Йәмғиәт
14 Ноябрь 2020, 20:45

Уңыш нигеҙе - халыҡ фекеренә таяныуҙа

“Ҡала практикалары” программаһы серияһының Өфөлә үтеүе республикабыҙ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?

Өфөлә “Ҡала практикалары” белем биреү интенсивтары серияһы тамамланды. Унда Өфө һәм Башҡортостандан 50 локаль белгес ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, “Ҡала практикалары” – “ДОМ.РФ менән “Стрелка” институты берлектә тормошҡа ашырған Архитекторы.рф программаһының бер өлөшө. Уға Рәсәй Хөкүмәте, илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы булышлыҡ итә. Өфөлә иһә “Ҡала практикалары” Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты менән берлектә ойошторолған.
Сараның һуңғы көнөндә унда ҡатнашыусыларҙы республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сәләмләне.
– “Ҡала практикалары”н Өфөлә үткәреү беҙҙең өсөн үтә мөһим, – тине ул. – Ҡала мөхитен комплекслы үҫтереү, халыҡ менән диалог булдырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Проектты тормошҡа ашырыуҙың бар этаптарында ла – эшләп сығарыуҙан башлап төҙөп бөтөп тапшырғансы – һәм объект менән идара итеүҙә халыҡ фекеренә таянабыҙ. Ойоштороусыларға, семинарҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт".
Республика Башлығының йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты кураторы Ольга Сарапулова ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Сарала Башҡортостандағы күп ҡалаларҙың ҡатнашыуы бик һәйбәт. Проекттарҙы ҙур иғтибар менән күҙәтеп барасаҡбыҙ һәм бәләкәй ҡалалар, тарихи ауылдар конкурсына заявка биргән саҡта уларҙы иҫәпкә аласаҡбыҙ. Ни өсөн тигәндә, халыҡтың тәҡдимдәре эксперттарҙыҡынан һәр ваҡыт айырыла, улар үҙенсәлеклерәк була. “Стрелка”ға рәхмәт, улар тәҡдим иткән белем биреү проекты беҙҙең төбәккә бик ваҡытлы килеп инде, – тине ул.
Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты директоры Алмас Фәтҡуллин белдереүенсә, сараның онлайн форматта үтеүе арҡаһында, унда республиканың 14 ҡалаһынан ҡатнашыу мөмкинлеге асылған. Интенсивты тамамлаған 50 кешенең 16-һы бәләкәй ҡалаларҙан. Улар туризмды үҫтерә, муниципалитеттарҙа эшләй, үҙ бизнестарын алып бара. Икенсе өлөшө – архитекторҙар, инженерҙар, ҡаланы планлаштырыусылар, төрлө белгестәр. Улар алған белемдәрен үҙ эшмәкәрлегендә артабан файҙаланмаҡсы.
– Һеҙ бик яҡшы төбәктә йәшәйһегеҙ һәм эшләйһегеҙ, уңыштарығыҙ тураһында бөтөн ил белә. Республиканың бәләкәй ҡалалары халыҡ фекерен иҫәпкә алып үҙгәрә. Башҡортостан кешеләре ысынлап әүҙем һәм төрлө проекттарҙа ихлас ҡатнаша, был иһә ҡарарҙар сифатына ыңғай йоғонто яһай. Беҙ һеҙҙең башланғыстарҙы күҙәтәбеҙ, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә алырбыҙ тип ышанабыҙ, – тине ДОМ.РФ-тың генераль директоры урынбаҫары Антон Финогенов.
Ике аҙна буйы дауам иткән белем биреү интенсивтары онлайн-лекциялар, фекер алышыуҙар, ғәмәли күнекмәләр форматында ойошторолған. Унда ҡатнашыусылар ҡала антропологияһы, йәлеп ителеү, тактик урбанизм, транспортты планлаштырыу һәм ҡала проекттарын финанслау кеүек темалар менән танышҡан. Саҡырылған эксперттар менән берлектә интенсивтарҙа ҡатнашыусылар һайлап алынған биләмәләрҙең төп проблемаларын, халыҡҡа нимә кәрәклеген асыҡлаған, урындың мөмкинлектәрен, социомәҙәни профилен билдәләгән, мөмкин булған финанслау сығанаҡтарын тикшергән һәм проекттың юл картаһын эшләп сығарған. Алты командаға бүленеп төҙөкләндереү, мәҙәни программалаштырыу, транспорт планлаштырыуы проекттары өсөн тактик ҡарарҙар эҙләгәндәр.
Һәр проект буйынса билдәле архитекторҙар, ландшафт дизайнерҙары, ғалимдар һәм башҡа белгестәр яуап биргән һәм ярҙам күрһәткән.
Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Читайте нас