Республика халҡы яңыртылған ихаталарын ҡабул итә лә башланы. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы нигеҙендә 380 объект төҙөкләндерелде. Үткән йыл тәжрибәһен иҫәптә тотоп, төҙөүселәр быйыл эштәрҙе сифатлыраҡ, тиҙерәк башҡарҙы. Матур миҫалдарҙың береһе - Мишкә районында.
Элек район үҙәгендә балалар уйын майҙансығы берәү генә булған, ул ауылдың үҙәгендә урынлашҡан.
"Хәҙер иһә үҙебеҙҙең майҙансыҡ бар. Балалар өйҙән сығыу менән ихатала рәхәтләнеп уйнау мөмкинлеге алды", – тип шатлығы менән уртаҡлаша ике йәшлек Рәсүлдең әсәһе Диана Моратбаева.
Өлкәндәр өсөн дә ихата хәҙер бик уңайлы. Мәҫәлән, кер киптереү урыны яңыртылған. “Ауыл эрендә унһыҙ йәшәп булмай шул”, – ти Елена Апалиева.
Мишкә районының Тыныслыҡ урамындағы был ихатаны төҙөкләндереү тураһында һүҙ былтыр көҙ үк йөрөй башлай. Ә инды быйыл июндә, барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткәс, эш башлана. Бында бордюрҙар алмаштырыла, контейнер майҙансығы булдырыла, тышҡы яҡтыртыу системаһы яңыртыла. Шулай уҡ күп йылдар эсендә беренсе тапҡыр юлға асфальт түшәйҙәр.
Идара итеүсе компания директоры белдереүенсә, подрядсы ойошманы бер тапҡыр ғына саҡыралар – улар балалар майҙансығына йомшаҡ япма түшәүҙә булышлыҡ ҡыла. Ҡалған эштәрҙе үҙ көстәре менән башҡаралар.
Идара итеүсе компания киләһе йылда ла “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Улар күрше ике йорттоң майҙанын да ремонтламаҡсы. Ул саҡта тотош биләмә матур һәм берҙәм стилдә буласаҡ. Спорт майҙансығы ла булдырыу ҡаралған. Ғөмүмән, был ихата күптәр көнләшерлек урынға әйләнәсәк.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.