Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районына барҙы. Ул төбәктең социаль-инфраструктура объекттарында булды, ихаталар төҙөкләндереү барышы менән танышты, шулай уҡ урындағы ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре менән бергә иҡтисадтың үҫеш мөмкинлектәрен барланы.
Радий Хәбиров Темәс ауылында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө менән танышты. Был бассейнлы объектҡа темәстәр генә түгел, күрше ауыл кешеләре лә килеп шөғөлләнә аласаҡ. Комплекстың хаҡы 260 миллион һум тәшкил итәсәк.
Генераль подрядсы ойошма “Али-мастер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Салауат Шахмөхәмәтов белдереүенсә, бер ай эсендә ер участкаһын бүлеү һәм уның статусын нығытыу мәсьәләһен хәл итеүгә өлгәшкәндәр. Майҙансыҡта әҙерлек эштәре 6 ноябрҙә башланған. Әле төҙөүселәр буласаҡ нигеҙ өсөн урын әҙерләй.
Радий Хәбиров Темәс ауылы халҡы менән аралашты. Башҡортостан Башлығы ауыл клубына яңы музыкаль ҡорамалдар алышыуҙа ярҙам итергә ҡушты. Бынан тыш, темәстәр яҡташтары Бибисара Азаматова тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү тураһында һораны. Радий Хәбиров ауыл урамдарының береһенә уның исемен бирергә тәҡдим итте.
– Миңә Темәс оҡшай. Бында, ысынлап та, үҙенең тыуған ерен яратҡан кешеләр йәшәгәне күренеп тора. Ауыл урамдары тағы ла матурыраҡ булһын өсөн йәшелләндереү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Темәстә төбәк етәксеһе шәхси эшҡыуар Ишдәүләт Ғибәҙәтов ойошторған биҙәлеш таштары етештереүен ҡарап сыҡты.
Баймаҡ районында легаль булмаған ҡаҙылма байлыҡ табыу мәсьәләһе бик киҫкен тора ине. Радий Хәбиров булышлығында уны хәл итеү мөмкин булды. Хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, республика Хөкүмәте һәм урындағы хакимиәттең берҙәм эшмәкәрлеге арҡаһында законһыҙ карьерҙар ябылды.
– Хәҙер законға ярашлы эшләгән намыҫлы эшҡыуарҙарға ярҙам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы тәү сиратта үҙебеҙ файҙаланырға тейешбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Ишдәүләт Ғибәҙәтов белдереүенсә, еңел булмаған эпидемиологик хәл арҡаһында уның тауарына ихтыяж кәмегән. Башҡортостан Башлығы республикала төҙөкләндереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙары тураһында әйтеп, материалдар һайлағанда төҙөүселәрҙең урында етештерелгәндәренә өҫтөнлөк биреүен белдерҙе. Төбәк етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа Баймаҡта етештерелгән плитәләрҙе файҙаланыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.
Темәстән һуң Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенә барҙы. Ул былтыр октябрь айында ғына асылғайны. Өс ҡатлы яңы бинаны ун ай эсендә төҙөп бөткәйнеләр. Район өсөн үҙенсәлекле был объект бөтә заман талаптарына яуап бирә.
Баймаҡ районының мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин белдереүенсә, муниципалитет мәктәптәрендә берҙәм һанлы белем биреү системаһы индерелә: электрон дәрестәр теҙмәһе, класс журналы, уҡыусылар көндәлеге, мәктәпкә килеүҙе контролдә тотоу һәм башҡалар. Баймаҡ уҡыусылары һигеҙ мең самаһы электрон карта алған, улар менән уҡыу бинаһына инергә була һәм йәмәғәт транспортында түләп, ташлама алырға, мәктәп ашханаларында ҡулаҡсаһыҙ түләргә лә мөмкин.
Радий Хәбиров күнекмәләр залын ҡарап сыҡты. Ул “Спорт көрәше – мәктәптәргә” проекты сиктәрендә тулыһынса йыһазландырылған. Ике майҙансыҡта 70-тән ашыу үҫмер спорт көрәше һәм 120-нән ашыу кеше милли көрәш менән шөғөлләнә. Тренерҙар ярыштарға йөрөү өсөн көрәшселәргә автобус бүлеүҙе һораны. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Баймаҡ ҡалаһындағы “Труд” стадионын 2013 йылда уҡ төҙөй башлайҙар, тик һаман файҙаланыуға тапшырмағандар. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 80 миллион һум аҡса һалынған, тик уны вандалдар даими рәүештә килеп емереп тора.
