Уны тормошҡа ашырыу өсөн “ДОМ.РФ” йәмғиәтендә консультация үҙәге (Интернет селтәрендәге сайты:
https://спроси.дом.рф) асылды һәм 8 (800) 775 11 22 номеры буйынса бушлай “ҡыҙыу элемтә” ойошторолдо. Үҙәк Рәсәйҙә граждандарға торлаҡ һатып алыу мәсьәләһендә түләүһеҙ ярҙам күрһәткән тәүге социаль сервисты тәшкил итә. Унда ипотека торлаҡ кредитлауына, торлаҡ проблемаһын хәл иткәндә дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәренә, ауыр хәлгә тарыған ипотека заемсыларына консультация биреүгә айырым иғтибар бүленә.