Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Куйбышев һәм Көньяҡ Урал тимер юлдарындағы Ҡарлыман – Белорет – Магнитогорск участкаларында Белорет тимер юл станцияһын төҙөгән ваҡытта Тимер Юл ауылына нигеҙ һалына. Илдең төрлө төбәктәренән йәштәр төҙөлөшкә килә. Тәүге төҙөүселәр Ломовка ҡасабаһында төпләнә, бер йәй эсендә әлеге урында бер нисә йорт һәм барак ҡалҡып сыға, мәктәпкә нигеҙ һалына.
Ҡалаға яҡын булғас, халыҡ та күп
Станцияны Урал аръяғы райондарында йәшәгән кешеләрҙең күптәре хәтерләйҙер. Өфө – Сибай поезы йөрөгән дәүерҙә поезд унда туҡталыш яһай торғайны. Халыҡ телендә ул “һигеҙенсе километр” тип тә йөрөтөлдө.
2003 йылға тиклем биләмәнең бер өлөшө – Ломовка, икенсеһе Сосновка ауыл советтарына ҡарай. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, 2003 йылда Тимер Юл ауылына айырым биләмә статусы бирелә.
Бөгөн ауылда 1182 йортта 3020 кеше йәшәй. Белорет ҡалаһына терәлеп тигәндәй урынлашҡанғамы, ултыраҡта халыҡ һаны йылдан-йыл үҫә. Ер майҙаны алып, шәхси йорт төҙөүселәр күп, мәҫәлән, быйыл өй һалыу өсөн 200 биләмә бүленгән, былтыр алты ғаилә яңы йорт һалып сыҡҡан.
Элек Рәсәй тимер юлдары станция хеҙмәткәрҙәре өсөн байтаҡ торлаҡ, төрлө биналар төҙөгән, шуға күрә ултыраҡта күп фатирлы йорттар, барактар байтаҡ. Заманалар үҙгәреп, пассажир поездарына ихтыяж кәмегәс, хәлдәр үҙгәрә. Ултыраҡта станция ҡалһа ла, эш урындары ҡыҫҡартыла. Хеҙмәткәрҙәр, йәмғиәт ҡарамағында иҫәпләнгән фатирҙарын үҙҙәренә күсереү өсөн байтаҡ тупһа тапай, күпселеге суд аша ғына милексе хоҡуғына эйә була.
Ауылда 1793 хеҙмәт йәшендәге кеше иҫәпләнә. Шуларҙың сама менән өстән бер өлөшө тимер юлда хеҙмәт итә, ҡалаға йөрөп эшләүселәр ҙә байтаҡ. Хакимиәт башлығы вазифаһын урындағы халыҡтың проблемаларын яҡшы белгән, уртаҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан яуаплы, талапсан етәксе Олеся Борисенко башҡара. Олеся Вячеславовна үҙе Тимер Юл ауылында тыуып үҫә, балалар баҡсаһында мөдир булып эшләй, 2011 йылдан ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй.
Уның оҙатыуында беҙ Тимер Юл ауылында урынлашҡан ҡайһы бер учреждение-хужалыҡтар буйлап йөрөп сыҡтыҡ, биләмә халҡының йәшәйеше, борсоған проблемалары, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.
Яңыртылған мәктәп – көн талабы
Тимер Юл ауылы мәктәбе районда алдынғыларҙан һанала. Уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урын яулауы күп нәмә тураһында һөйләй. 25 педагог уҡыусыларға төплө белем биреү өсөн тырыша.
Әммә уҡыусыларға тырышып уҡыу, уҡытыусыларға рәхәтләнеп эшләү өсөн шарттар юҡ тиерлек. Ауылда мәктәп 1956 йылда сафҡа инә. Балалар һаны артып, бинала урындар етмәй башлағас, Рәсәй Тимер юлдары йәмғиәтенең элекке административ бинаһын мәктәп итеп яраҡлаштыралар. Бина 1978 йылда эре панелдәрҙән төҙөлә, үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтан йылытыла. Белем усағы 192 урынға иҫәпләнһә лә, бөгөн унда 305 бала белем ала, кластар һаны – 18.
Учреждениела ни бары туғыҙ уҡыу кабинеты иҫәпләнә, шуға күрә уҡыу процесы ике сменала ойошторолған. Яраҡлаштырылған ашхана, китапхана, тамаша залы бар. Ашхана 50 урынға ғына иҫәпләнгәс, бында ла балалар сиратлап туҡлана.
– Бинаның тәҙрәләре бик иҫке, емерелеп төшөргә генә торған кеүек. Ауылдан йыраҡ түгел Пугачев карьеры урынлашҡан, шартлатыу эштәре башҡарылғанда, мәктәптең тәҙрәләре зымбырҙап ҡуя. Улар ярылып, балаларҙың өҫтөнә килеп төшмәһен өсөн, ҡайһы бер рамдарға поликарбонат ҡағып ҡуйырға мәжбүр булдыҡ. Ҡыштарын да бинала һалҡын, – тип борсолоуын белдерҙе мәктәп директоры Юлия Тимофеева.
Спорт залының, уҡыу оҫтаханаларының, махсуслаштырылған кабинеттарҙың булмауы ла проблема тыуҙыра. Физкультура һәм хеҙмәт дәрестәрендә уҡыусылар 800 метр алыҫлыҡта урынлашҡан иҫке мәктәп бинаһына йөрөп уҡырға мәжбүр. Уҡытыусылар балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн дә борсола, сөнки ул юлда йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар ҙа ҡаралмаған.
2011 йылда мәктәп “2012 – 2017 йылдарҙа мәғариф учреждениеларын төҙөү һәм реконструкциялау” республика программаһына индерелә. 2014 йылда 400 урынлыҡ мәктәп проектлана, ике йылдан проект дәүләт экспертизаһы үтә.
Төҙөкләндереү проекты буйынса яңы өс корпус-төкәтмә төҙөү ҡаралған: өс ҡатлы уҡыу бинаһы, бер ҡатлы ашхана, спорт залы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проект ҡағыҙҙа ғына ҡала, мәктәпте реконструкциялау төрлө сәбәптәр менән кисектерелә килә. Тимер Юл ауылы халҡы мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә өмөтләнә.
Һис нимәгә ҡарамаҫтан, уҡыу процесы бара. Белем усағы замандан ҡалышмай, алға ынтыла. Күптән түгел мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәге асылған. Уларҙа уҡыусылар дөйөм белем алыу менән бергә, өҫтәмә үҫеш программалары буйынса ла шөғөлләнәсәк.
Педагогтарҙың барыһы ла “Үҫеш нөктәһе” проекты буйынса эшләү маҡсатында белемде камиллаштырыу курсын тамамлаған.
Балаларға информатика, технология һәм тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге дәрестәре яңы заманса алымдар ҡулланып өйрәтеләсәк. Ошо маҡсатта үҙәктәргә яңы компьютерҙар, 3D-принтерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдары, электр ҡорамалдар, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү күнекмәләре өсөн манекендар, төрлө технологик һәм компьютер ҡорамалдары ҡайтарылған. Шулай уҡ ижад һәм проектлау эштәре, робот техникаһы менән шөғөлләнеү, шахмат уйнау өсөн залдар йыһазландырылған.
Спорт менән шөғөлләнәм тиһәң...
Тимер Юл ауылында спортты, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Шулай булмай ни, ауылда бының өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
– Районда иң йәш биләмәләрҙән һаналғас, халыҡтың әүҙем ялын ойоштороу өсөн инфраструктура бөтөнләй булманы. Ошо мәсьәлә буйынса иң тәүҙә халыҡ менән йыйылыш уҙғарҙыҡ. Барыһы ла ауылда заманса спорт комплексы төҙөү яҡлы булды, сөнки хатта мәктәптә лә йүнле спорт залы юҡ ине бит, – тип бәйән итә хакимиәт башлығы Олеся Борисенко.
Район, республика етәкселеге халыҡтың үтенесен ишетә һәм биш йыл элек ауылда төбәктә беренселәрҙән булып заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡалҡып сыға. Уны “Комета” тип атайҙар.
Дөйөм майҙаны 623 квадрат метр тәшкил иткән ике ҡатлы объект бер йыл эсендә төҙөлә, “Транснефть” компанияһы ҙур бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Комплекста универсаль спорт һәм тренажер залдары, уңайлы кейенеү-сисенеү урындары, душ бүлмәһе, медицина кабинеты, тренерҙар өсөн бүлмәләр хәстәрләнгән. Спорт комплексы бик уңайлы урында урынлашҡан: эргәлә генә мәктәп, спорт стадионы, автомобилдәр өсөн туҡталҡа ла бар.
