Йәмғиәт
11 Ноябрь 2020, 10:30

Һәләтле йәш баймаҡтар һорауҙарығыҙҙы көтә!

"Талантлы Баймаҡ йәштәре” проекты Баймаҡ районынан сыҡҡан билдәле һәләтле йәштәр менән онлайн-осрашыу үткәреү маҡсатын ҡуя.

Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ӨР-ЯҢЫ проект тәҡдим итә. “Талантлы Баймаҡ йәштәре” проекты Баймаҡ районынан сыҡҡан билдәле һәләтле йәштә менән онлайн-осрашыу үткәреү маҡсатын ҡуя.
Йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Заһит Ғүмәров белдереүенсә, Баймаҡ - таланттар төбәге, райондан бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Бөгөн дә арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен дауам итерлек бик талантлы йәштәр үҫә.
"Үҙебеҙҙең ғорурланырлыҡ йәштәребеҙ хаҡында белергә тейешбеҙ. Һеҙ уларға һорау бирә алаһығыҙ. Һорауҙарҙы алдан беҙгә ебәреп, йә булмаһа, тура эфир ваҡытында бирергә мөмкин. “Талантлы Баймаҡ йәштәре” проекты сиктәрендә онлайн-осрашыуҙың беренсе ҡунаҡтары - Розалия һәм Азат Ҡарасуриндар".
Әйткәндәй, тәүге онлайн-осрашыу иртәгә, 12 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙә була. Урыны - "Инстаграм" социаль селтәре. Теләгән һәр кем осрашыуҙа ҡатнаша һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас