Бөгөнгө көҙгөсә моңһоуыраҡ, бөләңгерт, бер аҙ күңел тыныслығы китеберәк торған көнөбөҙгә матур яңылыҡ йәм өҫтәне: коллегабыҙ – "Башҡортостан" гәзите редакцияһының социаль бүлеге мөдире Гүзәлиә Балтабаева юғары наградаға – "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды!
Гүзәлиә Салауат ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеген тамамлағандан алып бына инде ике тиҫтә йылдан ашыу армай-талмай башҡорт журналистикаһына, республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы булған “Башҡортостан” гәзитенә намыҫлы хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә ул үҙен ҡыйыу, тос фекерле, өлгөр, егәрле, ниндәй темаға тотонһа – шул ҡулынан килгән журналист итеп танытты.
Коллегабыҙҙы маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ҡәләмең һәр ваҡыт осло булһын, илһам ҡанаттарың талмаһын!