Йәмғиәт
15 Ноябрь 2020, 07:30

Илүс Төрөпҡолов та һалдат ҡайышы таҡты

Бөгөн - Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө. Ватан алдындағы бурысын үтәгән йәштәргә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.

Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә. Быйыл республикабыҙҙан дүрт меңдән ашыу егет армияға алынырға тейеш.
Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылынан Илүс Төрөпҡолов та һалдат ҡайышы таҡты. Шул иғтибарға лайыҡ, яҡташыбыҙ армияға үҙе теләп юлланды. Егет Абхазияла хеҙмәт итәсәк.
"Кемдер армияла ныҡ ауыр тип ҡурҡытмаҡсы итә, әммә мин ундай һүҙҙәрҙе ҡолаҡҡа ла элмәйем, – ти Илүс Төрөпҡолов. – Әле хеҙмәт осоро ни бары 12 ай ғына, “һә тигәнсә” үтәсәк. Ауылда малайҙар менән көрмәкләшеп, үҙ-ара яғалашып, тимәк, сынығып үҫкәс, гел спорт менән шөғөлләнгәс, бер ниндәй ҡыйынлыҡ та булмаҫ тип уйлайым. Өҫтәүенә беҙҙе “улым – ил һаҡсыһы!” тип ҡанатландырып үҫтерҙеләр".
Бөгөн - Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө. Ватан алдындағы бурысын үтәгән йәштәргә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. Илебеҙ имен булһын!
Гөлназ Ишкилдина фотоһы.
Читайте нас