– Йыл әйләнәһенә “Комета” буш тормай, балалар ҙа, ололар ҙа спорт секцияларына ихлас йөрөй. Хатта тимер юл хеҙмәткәрҙәре лә эштән һуң тренажерҙарҙа шөғөлләнергә килә, хаҡлы ялдағылар ҙа юлды һыуытмай, – тип ҡыуанысын йәшермәй Олеся Вячеславовна.
Спорт комплексы райондың спорт мәктәбе филиалы булып иҫәпләнә.
– Еңел атлетика, баскетбол секциялары уңышлы эшләй, уларҙа йөҙгә яҡын бала шөғөлләнә. Белорет тхэквондо мәктәбе күнекмәләрҙе беҙҙә уҙғара, тренажер залы ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Биш йыл эсендә беҙҙең баскетболсылар район ғына түгел, республика кимәлендә лә ҙур уңыштарға өлгәште, йыл һайын КЭС-баскет лигаһында призлы урындар яулайҙар.
Ә билдәле спортсы, Олимпия уйындарында ҡатнашып, Чикаго, Лондон марафондарында еңгән Лилиә Шобухова күнектергән еңел атлеттарыбыҙ ил кимәлендә лә уңыштары менән һөйөндөрә. Уларҙың бишеһе республика командаһы составына инә. Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең күбеһе мәктәпте тамамлағас, спорт йүнәлешендә артабан уҡыуын дауам итә, – тип ғорурлығын йәшермәй физкультура-һауыҡтырыу комплексы етәксеһе Алиса Хәйрова.
Клубһыҙ ауыл, клубһыҙ мөдир...
Әлбиттә, йәш быуындың сәләмәт тормошҡа ылығыуы – яҡшы күренеш, әммә спорттан тыш, сәнғәт менән ҡыҙыҡһынған йыр-моңға һәләтле балалар ҙа күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тимер Юл ауылында клуб юҡ. 1994 йылда мәҙәниәт усағын ябалар, уның бер ҡатлы бинаһы ғына һерәйеп ултырып ҡала.
– Ҡала-район кимәлендәге бөтә мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашырға тырышабыҙ. Йыйылыштарҙы мәктәптең иҫке генә тамаша залында уҙғарырға мәжбүрбеҙ. Ауылыбыҙҙа йыр-моңға маһир, дәртле кешеләр күп, йәштәргә лә йыйылып күңел асыу өсөн урын кәрәк. Иҫке клубтың бинаһын капиталь ремонтлап та була, ул урындағы хакимиәт балансында, инженер коммуникациялары ла бар, әммә яңы мәҙәни үҙәк төҙөлһә, яҡшыраҡ булыр ине. Ауылдаштар менән кәңәшләшеп урынын да билдәләп ҡуйғанбыҙ. Өс меңдән ашыу кеше йәшәгән биләмәлә мәҙәни усаҡ, һис шикһеҙ, булырға тейеш. Беҙҙең үтенесебеҙҙе ишетерҙәр, хыялыбыҙ тормошҡа ашыр, – тип өмөтөн белдерҙе хакимиәт башлығы.
Халыҡтың һорауы буйынса, күптән түгел ауылға клуб мөдире ставкаһын бүлгәндәр. Ошонда тыуып үҫкән йәш егет Александр Житнюк, уңайлы шарттар булмаһа ла, мәҙәни тормошто йәнләндеререгә тырыша. Егет бала саҡтан йыр-моңға маһир, мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск музыка колледжына уҡырға инә. Ялға ҡайтҡан ваҡыттарында, һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, фольклор ансамбле ойоштора.
Уҡыуын тамамлағас, егет Ломовка ауылында фольклор коллективына етәкселек итә. Күптән түгел уны үҙ ауылына эшкә саҡырғандар. Мәктәптең иҫке бинаһынан бүлмә лә бүлгәндәр. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Александр эшен күрһәтеп тә өлгөргән: балаларҙан торған фольклор төркөмө, вокал-инструменталь ансамбль ойошторған, ҡатын-ҡыҙҙар буш ваҡыттарында бында килеп, ҡул эштәре менән дә булыша.
Клуб булмау сәбәпле, концерт-тамашалар асыҡ һауала йәки мәктәптә үткәрелә.
Бөтә мәсьәләләрҙе, борсоған проблемаларҙы халыҡ менән бергәләп хәл итергә тырышалар биләмәлә. Депутаттар ҙа ҙур эш башҡара. Шулай уҡ ауылда йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар советының тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, Олеся Борисенко үҙе район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләй.
Сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында күп эш башҡарыла, быйыл биләмә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ултыраҡты төҙөкләндереүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Даими рәүештә өмәләр уҙғарыла. Былтыр Бөйөк Ватан һуғышында һәм “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә ҡатнашҡан ветерандарға арналған һәйкәлдең тирә-яғы төҙөкләндерелгән.
– Һәр ауылда Еңеү көнөндә тыныс тормош бүләк иткәндәрҙе хөрмәт күрһәтеп иҫкә алырлыҡ, сәскә һалырлыҡ урын булырға тейеш. Ошо маҡсатта ауыл халҡы 2014 йылда үҙ башланғысы менән һәйкәл төҙөттө, әммә уның тирә-яғы төҙөкләндерелмәгәйне.
2017 йылда балалар һәм ололар араһында һәйкәлдең тирә-яғын төҙөкләндереү проектын эшләү буйынса конкурс иғлан иттек. Тиҫтәләгән эскиз әҙерләнде. Күптәр, һәйкәл эргәһендә тротуар, эскәмйәләр, яҡтыртҡыс фонарҙар булһын, тигән теләк белдерҙе. “Ҡала мөхите” программаһына ярашлы, 985 мең һум аҡса бүленеп, проект тормошҡа ашырылды.
2018 йылда биләмәлә ошо программа нигеҙендә сквер төҙөкләндерелә, тротуарға асфальт түшәлә, бәләкәй архитектура формалары, сүп-сар һауыттары урынлаштырыла, диодлы лампалар ҡуйыла, йәшелләндерелә. Бөгөн сквер халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнгән.
Тимер Юл ауылына һуғыштан һуң нигеҙ һалынғас, унан фронтҡа китеүселәр булмай. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн ауылда бер ветеран йәшәй. Василий Меньшиков Үҙән колхозында эшләгәндән һуң, 1944 йылда Совет Армияһы сафына алына. 19 йәшлек егет йәш яугир курсы үткәндән һуң, фронтҡа китә.
Василий Семенович 38-се армияның пехота ғәскәренә эләгә. Яугир Монголияны, япондарҙың миллионлаған ғәскәре торған Маньчжурияла Оло һәм Бәләкәй Хинганды азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан 1-се Байкал аръяғы фронты составында япондарға ҡаршы һуғыша. 1946 йылда Германияға, танк часына ебәрелә. 1951 йылға тиклем хеҙмәт итә, кесе сержант дәрәжәһендә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ветерандың күкрәген төрлө миҙалдар биҙәй.
Әйткәндәй, күптән түгел район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ветеранға инвалид коляскаһы тапшырған.
– Үҙҙәренә кәрәкмәгән хәрәкәт итеү сараларын кешеләр райондың инвалидтар ойошмаһына тапшыра. Ә ойошма иһә үҙ нәүбәтендә коляскаларҙы мохтаждарға бүләк итә. Был тәжрибә күптән ҡулланыла. Василий Семеновичтың теләге тормошҡа ашты. Хәҙер ул туғандарының ярҙамынан тыш, тышта ла коляскала йөрөй ала, – ти Олеся Борисенко.
Хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһынан да ситтә ҡалмай Тимер Юл ауылы халҡы. Ошо программа сиктәрендә стадионда волейбол һәм баскетбол уйнау өсөн резина япма түшәлгән универсаль майҙансыҡ эшләнгән, тренажерҙар урынлаштырылған.
Быйыл биләмәлә балалар баҡсаһының ҡыйығын яңыртырға уйлайҙар. Әйткәндәй, биләмәләге ике балалар баҡсаһының да торошо маҡтанырлыҡ түгел. Бөгөн ауылда алты йәшкә тиклем 252 бала иҫәпләнә, әлегә баҡсаларҙа урын етһә лә, киләсәктә сират тыуыуы ихтимал.
Ауылда ФАП бар, уның үҙәк урамда урынлашыуы халыҡ өсөн бик уңайлы, әммә бина әлегә тиклем Рәсәй Тимер юлдары ҡарамағында, шуға күрә медицина учреждениеһында ремонт уҙғарып булмай. Дарыухананың булмауы ла борсолоу тыуҙыра.
Бына шундай мәсьәләләр күтәрә Тимер Юл ауылы халҡы. Үҙ-ара кәңәшләшеп, берҙәм тотонғанда ғына, проблемаларҙы хәл итеп буласағын яҡшы аңлай улар.