– “Труд” стадионы – кешеләрҙең яуапһыҙлығы миҫалы. Ҡыйыҡтан һыу аға, трибуналар иһә серегән, эстәге стеналар күгәргән. Стадионды ремонтлаясаҡбыҙ, баймаҡтар сифатлы шарттарҙа спорт менән шөғөлләнергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Биләмәне төҙөкләндереү тураһында ла онотмағыҙ. Киләһе йәйҙә бөтәһе лә әҙер булырға тейеш.
Башҡортостанда “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте автопаркын яңыртыу эштәре дауам итә. Башҡортостан Башлығы Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы медицина учреждениеларына алты медицина машинаһы асҡысы тапшырҙы.
Көньяҡ Урал табиптары менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы район һәм ҡала дауаханаларын яңыртыу пландары тураһында һөйләште, коронавирусҡа бәйле ағымдағы хәлде тикшерҙеләр.
Радий Хәбиров яңы компьютер томографын, буласаҡ балалар поликлиникаһы майҙансығын ҡараны. Сменаһына 300 кешене ҡабул итәсәк яңы поликлиника киләһе йылдың беренсе кварталында федераль аҡсаға төҙөлә башлаясаҡ.
Радий Хәбиров дауахана ҡаласығын төҙөкләндерергә, корпустарҙың фасадын яңыртырға һәм уңайлы “Ашығыс ярҙам” машинаһы бүлергә ҡушты.
Баймаҡ ҡалаһында Радий Хәбиров Әлибаев урамында “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ике ихатаны ҡараны.
Был маҡсаттарҙа, дөйөм алғанда, 8,2 миллион һум аҡса тотонолған. Ихатала резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, сикләгестәр ҡуйылған, ял биләмәһе эшләнгән, машиналар ҡуйыу урыны булдырылған, яҡтылыҡ системаһы эшләнгән һәм контейнер майҙансығы яңыртылған.
Сәфәр һуңында төбәк етәксеһе район хакимиәте бинаһында Баймаҡта төҙөргә йыйынған социаль учреждениелар һәм объекттар проекттары менән танышты. Ошонда уҡ Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре һәм эшҡыуарҙар менән осрашты. Радий Хәбиров ер эшсәндәре һәм йүнселдәр менән иҡтисадҡа ярҙам күрһәтеү системаһын камиллаштырыу мәсьәләһен тикшерҙе.
Былтыр Баймаҡ районы республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан 116 миллион һумлыҡ төрлө субсидиялар алған. Быйылғы план – 140 миллион һумдан ашыу, уның 118 миллион һумы түләнгән дә.
– Агросәнәғәт комплексын финанслау буйынса хәл еңелдән түгел, күп хужалыҡтар республика вәғәҙә иткән ярҙамды көтә. Беҙ уны мотлаҡ күрһәтәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Көньяҡ Уралды комплекслы үҫтереү программаһына килгәндә, 2021 йылда уны тәү сиратта иҡтисадҡа йүнәлтергә кәрәк, сөнки социаль тармаҡта беҙ бюджет инвестицияларын мөмкин булғанса һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Киләһе йылда Баймаҡ районының мөһим объекттарын төҙөүгә бер миллиард һум самаһы аҡса бүлмәксебеҙ.
Хужалыҡ етәкселәре үҙ сығыштарында ауылдарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне. Был – фермерҙар һәм кооператив хәрәкәттәргә грант ярҙамы, тауарҙарын республика сауҙа селтәрҙәренә һәм Өфө менән Стәрлетамаҡ баҙарҙарына һатыуға булышлыҡ итеү.
Радий Хәбиров һөткә эске ихтыяжды арттырырға һәм бының өсөн районда “Һөт кухняһы” проекты сиктәрендә балалар туҡланыуы пунктын асырға тәҡдим итте.
Тағы бер көнүҙәк мәсьәлә – урман эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҙур булмаған предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итеү. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә бер аҙна эсендә урындағы эшҡыуарҙарға эш өсөн участкалар бүлеп биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юл төҙөлөшө, сымһыҙ элемтә һәм интернет бәйләнешен киңәйтеү, төрлө предприятиелар һәм бәләкәй бизнестың заманса финанс мөмкинлектәр менән хеҙмәттәшлек системаһын булдырыу мәсьәләләрен ҡараны.
– Республиканың күп ҡалаларында коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша. Һәм төп иғтибарҙы беҙ инфекция менән көрәшкә бүләбеҙ. Шуға күрә 2021 йылда ауыл хужалығына талап ителгәнсә күләмдәге ярҙам күрһәтеп булмаясаҡ. Тик барыбер аграрийҙарға финанслау күләмен бермә-бер арттыра алырбыҙ тип ышанам. Һәм бөгөн күтәрелгән күп мәсьәләләр ярҙамдың яңы программаларын сафҡа индергәндә сағылыш табасаҡ, – тине осрашыу һуңында Радий Хәбиров.