Йәмғиәт
13 Ноябрь 2020, 15:58

Йөкмәткеле тормош асылы

“Донъянан ҡәнәғәтлек тойоп йәшәргә кәрәк”

Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы Байбулатованың исеме республика халҡына яҡшы таныш. Ике тиҫтә йылдан ашыу Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында, ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо ваҡыт арауығында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы төньяҡ-көнбайыш төбәктә башҡорт телен уҡытыуға, башҡорт телендә ваҡытлы матбуғатты үҫтереүгә тос өлөш индерә, студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт теле, журналистика буйынса уҡытыу-методик программалар, уҡыу әсбаптары яҙа, тиҫтә йылға яҡын Нефтекама ҡалаһында сығып килгән “Кама тулҡындары” (“Красное знамя” ижтимағи-сәйәси гәзитенә ҡушымта) гәзитенең сығарыусы мөхәррире була. Республика матбуғаты уҡыусылары уның мәҡәләләрен дә яратып уҡый. Хәҙер бына икенсе йыл инде Гөлфирә ханым Краснокама районы хакимиәтендә мәғариф бүлегенең төп эшмәкәрлек һәм милли мәсьәләләр буйынса етәксе урынбаҫары йөгөн тарта.


Белем һәм тәрбиә өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле ханымдың тормош, йәшәйешкә бәйле фекерҙәре гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип өмөтләнәбеҙ.


– Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы, һеҙҙеңсә, тормош асылы нимә­лә?

– Эшкә ҙур теләк менән барып, хеҙмәтеңдән ҡәнәғәт булып, ғаиләң­де һағынып, улар янына ашҡынып ҡайтыуҙалыр, моғайын. Яратҡан эшең булыуҙа. Үҙ эшеңде юғары кимәлдә башҡарһаң, уны яратаһың – шуны аңланым. Егерме өс йылдан ашыу студенттар, балалар ме­нән эшләгәндән һуң, мәғариф бү­легенә эшкә күстем. Бында үҙем­дең профессионал түгеллегемде күрҙем, әммә тырышлыҡ һәм теләк булғанда, бөтә нәмә үҙ ваҡыты менән килә, Аллаға шөкөр, аҡрынлап өйрәнеп киләм.
– Һеҙҙеңсә, кем ул ҡатын-ҡыҙ, ниндәй ул?

– Мин һәр ваҡыт: “Ҡатын-ҡыҙ – донъялағы иң көслө зат”, – тип әй­тәм. Физик көстө әйтмәйем, ул яҡ­тан ҡатын-ҡыҙ ирҙән көслө булырға тейеш тә түгел. Рухи көс – түҙем­ле­лек, сыҙамлылыҡ, оҫталыҡ... Ә күпме наҙ, нәзәкәтлелек, нескә хис-тойғо, хәстәрлелек бар ҡатын-ҡыҙҙа! Тап ошо рухи яҡтан көслө булыу уға бар яҡлап та ярҙам итә, тип уйлайым.
Тағы ла ҡатын-ҡыҙ – ул ма­турлыҡ тыуҙырыусы. Был уның булмышы. Зауыҡ менән кейенгән, матур прическалы, оҫта итеп биҙәнгән, бер һүҙ менән әйткәндә, “ҡып” итеп торған ҡатын-ҡыҙҙы күрһәм, иң беренсе булып башыма шундай уй килә: тимәк, бының өйө лә шулай уҡ бөхтә, тормошонан да ҡәнәғәт.
– Көндәлек мәшәҡәт баҫып киткәндә, тынғыһыҙ мәлдәрҙе нисек үткәрәһегеҙ?

– Тормош ығы-зығыһы баҫып алырға ғына тора. Уға бирешмәҫкә тырышам. Ял көндәремде, ғөмү­мән, тормошомдо йөкмәткеле итер­гә яратам. Спорт менән шөғөл­ләнәм, концерт-театрға йөрөйөм, дуҫтарым, туғандарым менән аралашып торам, тыуған көндәр, юби­лейҙар алып барам, сценарийҙар, шиғырҙар, публицистик мәҡәләләр, очерктар яҙам. Шиғыр уҡыу, тыңлау мине ҡанатландыра. Сәйәхәткә сығырға, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, рәхәтләнеп йөҙөргә яратам. Ҡыштарын саңғыла йөрөргә, хатта тау шыуырға сығабыҙ.
Донъянан ҡәнәғәтлек тойоп йәшәргә кәрәк. Шулай йәшәүе еңелерәк. Ҡәнәғәт булырға, әммә маҡсат ҡуя белергә, ҡуйған маҡсатыңа, һис шикһеҙ, ирешергә.
– Ғаилә мөнәсәбәттәре яҡшы булһын өсөн ниндәй сифаттар кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

– Ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡ­ларға кәрәк. Һис шикһеҙ. Бер туғандар араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙең боҙолоуына юл ҡуйырға ярамай. Нимәгәлер үпкәләп, аралашмағандарҙы беләм. Бындай кешеләр мәңге йәшәр кеүек ҡылана. Өс көнлөк донъя – бөгөн бар, иртәгә юҡбыҙ. Шуға ла бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Ата-әсәһенә үпкәләп, хәлдәрен дә белмәй йөрөгәндәргә аптырайым. Әлбиттә, ғәйеп бер ҡасан да бер генә яҡлы булмай. “Атта ла, тәртәлә лә бар”, тиҙәр бит. Беренсе булып боҙолған мөнәсәбәттәрҙе төҙәтергә ынтылырға кәрәк. Күңелдә йөрөткән үпкә тора-бара төйөргә әйләнә. Ошо төйөрҙө йотмаһаң, ул шешкә әүерелә. Яман шештәр тап ошонан барлыҡҡа килә лә инде – күңелгә йыйылған яман­лыҡтарҙан, асыу­ҙарҙан, уҫаллыҡ­тарҙан. Ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡыҫылырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Кемдәр иң беренсе сиратта “танауын тыға”, тиһегеҙме? Үҙенең шәхси тормошо булмаған, тормошо бер нисек тә ялғанмаған кешеләр.
Кеше мөнәсәбәттәре бер-берең менән аралашыуға ҡоролған. Шуның өсөн дә аралашҡан ваҡытта телдән тик яҡшы, матур һүҙҙәр генә сыҡһын ине. Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе – түҙемлелек һәм бер-береңә юл бирә белеү. Көсөр­гәнешле мәлдәрҙе лә бит үҙебеҙ тыуҙырабыҙ, тимәк, унан сығыу юлы ла үҙебеҙҙән тора. Бер һорауҙы ла ҡыҙыулыҡ менән хәл итергә ярамай. Сиселмәй торған бер генә мәсьәлә лә юҡ. Һәр береһен уртаға һалып һөйләшергә: ҡысҡырмай, талашмай ғына. “Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә”, “Кеше ышанмаҫлыҡ хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә”, – ти халыҡ мәҡәлдәре.
– Ҡыҙығыҙ Регинаға 21 йәш. Уның менән үҙ-ара мөнәсәбәт­тәрегеҙ нисек ҡоролдо?

– Хәҙерге балалар бөтөнләй икенсе төрлө: холоҡ-фиғеле, аҡыл-уйҙары, донъяға ҡарашы, аралашыуы менән. Быны үҙемдең ҡы­ҙымдан ғына сығып әйтеүем түгел, ә студенттар, балалар менән эшләгән уҡытыусы булараҡ әйтәм. Минең ҡыҙым да ошо замана, ошо мөхит балаһы, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Бәләкәй сағында эш менән балама ваҡытты әҙ бүлдем, тип уйлай тор­ғайным. Бергәләп уҡылған ки­тап­тарҙы, ҡаралған йәнһүрәттәрҙе иҫкә төшөрәм, башҡа ваҡиғаларҙы барлайым да, ваҡыт та, иғтибар ҙа етерлек бүленгән, тигән фекергә киләм.
Үҫмер сағында ҡыҙыма күп нәмәне аңлатырға, төшөндөрөргә, үҙ миҫалымда күрһәтергә тура килде. Әммә бер ҡасан да үҙ фекеремде таҡманым. Аллаһҡа ышанмайым, ти торғайны. Мин иһә һәр ваҡыт бисмилламды, “Аллаһ бойорһа”ны әйтергә онотманым. Ошо хаҡта мине тетрәндергән хәлдәр ишетһәм йә уҡыһам, ҡыҙым менән бүлештем. Берҙән-бер көндө ул миңә, әсәй, әйҙә мәсеткә барып, хәйер бирәйек, тине. Тимәк, тормош ҡанундарының иң мөһимен үҙе аңланы тигән һүҙ.
Ҡайһы саҡ уҫал да булдым. Булмышым шундай. Әммә иркәләп, һөйөп, яратыуымды күрһәтә лә белдем. Кәңәш һорағанда ғына үҙ фекеремде әйттем, һорамаһа – ҡы­ҫылманым, сөнки хәҙерге йәш­тәр беҙҙе элекке заман кешеләре тип һанай. Мөнәсәбәттәр гел генә ал да гөл булып тормай, төрлө саҡтар килеп сыға. Иң мөһиме – ғәйебеңде танып, ғәфү үтенә белеү. Ғәфү итә белеү ҙә бик мөһим. “Әсәй, ғәфү ит, башҡаса улай итмәм”, – тип әйтә белә ҡыҙым. Әлеге ваҡытта, Аллаһҡа шөкөр, мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы, өлкәндәрсә, дуҫтарса.
– Тормошта ғаилә, туғандар ҙур роль уйнай...

