Башҡортостанға ҡыш килде. Был бер ни тиклем ҡатмарлы осорҙо имен үткәреп ебәреү өсөн һәр йәһәттән дә әҙер булырға кәрәк. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика юл тармағының ҡышҡа әҙерлеге тикшерелде.
Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, 48,5 мең километр федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы хеҙмәтләндереү өсөн техниканың 90 проценттан ашыуы әҙерләнгән. Шулай уҡ боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар һәм реагенттар фонды булдырылған. 1 декабргә тиклем техник парк юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә тулыһынса әҙер буласаҡ. Бынан тыш министрлыҡ белгестәре автомобиль юлдары участкаларын, ҡом базаларын, юл техникаһын тикшергән, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары, ҡорамалдар һәм запас частәр запасын барлаған.
Метеорологик хәл ҡатмарлашҡан осраҡта оператив эшләү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн Башҡортостан юл хужалығы идаралығы, “Приуралье” федераль ҡаҙна учреждениеһы һәм “Башкиравтодор” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренән берҙәм дежурлыҡ ойошторолған.
– Дөйөм алғанда юл тармағы ҡышҡа әҙер, – тине министр. – Биләмә заказы сиктәрендә махсус техника һатып алыу өсөн өҫтәмә рәүештә 160 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Уны ҡышҡы осорҙа айырыуса ауыр юл шарттары булған муниципалитеттарҙа файҙаланасаҡтар.
Радий Хәбиров етеп килгән ҡышҡы осор тармаҡтың ысынлап нисек әҙер булғанын күрһәтәсәк, шуға күрә барлыҡ ресурстарҙы иң ауыр хәлдәрҙе иҫәптә тотоп әҙерләргә кәрәк тине.