Йәмғиәт
13 Ноябрь 2020, 11:30

Артур Әхмәтхановҡа тыуған ерендә бюст ҡуйылды

Генерал-лейтенант хәтерен мәңгеләштереү сараларында Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Бөгөн, 13 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың хәтерен мәңгеләштереү сараларында ҡатнашты.
Малаяҙ ауылында Дыуан күп профилле колледжы филиалы янында Артур Әхмәтхановҡа бюст ҡуйҙылар. Уны асыу тантанаһында Радий Хәбиров менән бергә штаб начальнигы – Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы федераль округы командующийының беренсе урынбаҫары, генерал-лейтенант Руслан Султыгов ҡатнашты.
– Артур Фәрүәз улының тыуған көнө алдынан, уға 58 йәш тулыр ине, беҙ яҡташыбыҙ, дуҫыбыҙ, билдәле дәүләт эшмәкәре, республиканың ысын патриотына бюст асырға ҡарар иттек, – тине Радий Хәбиров. – Салауат районы йәштәре үҙҙәренең легендар яҡташы тураһында белһен ине. Бәләкәй генә Торналы ауылынан сыҡҡан кеше генерал-лейтенант дәрәжәһенә етте, Рәсәй Федерацияһы субъектының эске эштәр министры булды, бар ғүмерен граждандар мәнфәғәтен һаҡлауға бирҙе. Уның тураһында хәтер мәңгелек! Минеңсә, ошондай һәйкәлдәр асыу – яҡшы, ҙур эш. Беҙҙең йәштәр ошондай сағыу, ҡыҙыҡлы кешеләр өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейеш.
Сарала генерал-лейтенант Руслан Султыгов та сығыш яһаны.
– Бөгөн Салауат районы өсөн әһәмиәтле көн, – тине ул. – Һеҙгә беҙҙең хәрби иптәшебеҙ, Башҡортостан ғына түгел, ә Төньяҡ-Кавказ төбәгендә лә еңел булмаған хеҙмәт юлдарын үткән кешенең хәтерен мәңгеләштереү ҡарарын ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ошондай күркәм Салауат ерендә Артур Фәрүәз улы кеүек бөйөк кешеләрҙең тыуыуы ҡыуаныс.
Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов 1962 йылдың 15 ноябрендә Салауат районының Торналы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй Эске Эштәр министрлығы идаралығы академияһын тамамлаған.
Башҡортостандың арҙаҡлы улы уголовный розыск хеҙмәткәренән Эске эштәр министрлығының төбәк идаралығы етәксеһенә тиклем юл үткән кеше. Күп йылдар Башҡортостанда ЮХХДИ һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы етәксеһе булды. 2018 йылдың октябрендә ул тыуған республикаһына әйләнеп ҡайтты. Шул көндән алып бөтә көс структуралары эшмәкәрлеген көйләгән вице-премьер булды.
Ул бик күп төрлө орден һәм миҙалдар менән наградланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр май айында оҙайлы сирҙән вафат булды.
Артабан Радий Хәбиров Малаяҙҙың мәҙәниәт һәм ял паркына барҙы һәм Еңеүсе хәрби һәйкәленә сәскә һалды.
Былтыр Салауат районы район үҙәгендәге был паркты төҙөкләндереү өсөн “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса 2,5 миллион һум аҡса алғайны. Был аҡсаға брусчатканан йәйәүлеләр юлы һалынған, кәртәләр алмаштырылған, Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан ордены кавалерҙары обелисктары постаменттары яңыртылған, шулай уҡ Еңеүсе-хәрби һәйкәле ремонтланған һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә обелиск ҡуйылған.
Быйыл паркта спорт майҙансығы ҡуйылған. Унда хәүефһеҙ резина япма түшәлгән һәм төрлө тренажерҙар ҡуйылған. Был маҡсатта урындағы бюджеттан 300 мең һум йүнәлтелгән. Ә Рәсәй Ҡораллы Көстәре төрҙәре вәкилдәре бюджеттан тыш аҡсаға паркта Һауа десант ғәскәрҙәре, Диңгеҙ флоты ғәскәрҙәре һәм сик ғәскәрҙәре обелисктары-символдарын ҡуйған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас