Республикала алданған өлөшсөләр проблемаһы әле һаман көн үҙәгенән төшмәй. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йәнә ошо турала һөйләшеү булды.
9 ноябргә ҡарата Башҡортостанда 125 проблемалы йорт ҡала. Уларҙа бөтәһе 7578 төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе теркәлгән. Был турала республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев һөйләне.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, 89 проблемалы йортҡа ҡарата министрлыҡ Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд менән берлектә уртаҡ эш ойошторған. Фондтың Күҙәтеү советы финанслаштырыу буйынса 59 объекттың ғаризаһын ҡараған да. Был 2945 кешенең хоҡуғын тергеҙергә ярҙам итәсәк. Объекттар өсөн федераль фонд 6,7 миллиард һум аҡса бүләсәк.
Мәҫәлән, 30 октябрҙә Күҙәтеү советы Өфө районындағы “Миловка паркы” (22 йорт), “Өфө Ҡырымы” (ике йорт) һәм “БашИнвестДом” менән “Квартал” Өфө компанияларының берешәр йорто буйынса ыңғай ҡарар ҡабул итте. Йыл аҙағына тиклем Күҙәтеү советы тағы туғыҙ йортто финанслау буйынса ғаризаларҙы ҡараясаҡ.
Федераль фонд менән артабан эшләү өсөн республика яғынан финанслауҙы 300 миллион һумға арттырыу кәрәк. Башҡортостан Башлығы Премьер-министр Андрей Назаровҡа кәрәкле сумманы бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
– 2024 йылға тиклем беҙ алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итергә тейешбеҙ. Был эште туҡтатманыҡ, тик республиканың аҡсаһы ғына етмәй ине. Федераль фонд ярҙамында ҙур ресурстар барлыҡҡа килде, уны мотлаҡ файҙаланырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең берҙәм эшмәкәрлек арҡаһында меңәрләгән кеше, ниһайәт, фатирҙарын аласаҡ. Был - республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының ҙур уңышы.
Әйткәндәй, 12 ноябрҙә 19.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында министрлыҡ белгестәре ошо мәсьәләләргә арналған брифинг үткәрәсәк.