Йәмғиәт
13 Ноябрь 2020, 16:23

Башҡорттарҙың егәрлелеге шатландыра

Йүнселдәр еләк-емеш үҫтерә, умарта тота.

Бөрө районына, үҙ сиратында, билдәле дәүләт һәм партия эшмәкәре Зыя Нуриевтең тыуған ауылы Үрге Ласынтауға аяҡ баҫҡандарҙы бынан йыраҡ булмаған Түбәнге Ласынтауҙағы Әүлиә шишмәһенә алып барыу йолаһы әлегәсә ҡәҙерләп һаҡлана. Беҙгә лә ундай хөрмәтте күрһәттеләр. Әйтерһең дә, был урын ожмахтың тап үҙе! Имән, ҡайын, йүкә кеүек ағастар өҫкә ауып килгәндәй тойола, бынан алыҫ түгел – болонлоҡ һәм уйһыулыҡ. Ҡыҫҡаһы, шишмә иҫ киткес матур урында башлана ла эргәләге Ағиҙел йылғаһына ҡоя. Ошо көндәрҙә тап ошо урында Бөрө районы ауыл хакимиәте башлыҡтарының семинары үтергә тейеш ине, уға етди әҙерләнеүҙәренә шаһит булдыҡ.


Үрге Ласынтау ауылы хакимиәте башлығы Фидират Гәрәевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, башҡорттар йәшәр өсөн урынды һайлай белгән, һәр саҡ һыу тирәһенә нигеҙ ҡороуҙары ғәҙәти һаналған.
Әйткәндәй, Үрге Ласынтау ауылы советына Үрге Ласынтау, Тү­бәнге Ласынтау, Яңы Байыш һәм Яңы Яндыҙ ауылдары ҡарай. Ауылдар бер-береһенән әллә ни йыраҡ та урынлашмаған, кешеләр бер-береһе менән тығыҙ аралашып көн итә, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып бөт­кәндәр. Дүрт ауылдың халҡын бергә ҡушһаң, уларҙың һаны 700-ҙән аша, бөтәһе 450 хужалыҡ иҫәпләнә. Һәр кем зәңгәр яғыулыҡ яғып, цивилизация емешен татый.
– Халыҡтың кәйефе күтәренке, күңеле көр, – тип дауам итә һүҙен 30 йыл ауыл хакимиәте ише яуаплы вазифаны башҡарған Фидират Әхнәф улы. – Сәмселдәргә эш етерлек, кемдәрҙер магазин тота, икенселәр икмәкхана асҡан. Хәйер, тырыштар үҙ хужалығында ныҡлап эшләй. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрау­ҙары, йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү­ҙәре һәм башҡа шөғөлдәре – шуға асыҡ миҫал. Башҡорттарҙың егәр­лелегенә ҡыуанам.
Фидират Гәрәев еләк үҫтергән Илнур Сиражев, икмәк бешергән Рөстәм Гәрәев, умартасылыҡҡа тотонған Алик Шәрипов, Фәрит Шай­мөхәмәтов һәм бүтән уңған­дарҙы маҡтап телгә алды, уларҙың өлгөһөнә бүтән ауылдаштарының эйәреүен дә билдәләне.
– Минең атайым да, әсәйем дә – Түбәнге Ласынтау ауылы баш­ҡорттары, ошонда тыуып үҫкәндәр, буй еткергәндәр, бер һүҙ менән әйткәндә, тыуған төйәгенең үҫеше­нә күп көс һалғандар, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Заманында, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, беҙҙә “Ағиҙел” колхозы гөрләп торған, ошо хужалыҡ бар халыҡты эшле иткән. Әлбиттә, минең яҡындарым да унда тир түккән.
Әхнәф Ғәҙелгәрәй улы менән Хәнә Сәхип ҡыҙы дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Әннәф (юл-төҙөлөш хужалығы тармағында начальник), Әлтәф (ит комбинатында директор), Фидират (ауыл хаки­миәте башлығы) һәм Фидәйес (урман хужалығында директор) исемле улдары ҡайҙа ғына хеҙмәт күрһәтһәләр ҙә, ата-әсәһенең йөҙөнә бер ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтермәгән.
Фидират Гәрәев туғандарын тиккә генә һанап сыҡманы, һүҙ ҙә юҡ, бөтәһе лә ғаиләләге күркәм тәрбиәгә туранан-тура бәйле.

Шулай уҡ Фидират Әхнәф улы ҡатыны Хәлиҙә Әхмәт ҡыҙы менән балалары Марат, Альмира һәм Таңһылыуҙың һәр уңышына шатланып донъя көтә, ғәзиздәренең һәр береһе юғары белемгә эйә.
– Кәләшем Хәлиҙә тыумышы менән Ауырғазы районының Тө­рөмбәт ауылынан, – ти Фидират Гәрәев. – Шаяртып әйткәндә, башҡорт ҡыҙын йәһәннәмдән эҙләп, башҡорт ауылына алып ҡайттым. Ул минең серҙәшем дә, терәк-таянысым да. Бөтә уй-пландарҙы Хәлиҙәм менән кәңәшләшеп эш­ләйбеҙ.
Үрге Ласынтауға барып та, Зыя Нуриевтең йәшәгән өй урынын күреп китмәү яҙыҡ булыр ине. Күрҙек уны, хатта фотоға ла төш­төк. Бөгөн бында Фәнил Шараев тигән уҙаман хан һарайынан һис тә кәм булмаған йорт һалған.
Беҙгә ауыл урамы буйлап үтергә тура килде. Беренсенән, өйҙәрҙең төҙөк булыуы күҙгә ташланды, ихаталар тәртипкә килтерелгән, ҡоймалар әллә ҡайҙан балҡый. Икенсенән, бындағы кешеләрҙең алсаҡлығы, йомартлығы, ихлас­лығы хайран итте. Башҡорттарға хас сифат һаналған ҡунаҡсыллыҡ уларҙа ярылып ятыуына иғтибар иттек.
Читайте нас