Йәмғиәт
14 Ноябрь 2020, 17:00

Рәсәй халҡы ауыр юғалтыу кисерҙе

“Неуловимые мстители”, “Здравствуйте, я ваша тетя”, “Место встречи изменить нельзя” кеүек фильмдар менән бергә ул күңелдәрҙә мәңге йәшәр.

Рәсәй халҡы ауыр юғалтыу кисерҙе: СССР-ҙың халыҡ артисы Армен Джигарханян 86-сы йәшендә мәрхүм булды, тип хәбәр итә РИА яңылыҡтар порталы.
Армен Джигарханян Әрмәнстанда тыуған, боронғо тиффлис әрмәндәре тоҡомонан. Урыҫ мөхитендә үҫкән, белем алған. Мәктәп йылдарынан уҡ театр менән мауыҡҡан. 1954 йылда Ереван художество–театраль институтына актерҙар бүлегенә уҡырға инә. Сәхнәгә беренсе тапҡыр 1955 йылдың ғинуарында сыға.
1969 йылда Мәскәүҙәге Маяковский исемендәге драма театрына эшкә килә. Унда 27 йыл хеҙмәт итә, төп актерҙарҙың береһе була.
Джигарханян кино актеры булараҡ та киң билдәле. Уның иҫәбендә - тиҫтәләрсә роль. Ул хатта был йәһәттән Гиннестар рекорды китабына ла ингән. Оҙайлы ижад тормошонда бик күп төрлө пландағы ролдәрҙе башҡарған. “Неуловимые мстители”, “Здравствуйте, я ваша тетя”, “Собака на сене”, “Место встречи изменить нельзя” кеүек фильмдар уның визит карточкаһына әйләнде. Ә инде 1969 йылда ул үҙенең театрын ойоштора, төп труппа булып ВГИК-ты тамамлаған үҙенең курсы тора.
Джигаханян – Милли кинематография сәнғәте академияһы, шулай уҡ Рәсәй ғилми һәм “Ника” кинематография сәнғәте академияһы академигы. 1969 йылдан - Мәскәү драма театры етәксеһе.
СССР-ҙың халыҡ артисы сағыу ижад юлында бик күп баһаларға лайыҡ булған, мәртәбәле премиялар алған, Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены, Әрмәнстандың Почет ордены менән наградланған.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас