Йәмғиәт
13 Ноябрь 2020, 17:07

Фотоконкурс “Башҡортостан” гүзәле”: “Маҡсатым – ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү”

Баймаҡ районының Билал ауылы ҡыҙы Нурсилә Юламанова булам. Әлеге мәлдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетында инженер һөнәрен үҙләштерәмен. Уҡыуҙа күрһәткән һөҙөмтәләрем өсөн яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булдым.

Баймаҡ районының Билал ауылы ҡыҙы Нурсилә Юламанова булам. Әлеге мәлдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетында инженер һөнәрен үҙләштерәмен. Уҡыуҙа күрһәткән һөҙөмтәләрем өсөн яңыраҡ Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булдым.


Бәләкәй саҡтан уҡ йөрәгемдә бейеүгә ҡарата һөйөү хисе уянды. Мәктәп йылдарында халыҡ бейеүҙәрен бейеһәм, хәҙер үҙебеҙҙең уҡыу йортонда “Страдл” спорт-аэробика коллективында шөғөл­ләнәм. Коллектив менән төрлө ҙур сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар­ға өлгәшеп торабыҙ, һуңғы тапҡыр ҙур сығыштар менән Сочи, Санкт-Петербург ҡалаларында йөрөп ҡайт­тыҡ. Шулай уҡ ҡурайҙа уйнарға, шиғырҙарҙы тасуири һөйләргә яратам. Буш ваҡытымды файҙалы үткәрергә тырышам: спорт менән шөғөлләнәм, китаптар уҡыйым, шашка уйнайым, бешеренәм. Тағы ла бер ҙур һөйө­үем – ул сәйәхәт итеү, үҙем өсөн яңынан-яңы матур урындар асыу. Быға тиклем тик үҙебеҙҙең илдәге ер-һыуҙы күрһәм, теләгем – донъя буйлап сәйәхәт ҡылыу. Маҡсатым – илемә, халҡыма кәрәкле кеше булыу, матур ғаилә ҡороп, лайыҡлы балалар үҫтереү. Ғүмерҙең һәр миҙгеле үҙенсәлекле, шуға ла тормоштоң тәмен тойоп йәшәү – үҙе бер бәхет тип һанайым.


Бәйгелә һынау тотор өсөн тү­бәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фото­һүрәтегеҙ менән бергә үҙе­геҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙаныш­тарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.


Беҙҙең электрон адрес:bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.


2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.


Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектә­рендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номинацияһында билдә­ләнәсәк.


Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фото­бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.
Читайте нас