14 ноябрҙә Булгаков ауылы хакимиәте башлығы Александр Мельников 57 йәшендә вафат булған. Хеҙмәттәштәре хәбәр итеүенсә, ул “оҙаҡ ваҡыт сирләмәгән”.
Мәғлүм булыуынса, башлыҡты бөгөн Булгаков ауылынан һуңғы юлға оҙатасаҡтар.
Александр Мельников 1963 йылдың 27 октябрендә Булгаков ауылында тыуған һәм бар ғүмерен үҙ төйәгенә бағышлаған. Слесарь булып эшләгән, ике йылдан ашыу Афғанстанда хеҙмәт иткән. Бының өсөн “Афған халҡынан рәхмәт менән” миҙалына лайыҡ булған. Унан хеҙмәтен эске эштәр органдарында дауам иткән. 1991 – 2007 йылдарҙа ауыл хужалығы производствоһында бригадир вазифаһын башҡарған.
Өфө ҡалаһының "ҡапҡаһы" булған Булгаков ауылы хакимиәте башлығы итеп уны бынан 13 йыл элек, 2007 йылда, тәғәйенләгәндәр.
"Уның тормош юлы – ысын ир-уҙаман ниндәй булырға тейеш, шуға өлгө: бурыстарына, һайлаған эшенә, ғаиләһенә, Ватанға тоғро кеше ине. Ҙур биләмәнең тәжрибәле башлығы булараҡ, күптәргә үрнәк күрһәтте, уның абруйлы фекеренә ҡолаҡ һалалар, кәңәш һорайҙар ине", – тип яҙа Александр Мельников тураһында хеҙмәттәштәре.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Комсомольская правда”.