шул уҡ ваҡытта, быйыл сикләү саралары арҡаһында эштәр бер айға һуңыраҡ башланғайны.
Быйыл программаны финанслау өсөн 1,77 миллиард һум аҡса тотонолдо. 519 күп фатирлы йорт ҡараған 380 ихата төҙөкләндерелде. Был эштәр һөҙөмтәһендә 186 балалар майҙансығы, 116 спорт майҙансығы, 14226 машина ҡуйыу урыны, 2021 яҡтыртҡыс, 2009 эскәмйә, 1888 урна барлыҡҡа килде. Ихталарҙа дөйөм алғанда 457 мең квадрат метр асфальт, 72 мең квадрат метр хәүефһеҙ япма түшәлде.
Өфө ҡалаһы буйынса, 9 ноябргә ҡарата 10 ихата буйынса эш тамамланған һәм түләнгән, 18 ихатала етешһеҙлектәрҙе бөтөрәләр. 46 ихатала эштәр тамамланыу өҫтөндә. Планға ярашлы, объекттар 15 ноябрҙә тапшырылып бөтөргә тейеш.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы муниципалитеттар тип Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары, Бәләбәй, Саҡмағош, Баҡалы, Краснокама райондары танылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире өлгөләр ҙә бар. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһында Комаров урамы, 15, 17 һәм 17\1 йорттары ихатаһы ҡабул ителмәне. Бында балалар майҙансығы япмаһы сифатһыҙ башҡарылған. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы ихатала балалар майҙансығында подрядсы сертификация үтмәгән уйын ҡорамалдары ҡуйған. Борис Беляев белдереүенсә, тик етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылғас ҡына эштәр өсөн түләнәсәк.
Быйылғы төҙөкләндереү миҙгелендә конкурстар барышында республикала етештерелгән төҙөлөш материалдары һәм бәләкәй архитектура формаларына өҫтөнлөк бирелгән. Уларҙың хаҡтары башҡаларҙыҡынан түбәнерәк булыуы менән айырыла. Мәҫәлән, республикала етештерелгән бәүелсәктәр 11,2 меңдән 13,8 мең һумға тиклем торһа, башҡа төбәктәр уны 15,8 – 25,4 мең һумға тиклем һата. Ҡалҡанбаштар беҙҙә 14,4 – 15,3 мең һум торһа, ситтә 19,3 – 28,7 мең һумға тиклем барып етә.
15 ноябрҙән алып республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы онлайн тәртибендә 2021 йыл проекттарын яҡлауҙы башлаясаҡ.
– Тышта 9 ноябрь, бына-бына ҡар яуа башлаясаҡ, ә эштәр тамамланмаған, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ кешеләрҙән ыңғай хис-тойғолар алырбыҙ тип көткәйнек, һөҙөмтәлә бер нисә проблемалы нөктә алдыҡ. Мәҫәлән, Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамы. Дөйөм алғанда, халыҡ беҙҙең был эшмәкәрлекте бик ыңғай баһалай. Беренсе йыл ауыр эшләнек, быйыл һөҙөмтәләр яҡшыраҡ. 2021 йылда иһә идеаль эш көтәм, айырыуса сроктарҙы үтәү йәһәтенән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында киләһе йылда программа бер ни тиклем ҡыҫҡартыласаҡ, ҡайһы бер ихаталар 2022 йылға күсәсәк.