Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 17:45

Тимур Родригез беҙҙә нимә эшләгән?

Был хаҡта тиҙҙән беләсәкбеҙ. Бөгөн 21.00 сәғәттә көтөлгән тапшырыуҙы ҡарарға онотмағыҙ.

Сентябрь башында “Пятница” федераль каналында “Орел и решка” тапшырыуын алып барған Тимур Родригез менән Регина Тодоренко Башҡортостанда булғайны.
Бөгөн 21.00 сәғәттә федераль каналда республикабыҙ хаҡындағы тапшырыуҙы күрһәтәсәктәр. Баҡтиһәң, Мәләүез районының Восточный ауылынан “Мираҫ” фольклор коллективы Тимур Родригезҡа ҡот ҡойоу йолаһын күрһәткән икән. Бынан тыш, алып барыусылар бар донъяға таныш солоҡ балын тәмләп ҡараған, тәбиғәтебеҙҙең хозур урындарын ҡараған. Ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы икән республикабыҙ тапшырыуҙы алып барыусыларҙа? Ҡарайыҡ, баһалайыҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас