Йәмғиәт
14 Ноябрь 2020, 14:30

"Миловка паркы" ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр?

2628 алданған өлөшсөнөң мәсьәләһен хәл итеүгә алты миллиард һум аҡса бүленгән.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы вәкилдәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһында алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса булған үткән тура эфир барышында, Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексы объекттарында төҙөлөштөң 2021 йылдың яҙында башланыуы көтөлә, тип хәбәр итте.
Тапшырыуҙа ҡатнашыусыларға инициатив төркөм вәкиле Виталий Листков был эштең ваҡытына бәйле һорау бирҙе.
"Әлбиттә, беҙҙең мәсьәләнең хәл ителә башлауы менән ҡәнәғәтмен. Әммә өлөшсөләрҙең һорауҙары бар. Мәҫәлән, йорттар төҙөлөп бөтәсәге аңлашыла, әммә улар ниндәй ваҡыт эсендә тапшырылаҡ? Ниндәй этаптар үтергә, өлөшсөләргә нимә эшләргә кәрәк?" – тип һораны ул.
Башҡортостандың банкрот булған төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләрен көйләү фонды генераль директоры Дамир Миңлебаев: “Хәҙер беренсе аҙым – был функцияны төбәк фондына тапшырһындар өсөн судта төҙөүсене алмаштырыу буйынса бөтә процедураларҙы үтеү. Быны конкурс идарасыһы менән фонд белгесе атҡара. Һуңынан тикшереү үткәреп, проектты төҙәтәләр - барыһы ла конкурс нигеҙендә һәм законға ярашлы эшләнә. Быға яҡынса өс-дүрт ай үтә. Унан һуң төҙөлөшкә күсәбеҙ. Өлөшсөләр үҙ бурысын башҡарған, уларға тик төҙөлөштөң бөткәнен көтөргә, беҙ күргән сараларҙы контролдә тоторға, эш барышын күҙәтергә генә ҡала”, – тип яуап бирҙе.
Бер ай элек Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль һәм төбәк фондтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә төҙөлөштәрҙе тамамлауға, компенсация түләүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға сумманың 88 процентын – федераль фонд, ә 12-һен төбәк фонды бүләсәк. Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, был – урындағы властарҙың ваҡытында мөрәжәғәт итеүе, ныҡышмаллығы һөҙөмтәһе.
"Фонд беҙҙең үтенескә яуап бирҙе һәм документтар тиҙерәк “хәрәкәт итһен” өсөн урындарҙы күберәк белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ ҡылды. Беҙ бүленгән аҡса арҡаһында, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләренән ҡалып, өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Әлегә Башҡортостанда 51 объекттағы 2628 алданған өлөшсөнөң мәсьәләһен хәл итеүгә алты миллиард һум алыуға өлгәштек", – тине Артем Ковшов.
"Һеҙҙең эш артында – меңәрләгән кеше яҙмышы. Аралашырға, нимә барғанын, әле властар тарафынан ниндәй саралар күрелгәнен уларға һөйләргә кәрәк", – тине тапшырыуҙы алып барыусы, Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.
Тапшырыуҙа ҡатнашыусылар белдереүенсә, әле өлөшсөләр менән аралашыу күп осраҡта мессенджерҙар чатында алып барыла, шулай уҡ көнүҙәк мәғлүмәттәр фондтың, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының сайтына ҡуйыла.
Читайте нас