Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән кешеләр яҡшы белә: һуңғы ике йылға тиклем уларҙың ихаталарында әллә ни төҙөкләндереү эштәре башҡарылманы. Айырыуса район үҙәктәре, бәләкәй ҡалаларҙа улар тиҫтәләр йыл буйы ремонт күргәне юҡ ине.
Ә хәҙер нимә күрәбеҙ? Ике йыл элек республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Башҡортостан ихаталары” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Былтыр һәм быйыл республика ҡала-райондарында урынлашҡан ихаталар төҙөкләндерелде генә түгел, ә тулыһынса тиерлек яңыртылды. Уларҙа йәшәге, балалар үҫтерге килә, күңел күтәрелә, дәрт арта. Кемгә яңы һәм матур киңлек оҡшамаһын инде, әлбиттә, бөтәһе лә ҡәнәғәт.
Программаға ярашлы баш ҡалала ғына түгел, ә хатта алыҫ район үҙәктәрендә һәм ҙур ауылдарҙа ла өр-яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылды. Уларҙың бөтәһенә лә тиерлек хәүефһеҙ резина япмалар һалынды. Асфальт түшәлде, тротуарҙар яңыртылды, бордюрҙар ҡуйылды. Яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системалары ихаталарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы итә. Матур эскәмйәләр, бәләкәй архитектура формалары, йәмле сәскәлектәр – быларҙың барыһы ла уңайлыҡ тыуҙыра, күңелдәрҙе йылыта.
Аҙна башында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә программаны 2020 йылда тормошҡа ашырыуҙың тәүге йомғаҡтары яһалды. Бөгөнгә ҡарата “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу 90 процентҡа тамамланған. 183 ихата файҙаланыуға тапшырылған, 111-ендә комиссия асыҡлаған етешһеҙлектәр юҡҡа сығарыла. 54 ихатала эштәр 95 процентҡа башҡарылған. Артта ҡалыусы төбәктәр – Өфө, Бөрө, Бүздәк һәм Дәүләкән райондары.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыуҙың икенсе йылы уңышлыраҡ бара. Былтыр күп объекттарҙа эштәр декабрҙә саҡ тамамланған булған. Шул уҡ ваҡытта быйыл сикләү саралары арҡаһында эштәр бер айға һуңыраҡ та башланғайны.
Быйыл программаны финанслау өсөн 1,77 миллиард һум аҡса тотонолдо. 519 күп фатирлы йорт ҡараған 380 ихата төҙөкләндерелде. Был эштәр һөҙөмтәһендә 186 – балалар, 116 спорт майҙансығы, 14226 туҡталҡа, 2021 яҡтыртҡыс, 2009 эскәмйә, 1888 урна барлыҡҡа килде. Ихаталарҙа, дөйөм алғанда, 457 мең квадрат метр асфальт, 72 мең квадрат метр хәүефһеҙ япма түшәлде.
Өфө ҡалаһында, 9 ноябргә ҡарата, 10 ихатала эш тамамланған һәм түләнгән, 18 ихатала етешһеҙлектәрҙе бөтөрәләр. 46 ихатала эштәр тамамланыу өҫтөндә. Планға ярашлы, объекттар 15 ноябрҙә тапшырылып бөтөргә тейеш.
Проектты тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы муниципалитеттар тип Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Мәләүез, Яңауыл ҡалалары, Бәләбәй, Саҡмағош, Баҡалы, Краснокама райондары танылған.
Быйылғы төҙөкләндереү миҙгелендә конкурстар барышында республикала етештерелгән төҙөлөш материалдарына һәм бәләкәй архитектура формаларына өҫтөнлөк бирелгән. Уларҙың хаҡтары башҡаларҙыҡынан түбәнерәк булыуы менән айырыла. Мәҫәлән, республикала етештерелгән бәүелсәктәр 11,2 меңдән 13,8 мең һумға тиклем торһа, башҡа төбәктәр уны 15,8 – 25,4 мең һумға тиклем һата. Ҡалҡанбаштар беҙҙә 14,4 – 15,3 мең һум торһа, ситтә 19,3 – 28,7 мең һумға тиклем барып етә.
Ә киләһе аҙна башынан алып республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы онлайн тәртибендә 2021 йыл проекттарын яҡлауҙы башлаясаҡ та.
– Тышта 9 ноябрь, бына-бына ҡар яуа башлаясаҡ, ә эштәр тамамланмаған, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ кешеләрҙән ыңғай хис-тойғолар алырбыҙ тип көткәйнек, һөҙөмтәлә бер нисә проблемалы нөктә алдыҡ. Мәҫәлән, Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамы. Дөйөм алғанда, халыҡ беҙҙең был эшмәкәрлекте бик ыңғай баһалай. Беренсе йыл ауыр эшләнек, быйыл һөҙөмтәләр яҡшыраҡ. 2021 йылда иһә идеаль эш көтәм, айырыуса сроктарҙы үтәү йәһәтенән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында киләһе йылда программа бер ни тиклем ҡыҫҡартыласаҡ, ҡайһы бер ихаталар 2022 йылға күсәсәк.
Республикала быйыл уңышлы башҡарылған ихаталар бик күп. Уларҙың бер нисәүһенә туҡталып китәйек. Мәҫәлән, Баҡалы ауылының Ворошилов урамындағы ихата. Бер йыл элек, был программала ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һүҙҙәр саҡ йөрөгән мәлдә, Баҡалы районы кешеләре уның үҙ ихатаһында тормошҡа ашырылырына ышанмай ине. Бындағы ихаталар иҫке, законһыҙ төҙөлгән гараждар һәм мөгәрәптәрҙән торған. Әле иһә бөтөнләй икенсе күренеш.
Хыялдар тормошҡа аша һәм быйыл Баҡалы ауылында “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы, һигеҙ күп фатирлы йорт ингән ихата комплекслы төҙөкләндерелде. Проект бик ҙур, төҙөкләндереү, дөйөм алғанда, 13 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда башҡарылған.
Һөҙөмтә бөтәһенә лә оҡшаған. Хәҙер бында заманса һәм хәүефһеҙ япмалы балалар һәм спорт майҙансығы, автомобиль ҡуйыу урындары, тротуарҙар бар, яңы яҡтыртыу системаһы, контейнер майҙансығы ҡуйылған. Ихата араһында йөрөү юлдары асфальтланған, тротуарҙарға брусчатка һалынған, яңы бәләкәй сәскә баҡсалары ҡалҡып сыҡҡан. Хәүефһеҙлек өсөн туғыҙ видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.
Бындағы бөтә эштәр ҙә урындағы халыҡтың фекерен һәм теләктәрен иҫәпкә алып башҡарылған. Хәҙер уларға яңыртылған һәм матур киңлекте оҙаҡ йылдарға һаҡларға кәрәк.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың тағы бер матур өлгөһө – Саҡмағош ауылында. Тыныслыҡ урамында йәшәгән балалар бер йыл элек кенә соҡорҙар һәм күләүектәр аша һикереп йөрөһә, бөгөн уларҙың ихатаһы тирә-яҡта иң матуры. Ул күп фатирлы 14 йортто берләштергән. Хәҙер бында яңы балалар майҙансығы бар. Тротуар киңәйтелгән, биләмәгә асфальт түшәлгән. Видеокүҙәтеү, яҡтылыҡ системалары ҡуйылған, туҡталҡалар арттырылған, биләмә йәшелләндерелгән. Яңы контейнер майҙансығы эшләнгән. Үҙ теләктәрен иҫәпкә алып, барыһын да еренә еткереп эшләгәс, халыҡ бик ҡәнәғәт.
Үткән йыл тәжрибәһен иҫәптә тотоп, төҙөүселәр быйыл эштәрҙе сифатлыраҡ, тиҙерәк башҡарҙы. Был йәһәттән Мишкә районындағы ихатала йәшәгәндәр ҙә ҡәнәғәт.