– Эйе, туғандар менән мөнәсә­бәт үҙенсәлеге үтә лә ныҡлы иғти­бар талап итә. Алда әйтеп кит­кәй­нем бер-береһе менән аралаш­ма­ған бер туғандар тураһында. Беҙ ғаиләлә биш ҡыҙ үҫтек. Аллаһҡа шөкөр, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Иптәш­тәребеҙ ҙә бер туғандар кеүек, бер ҡасан һүҙгә килешеп, үҙ-ара ығы-зығы ҡупҡаны юҡ. Үҙенсәлеге нимәлә? Бер-береңә булған һөйөүҙә, иғтибарҙа һәм ихтирамда. Апай-һеңлеләремде ныҡ яратам, улар менән шатлығымды ла, ҡайғымды ла бүлешәм. Кәрәк булһа, ярҙамға килергә әҙермен.
Байрамдарҙа бергә булырға тырышабыҙ. Балаларыбыҙ ҙа аралашһын, туғанлыҡтың ҡәҙерен белһен, тибеҙ. Берҙәм булырға атай-әсәйебеҙ өйрәтте. Атайым Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы иҫән сағында гел генә: “Бер-берегеҙҙе ташламағыҙ”, – тип ҡабатлар ине.
Әсәйем Флүзә Сәхәүетдин ҡыҙына хәҙер 76 йәш, уның янына йыш ҡайтабыҙ. Тыуған нигеҙҙә йыйылыуҙан да ҡәҙерлерәк минуттар юҡ. Беҙҙе берләштергән нигеҙҙең уты һүнмәһен, әсәйем иҫән-һау булһын, тип теләйем.
– Тормошта таянысығыҙ кем?

– Иң яҡын кешеләрем – ғаиләм, әсәйем, туғандарым.
– Арыуҙан иң яҡшы ысул?

– Арыһам – йоҡлайым. Йоҡо – иң яҡшы ял.
– Иптәшегеҙ менән нисек ял итәһегеҙ?

– Бергәләп кино ҡарарға, һуңы­нан фекер алышырға яратабыҙ. Минең кескәй генә ижадымдың иң беренсе уҡыусыһы, баһа биреү­се­һе – ул. Тағы ла бергәләп саңғыла шыуабыҙ. Ул конькиҙа яҡшы шыуа, мине өйрәтә. Күп нәмәне бергә эшләйбеҙ: ашарға бешерәбеҙ, кистәрен урманда “һаулыҡ һуҡмағы”нда йөрөйбөҙ.
– Донъяла һеҙҙең өсөн иң мөһим өс нәмә.

– Бала. Мөхәббәт. Матурлыҡ.
– Әҙәми затта ниндәй сифат­тарҙы үҙ итмәйһегеҙ?

– Кеше әйткән һүҙендә тормаһа – йәнем һөймәй. Наҙанлыҡты үҙ итмәйем.
– Ҡатын-ҡыҙ тормошта нин­дәйҙер кимәлдә актриса булырға тейеш, тиҙәр. Ошо һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?

– Килешәм. Сама менән. Ныҡ уйнап ташламаһын йәки ролгә артыҡ инеп китмәһен.
– Әлеге ваҡытта өҫтәлегеҙҙә ниндәй китап ята?

– Достоевскийҙың “Енәйәт һәм яза” романын уҡыйым. Уны мәктәп программаһында үткәйнек, ләкин онотолған.

Университетта уҡыған­да ул романды китапхананан алып уҡыным. Әммә ул ваҡытта бөтөн­ләй икенсе төрлө ҡараш булған. Хәҙер икенсе күҙлектән бағам. Ваҡыт үтеү менән ҡараш та үҙгәрә бит.
Мин ҡараған йәки уҡығанды мот­лаҡ уҡығыҙ, ҡарағыҙ, тип берәүгә лә әйтмәйем, әммә тәьҫораттарым менән бүлешәм. Ирем йыш ҡына ҡыҙыҡһынып, мин тәҡдим иткән теге йәки был китапты уҡый, фильм­ды ҡарай.
– Тормошҡа ашмаған хыя­лығыҙ бармы?

– Бәләкәйҙән театр актрисаһы булыу хыялы йәшәй ине. Ауыл клубында үҙешмәкәр коллективтар спектаклдәр ҡуя торғайны. Атайым гел төп ролдәрҙе башҡарҙы. Матур, көр тауышы менән моңло итеп йыр­лай ине ул. Ауылдың алыш­тырғыһыҙ Ҡыш бабайы булды. Ҡарһылыуҙар ғына үҙгәреп торҙо: беҙ, биш ҡыҙҙың өсәүһе, сиратлап Ҡарһылыу булдыҡ. Мәктәптә уҡы­ған йылдарҙа ла спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙым. Бәлки, ошо бала саҡта тыуғандыр ул хыялым.
Хәтеремдә, БДУ-ға документтарымды тапшырғас, сәнғәт институтына барып, имтихандар менән ҡыҙыҡһынып йөрөгәйнем. Тик сәнғәткә барырға атайым рөхсәт итмәне.
– Уҡыусыларға әйтер һүҙҙә­регеҙ.

– Тормошта төрлө саҡ була, әммә ниндәй генә сетерекле хәл тыуһа ла, кеше булып ҡалайыҡ. Күптәр тормош мәшәҡәте менән һаулығына иғтибар бүлмәй, шу­ныһы аяныс. Һаулыҡты һаҡларға, сәләмәт тормош алып барырға, һәр яҡлап өлгө булырға.

Читайте нас