Йәмғиәт
9 Ноябрь 2020, 20:30

"Башҡорт ихаталары" нисек тормошҡа ашырыла?

"2021 йылда идеаль эш көтәм, айырыуса бурысты тейешле ваҡытта үтәү йәһәтенән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы..."

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы икенсе йыл тормошҡа ашырыла. Бөгөн Хөкүмәттә уның быйыл нисек эшләүе тураһында һөйләштеләр.
Яҡынса һөҙөмтәләргә ярашлы, әле башҡараһы бурыстың 90 проценты үтәлгән. Быйыл программаны финанслау өсөн 1,77 миллиард һум аҡса тотонолған. 519 күп фатирлы йорт ҡараған 380 ихата төҙөкләндерелгән. 183 ихата файҙаланыуға тапшырылған, 111-ендә комиссия асыҡлаған етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылыу өҫтөндә. 54 ихатала эштәрҙең 95 проценты башҡарылған.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы муниципалитеттар тип Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары, Бәләбәй, Саҡмағош, Баҡалы, Краснокама райондары танылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыуҙың икенсе йылы уңышлыраҡ бара. Былтыр күп объекттарҙа үтәләһе бурыстар декабрҙә саҡ тамамланғайны. Шул уҡ ваҡытта быйыл, сикләү саралары сәбәпле, эштәр бер айға һуңыраҡ башланғайны.
Уңышлы башҡарылғандары бик күп. Мәҫәлән, Баҡалы ауылының Ворошилов урамындағы ихата. Проект күп фатирлы һигеҙ йортто берләштергән. Элек бында, тирә-яҡты йәмһеҙләп, иҫке хужалыҡ төҙөлөштәре, келәттәр, һарайҙар торған. Хәҙер уларҙы емереп ташлағандар, бөтә сүп-сарҙы сығарғандар. Әле шул урында - өр-яңы балалар майҙансығы. Ә спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн айырым майҙансыҡ бар. Матур, уңайлы ихата тураһында бында йәшәгән кешеләр оҙаҡ йылдар хыялланған.
Хәҙер был урын күҙгә күренеп яңырған. Тротуар эшләнгән, асфальт түшәлгән. Машина ҡуйыу өсөн урындар барлыҡҡа килгән, яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системаһы монтажланған. Яңы контейнер майҙансығы булдырылған. Ә балалар майҙансығына хәүефһеҙ япма түшәлгән. Барлыҡ эштәр өсөн 22 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың тағы бер матур өлгөһө - Саҡмағош ауылында. Тыныслыҡ урамында йәшәгән балалар бер йыл элек кенә соҡорҙар һәм күләүектәр аша һикереп йөрөһә, бөгөн уларҙың ихатаһы - тирә-яҡта иң матуры. Ул күп фатирлы 14 йортто берләштергән. Хәҙер бында яңы балалар майҙансығы бар. Тротуар киңәйтелгән, биләмәгә асфальт түшәлгән. Видеокүҙәтеү, яҡтылыҡ системалары ҡуйылған, машиналарҙы ҡуйыу урындары арттырылған, биләмә йәшелләндерелгән. Яңы контейнер майҙансығы эшләнгән. Үҙ теләктәрен иҫәпкә алып, барыһын да еренә еткереп эшләгәс, халыҡ бик ҡәнәғәт.
Шулай ҙа подрядсыларҙың ҡайһы берҙәре программа буйынса эштәрҙе намыҫлы атҡармаған. Өҫтә телгә алынғанса, 111 объектта ҡабул итеү комиссияһы күрһәткән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү менән шөғөлләнәләр. Артта ҡалған төбәктәр – Өфө, Бөрө, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары.
– Беренсе йыл ауыр булды, быйыл һөҙөмтәләр яҡшыраҡ. 2021 йылда иһә идеаль эш көтәм, айырыуса тейешле ваҡытта үтәү йәһәтенән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия сәбәпле киләһе йылда программа бер ни тиклем ҡыҫҡартыласаҡ, ҡайһы бер ихаталарҙы төҙөкләндереү 2022 йылға күсәсәк, – тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.
Фото: bash.news
Читайте нас