Йәмғиәт
15 Ноябрь 2020, 16:00

Ҡариҙел кешеһен ни өсөн шул ҡәҙәр язалағандар?

Туҡмағандар, типкеләгәндәр, аяҡ-ҡулын скотч менән йәбештереп, сәсен ҡырҡҡандар, тәнен ут менән өткәндәр...

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре менән аралашҡан өсөн генә Ҡариҙел районы кешеһен туҡмап, төрлөсә язалап ыҙалатҡан әҙәмдәргә хөкөм ҡарары сығарылды.
Был ҡырағай хәл 2019 йылдың 24 декабрендә булғайны. Өс ир берәүҙе тәүҙә кафе янында туҡмаған, был ғына аҙ тойолғас, язалауҙарын фатирҙа дауам иткәндәр.
Тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, зыян күреүсене туҡмағандар, типкеләгәндәр, таяҡ, таба кеүек нәмәләр менән һуҡҡандар. Шулай уҡ аяҡ-ҡулын скотч менән йәбештереп, сәсен ҡырҡҡандар, тәнен ут менән өткәндәр. Ни өсөн? Полиция менән хеҙмәттәшлек иткәнгә.
Әлбиттә, бындай ҡанһыҙлыҡ айыҡ аҡыл менән ҡылынмаған, язалаусыларҙың өсөһө лә спиртлы эсемлек тәьҫире аҫтында булған. Уларға ҡарата “кешене күмәкләп яза ҡулланып ыҙалатыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылып, хөкөм ҡарары сығарылған: башлыҡтары - биш, әшнәләре 3,5-әр йылын төрмәлә үткәрәсәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас