Алданған өлөшсөләрҙе фатир менән тәьмин итеү мәсьәләһе республика етәкселеген генә түгел, ә бөтә илде борсоған көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндә үк был проблеманың өҫтөнлөклө булыуын билдәләне.
Шуны әйтергә кәрәк, республика етәкселеге был йүнәлештән тайпылмай, алға ҡуйған бурысты эҙмә-эҙлекле хәл итеүен дауам итә. Үткән шәмбелә Өфө районының Булгаков ауылында “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексының 31-се йортонан 48 фатир хужаһына асҡыс тапшырыу ваҡиғаһы ла ошо ғәмәлде дәлилләй.
Дүрт ҡатлы йорт “Рәсәй ғаиләләре өсөн торлаҡ” программаһына ярашлы төҙөлдө. Объектты 2016 йылда тапшырыу ҡаралһа ла, “Стройвертикаль” йәмғиәте ваҡытын күсереп килеп, һуңынан бөлгөнлөккә төштө.
Ул саҡта 17 күп фатирлы йорт төҙөлөп бөтмәй ҡала, йәғни 500-ҙән ашыу өлөшсө алдана. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн предприятиеның активтары – инженер селтәрҙәре, ер участкалары – һатыла. Эске биҙәкләү эштәре тулыһынса эшләнеп бөтмәһә лә, фатирҙар әҙер.
Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров билдәләүенсә, төҙөлөштә ҡатнашҡандарҙың бөтәһе өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға был.
– Кешеләр дүрт йыл көттө, ҡайғырҙы һәм өмөтләнде. Республика Хөкүмәте ярҙамында финанс ярҙамы туплау мөмкинлеге тыуҙы, был төҙөлөштө аҙағына еткереүгә һәм алданған өлөшсөләр тарихын тамамларға булышлыҡ итте. Әле эске биҙәкләү эштәренә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар, таунхаустарҙы һатып алған кешеләр үҙ торлағын көтә, төҙөүселәр йыл аҙағына тиклем быны башҡарырға вәғәҙә бирҙе. Әлеге мәлдә документтар “Росреестр”ға тапшырылған, хужалар милеккә хоҡуҡтары тураһында танытмалар аласаҡ, унан һуң газ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Шулай уҡ йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға – юл, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөүгә иғтибар талап ителә, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы Зөлфиә Ғайсина, республикала алданған өлөшсөләр проблемаһына туҡталып:
– Ике йыл эсендә ыңғай һөҙөмтәләр күҙәтелеүен билдәләй алам. Бөгөнгә күпселек мәсьәләләр хәл ителде. Беҙҙә федераль власть органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, алданған өлөшсөләр компенсация сифатында аҡса алһын, проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөрөү өсөн федераль фонд саралары йәлеп ителгән. Быйыл июндән эш айырыуса әүҙемләште, был осраҡта власть емешле эшләне, тип иҫәпләйем. Алданған өлөшсө булараҡ кисергән ауырлыҡтарҙы еңергә булышлыҡ иткәндәре өсөн кешеләр рәхмәт әйтә. Әлбиттә, алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү буйынса ҡатмарлыҡтар ҙа бар, сөнки был өлкәлә әлеге ваҡытта норматив база камил түгел, – тине.
Был ауыр мираҫ тырышлыҡ һәм етди финанс ярҙамы талап итә. Әле Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд ярҙамында республикала тағы ла 1500 самаһы алданған өлөшсөнөң торлаҡҡа хоҡуғы тергеҙеләсәк. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслегендә Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондының күҙәтеү советы илдең 18 төбәгендә зыян күргән граждандарҙың хоҡуғын тергеҙеү мәсьәләһен ҡараны. Ултырышта Башҡортостандың “КилСтройИнвест”тың – Өфө районындағы “Миловка паркы торлаҡ комплексы”,
“ИнвестКапиталСтрой”ҙың – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылындағы “Өфө Ҡырымы”, “Квартал” һәм “БашИнвестДом” төҙөлөш комплекстарының Өфө ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән объекттары буйынса ғаризалар ҡаралды. Республикала 24 торлаҡты төҙөп бөтөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән, тағы ла ике йорт өлөшсөләре аҡсалата компенсация аласаҡ.