Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районында. Бында ул генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановтың хәтерен мәңгеләштереү сараларында ҡатнаша. Малаяҙҙан һуң ул арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы Торналыла булды.
Бында Радий Фәрит улы урындағы мәктәпкә барҙы. Быйыл сентябрҙә республика Хөкүмәте ҡарары менән уға полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың исеме бирелде. Ул бында 1970 йылдан алып 1980 йылға тиклем уҡыған.
Төбәк етәксеһе Артур Әхмәтхановҡа таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты. Уны мәктәп бинаһы фасадына ҡуйҙылар.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар! Артур Фәрүәз улының туғандары, яҡташтары! Мин был яҡтарға бер-нисә мәртәбә килергә уйлағайным. Артур Фәрүәз улы гел генә саҡыра ине. Тик ваҡыт юҡ тип һәр саҡ икенсе мәлгә күсерә килдем. Ә бөгөн бына ошондай сәбәп менән килергә тура килде, – тине Радий Хабиров. – Мәктәпте тамамлағас, Артур Әхмәтханов дәүләткә һәм кешеләргә хеҙмәт итеү юлы үтте. Ул карьераһын милиция, аҙаҡ полиция хеҙмәткәре булып башланы. Бөгөн беҙ был таҡтаташты асабыҙ, мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең яҡташы менән ғорурланһын, унан өлгө алһын өсөн кәрәк был.
Мәктәп директоры Азат Басиров яҡташтарының хәтерен мәңгеләштереү өсөн Радий Хәбировҡа һәм республика Хөкүмәтенә рәхмәт әйтте.
– Беҙҙән алыҫта эшләгән сағында ла Артур Фәрүәз улы тыуған мәктәбен онотҡаны булманы. Уның ярҙамы менән капиталь ремонт яһалды, тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерелде, матди-техник база яңыртылды. Мәктәп уның абруйына тап төшөрмәй, яҡташыбыҙҙың исемен лайыҡлы йөрөтөр тип ышанабыҙ, – тине Азат Басиров.