Бөрө районы һәр ваҡыт һоҡландыра, хатта көнләштерә. Халыҡтың татыулығына һәм берҙәмлегенә нисек һөйөнмәҫкә! Ә инде ҡайһы бер уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу тәңгәлендә бәғзе берәүҙәрҙең “танауына сиртеүе” ғәжәп бит! “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы доценты, педагогия фәндәре кандидаты, Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Венер Усманов белдереүенсә, уларҙың эше, беренсе сиратта, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, шулай уҡ милләттәштәренә һәр йәһәттән дә ярҙам итеүгә ҡоролған.
– Бөрө башҡорттары әүҙем дә, берҙәм дә, төбәк тормошондағы төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, – тип һөйләй Венер Фәсхетдин улы. – Урындағы етәкселектең бүтән милләт менән бер рәттән башҡорттарҙы төрлө сараларға йәлеп итеүен беҙгә ҡарата ихтирам билдәһе тип ҡабул итәбеҙ.
Бындағы башҡорттар районда ғына түгел, республика, тотош илебеҙ һәм донъя кимәлендәге сараларҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһында бөрөләр алдынғылыҡты бирмәгән.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында Бөрө башҡорттарының һынатмауы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Конкурсанттарҙың һәр береһе жюри ағзаларында һоҡланыу тыуҙырған.
Бөрө ҡалаһында һәм районында урам йәки ойошма исемдәрендә, магазиндағы яҙыуҙарҙа, рекламаларҙа, ҡыҫҡаһы, төрлө алтаҡталарҙа хаталар юҡ икән, был тәңгәлдә Бөрө районы башҡорттарына “афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ. Бөрө районы башҡорттары ҡоролтайында махсус терминология комиссияһы эшләй. Терминология комиссияһы етәксеһе – Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Ғәлиә Ғәниева бурысына яуаплы ҡарай.
Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының ғалимдары, төбәктең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә был эш тормошҡа ашырыла.
– Беҙгә ҡушылыусылар бихисап, – ти әңгәмәсем. – Уларҙың һәр береһе телебеҙҙең сафлығы өсөн борсола, хаталарҙы булдырмауға үҙенең өлөшөн индерә. “Хатаһыҙ Бөрө” төркөмөнә ҡушылыусылар артҡандан-арта.
Бөрө башҡорттарының ваҡытлы матбуғатты алдырып уҡыуы, үҙ сиратында, бүтән милләттәштәренә үрнәк күрһәтеүе – яҡшы күренеш. “Башҡортостан”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Йәнтөйәк” һәм башҡа гәзит һәм журналдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының өҫтәл китабына әйләнгән.
– Киләсәккә уй-маҡсаттар бихисап, уларҙың барыһы ла халыҡтар араһындағы берҙәмлеккә, мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлауға, милли традицияларҙы дауам итеүгә, башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән, – тине Венер Усманов.