Элек район үҙәгендә балалар уйын майҙансығы берәү генә булған, ул ауылдың үҙәгендә урынлашҡан.
“Хәҙер иһә үҙебеҙҙең майҙансыҡ бар. Балалар өйҙән сығыу менән ихатала рәхәтләнеп уйнау мөмкинлеге алды”, – тип шатлығы менән уртаҡлаша ике йәшлек Рәсүлдең әсәһе Диана Моратбаева.
Өлкәндәр өсөн дә ихата хәҙер бик уңайлы. Мәҫәлән, кер киптереү урыны яңыртылған. “Ауыл эрендә унһыҙ йәшәп булмай шул”, – ти Елена Апалиева.
Мишкә районының Тыныслыҡ урамындағы был ихатаны төҙөкләндереү тураһында һүҙ былтыр көҙ үк йөрөй башлай. Ә инде быйыл июндә, барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткәс, эш башлана. Бында бордюрҙар алмаштырыла, контейнер майҙансығы булдырыла, тышҡы яҡтыртыу системаһы яңыртыла. Шулай уҡ күп йылдар эсендә беренсе тапҡыр юлға асфальт түшәйҙәр.
Идара итеүсе компания директоры белдереүенсә, подрядсы ойошманы бер тапҡыр ғына саҡыралар – улар балалар майҙансығына йомшаҡ япма түшәүҙә булышлыҡ ҡыла. Ҡалған эштәрҙе үҙ көстәре менән башҡаралар.
Идара итеүсе компания киләһе йылда ла “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Улар күрше ике йорттоң майҙанын да ремонтламаҡсы. Ул саҡта тотош биләмә матур һәм берҙәм стилдә буласаҡ. Спорт майҙансығы ла булдырыу ҡаралған. Ғөмүмән, был ихата күптәр көнләшерлек урынға әйләнәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был программаның үтәлешен йыш ҡына шәхси контроле аҫтына алды. Район һәм ҡалаларға эш сәфәре менән барған һайын ул үҙе ремонт барышын ҡараны, әле иһә ҡабул ителгән ихаталарҙы тикшерә, халыҡ менән аралашып, фекерен белешә. Күптән түгел генә ул Баймаҡ ҡалаһында булды һәм унда ла төҙөкләндерелгән ихаталарҙы ҡарамай үтеп китә алманы.
Баймаҡта ул Әлибаев урамындағы ихаталарҙы ҡараны. Төҙөкләндереү өсөн, дөйөм алғанда, 8,2 миллион һум аҡса тотонолған. Ихатала резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, сикләгестәр ҡуйылған, ял биләмәһе эшләнгән, туҡталҡалар булдырылған, яҡтылыҡ системаһы эшләнгән һәм контейнер майҙансығы яңыртылған. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, бындағы кеүек өлгөлө контейнер майҙынсыҡтары бөтә райондар өсөн миҫал булырға тейеш.
Урындағы кешеләр белдереүенсә, муниципалитет һәм төҙөүсе ойошма уларҙың барлыҡ теләктәрен тыңлаған. Хәҙер күрше ихатаны төҙөкләндерер кәрәк. Радий Хәбиров уны икенсе йыл проектына индерергә ҡушты.
Ғөмүмән, төбәк етәксеһенең проектҡа үтә иғтибарлы ҡарауы күренә. Был турала йыш ҡына оператив кәңәшмәләрҙә һүҙ бара.
– Ыңғай миҫалдар бик күп. Ихаталар күҙгә күренеп матурлана, унда йәшәге, уйнағы, эшләге килә. Тик тегендә йә бында башҡарылған бер сифатһыҙ ремонт сәбәпле проектҡа ҡарата дөйөм кире ҡараш уяна. Былтыр, эш башланып ҡына торғанда, хаталарҙы ғәфү итергә лә булыр ине, тик хәҙер эшләп өйрәнергә ваҡыт, – тигәйне Радий Хәбиров.
Шундай кире миҫалдарҙың береһе – Бөрө ҡалаһында ине. Тыныслыҡ урамындағы 148-се йорт ихатаһында башҡарылған ремонтта етешһеҙлектәр табылған.
