Йәмғиәт
11 Ноябрь 2020, 08:40

Учалыла ике үҫмер юғалған

Уларҙың ҡайҙа булыуҙары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ, ниндәй йүнәлештә сығып китеүҙәре лә билдәһеҙ.

Кисә Учалы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнгән 14 йәшлек Айнур Заһитов менән 15 йәшлек Данил Кондратьев юғалған. Уларҙың ҡайҙа булыуҙары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ, ниндәй йүнәлештә сығып китеүҙәре лә билдәһеҙ. Үҫмерҙәрҙе эҙләүгә “Лиза Алерт. Башкортостан» ирекмәндәр отряды ҡушылған.
Айнур Заһитовтың билдәләре: буйы 155 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, спорт трикоһы, ҡара кроссовка, ҡара шапка кейгән.
Данил Кондратьевтың билдәләре: буйы 164 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, зәңгәр-һоро күҙле. Ҡара күк төҫтәге куртка, ҡара салбар, кроссовка, шапка кейгән.
Данилдың сентябрь айында ла юғалып алыуы тураһында хәбәр ителә. Үҫмерҙәрҙе күргән йәки улар тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булған һәр кемдең полицияға 02 (мобиль телефондар аша - 102) йәки ирекмәндәргә 8-800-700-54-52 телефондары буйынса шылтыратыуҙары һорала.
“Лиза Алерт. Башкортостан" фотоһы.
Читайте нас