Йәмғиәт
14 Ноябрь 2020, 12:15

Эштең тәүге этабы тамам

Архангел районы үҙәгендә “Чкалов” скверын төҙөкләндереү әүҙем бара.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, Башҡортостандың Архангел районындағы Архангел ауылында “Чкалов” скверын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамамланды.
Подряд ойошмаһы “ДорСтройИнжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 6675,05 мең һумлыҡ эш башҡарҙы. Аҡсаның 6214,47 мең һумы – федераль, 126,83 меңе – төбәк, 333,75 мең һумы урындағы бюджеттан бүленде. Төҙөкләндереү барышында биләмәгә асфальт түшәлде, бордюр һалынды, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, йәшелләндереү эштәре башҡарылды.
Мәғлүм булыуынса, был проекттың төп бурысы – илебеҙҙәге муниципалитеттар үҫешенә этәргес биреү. Уны тормошҡа ашырыу барышында йәмәғәт биләмәләре, парктар, яр буйҙары төҙөкләндерелә, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы проекттарҙың бөтә Рәсәй конкурсы саралары ойошторола.
Фото: arhvest.rbsmi.ru
Читайте нас