Уны йүнәтеү буйынса контракт былтыр йәй төҙөлә, подрядсы ойошма 1 августа эш башлай һәм 27 декабрҙә тамамлап тапшыра. Әммә сифатһыҙ башҡара. Яҙғы тикшереү барышында балалар майҙансығына түшәлгән резина япманың тигеҙ түгеллеге асыҡлана. Шулай уҡ 1-се һәм 5-се подъездар алдында һыу йыйыла. Был етешһеҙлектәр буйынса төҙөүселәргә дәғүә ебәрелә, һөҙөмтәлә быйыл майҙа япма яңынан түшәлә. Ә бына подъездар алды ошо көнгә тиклем яңынан асфальтланмай ҡала килә.
Яуапһыҙ башҡарылған ремонт урындағы халыҡ өсөн проблема тыуҙырған. Мәҫәлән, Римма Александровна белдереүенсә, ямғыр яуған һайын һыу подвалға ағып төшә, шул сәбәпле инәйҙең фатиры дымлы, күгәргән урындар бар.
“Мин беренсе ҡатта йәшәйем. Бөтөн һыу подвалға аға. Өйҙә дым, балаҫтар һыулы. Ваҡ себендәр оса башланы. Кеше миңә инһә, фатирыңдан насар еҫ сыға, ти. Иртән уяныу менән тәҙрәләрҙе аса һалам, башҡаса йәшәү мөмкин түгел”, – ти Римма Александровна.
Подрядсы ойошма вәкилдәре эшкә өҫтән ҡыҫылғас, аҙна дауамында етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарырға вәғәҙә бирә һәм һүҙендә тора.
“Тейешенсә асфальт түшәнек, бынан һуң күләүек булмаясаҡ. Кешеләргә подъездарға инеү-сығыу уңайлы буласаҡ”, – тигән төҙөүсе ойошма вәкиле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире өлгөләр тағы бар. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһында Комаров урамы, 15, 17 һәм 17\1 йорттары ихатаһы ҡабул ителмәгән. Бында балалар майҙансығы япмаһы сифатһыҙ башҡарылған. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы ихатала балалар майҙансығында подрядсы сертификация үтмәгән уйын ҡорамалдары ҡуйған. Тик етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылғас ҡына эштәр өсөн түләнәсәк.
Тағы шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: программаны тормошҡа ашырыу арҡаһында Башҡортостан предприятиелары ла заказлы булды. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһының “Проспект” предприятиеһы кәмендә 2024 йылға тиклем программаны тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәсәк. ТОСЭР резиденты булған был предприятие әлеге йүнәлештә май айынан эшләй башланы һәм 52 миллион һумлыҡ биш мең самаһы әйбер етештерҙе лә.
“Проспект” төҙөкләндереү элементтарын етештерә. Бында эскәмйәләр, фонарҙар, балалар һәм уйын майҙансыҡтары, воркаут-тренажерҙар эшләнә. Тауарға ихтыяж, 2020 йылды Башҡортостанда “Зауыҡлы биләмәләр йылы” тип атап, “Башҡортостан ихаталары” программаһы эшләй башлағас, бермә-бер артты. Благовещендағы был предприятие йыл башында, проектты “Инвестиция сәғәте” ултырышында раҫлағас, барлыҡҡа килде.
– Төп заказсыларыбыҙ – төбәк муниципалитеттары һәм идарасы компаниялар. ТОСЭР резиденты булараҡ, беҙҙең һалым ташламалары һәм башҡа өҫтөнлөктәр бар. Ошо сәбәпле беҙ тауарға хаҡты күтәрмәйбеҙ һәм уны баҙарҙа конкурентлыҡҡа һәләтле итеп тотабыҙ, – ти предприятиеның ағас эшкәртеү цехы начальнигы Александра Ладельщикова.
Киләсәктә иһә бында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн евроконтейнерҙар эшләү цехын асырға планлаштыралар.