Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 09:09

Бәхет ҡорай үҙ ҡулдары менән

Егәрленең ҡулы етәү.

Яҙмыштың һәр кемгә Хоҙай тарафынан бирелеүен инҡар итеүселәр хәҙер һирәгәйә бара. Бәхет һәм ҡайғыны, байлыҡ һәм фәҡирлекте, һаулыҡ һәм сирҙе – Тәҡдирләүсе барыбер үҙ яралтмыштарын һайлау хоҡуғынан да мәхрүм итмәгән – тоғро юлданмы, аҙаштыра торғанынанмы...


Мәҡәләм геройы – Мораҙым ҡыҙы, Иҫке Монасип килене Миңлегөл бәхет һәм тырышлыҡ юлын һайлаған да, ошонан тайпылмайынса, уңғанлығы, сабыр аҡылы менән ниәттәрен ысынбарлыҡ итеп, үҙ көйөн көйләп, донъяһын ун бармағының көсө менән сынъяһау итеп, солғанышындағыларға бәхет таратып, ҡәҙимгесә ғүмер йомғағын һүтә. Ул миңә күптән таныш – Байназар мәктәбе янындағы интернатта 24 ҡыҙ ете йыл бер бүлмәлә йәшәнек.
Игеҙәк һыңары Миңнур менән бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булһалар ҙа, бер иш кейенһәләр ҙә, беҙ уларҙы айыра алдыҡ. Ҡул эшенә шәп булды Мөхәмәтйәновалар – дәрестән бушаған саҡта ҡулдарынан энә төшмәне. Һүренте ептәрҙе ҡатлап (ҡайҙа ул ваҡытта әлегеләй мең төрлө һәм мең төҫлө итеп иләнгән ептәр), ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп ултырырҙар ине. Холоҡ-фиғелдәре матур, үҙҙәре тыйнаҡ, егәрле, уҡыуға шәп ҡыҙҙар бүлмәнең йәме-йәне булды.
Мәктәпте тамамлап, ике йыл үткәс, яҙмыш елдәре Мораҙым уңғанын Иҫке Монасип тарафтарына илтә. Бикмәтов­тар араһына килен булып төшкән Миңлегөл ике йыл фермала эшләй. Йәүҙәт менән икеһенең оло мөхәббәте емеше булып 1989 йылда тәүге ҡыