– Ауыр юғалтыу кисерҙек. Ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып, улымды ерләүҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән кешеләрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Геннадьевич Назаровҡа, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Геннадьевич Сидякинға, Өфө хакимиәтенә, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарының хакимиәт башлыҡтарына, өфөләргә, яҡташтарға һәм ауылдаштарға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе һаҡлаһын. Балаҡайымдың ауыр тупрағы еңел булһын! Өлфәт башлаған проекттар тормошҡа ашырылыр, аҙағына еткерелер, тип ышанам. Баш ҡалабыҙға сәскә атыу һәм именлек теләйем, – тине ул.