8 ноябрҙә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының рентген компьютер һәм магнит-резонанс томографияһы бүлексәһе мөдире Рауил Мөхәмәдрәхимовтың ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта табип-нейрорадиолог Эльвира Закирова хәбәр итә. “Ул Башҡортостандағы беренсе нейрорадиолог ине”, – тип хәтергә ала уның хаҡында хеҙмәттәше.
“Һөнәри юлын башлағанда ул нейрохирург ине, аҙаҡ рентгенолог булды һәм, республикала беренселәрҙән булып, рентген компьютер һәм магнит-резонанс томографияһын өйрәнде. Шул тиклем зыялы, аҡыллы һәм белемле кеше, һәйбәт һәм ипле етәксе ине. Уның етәкселегендә ун йыл эшләнем. Рауил Рәшит улы талантлы һәм рухи яҡтан яҡын кешеләрҙән берҙәм, дуҫ команда тупланы. Ошо йылдар буйы беҙ етәксе тарафынан һаҡланған бер ғаилә кеүек йәшәнек”, – тип яҙған табибә.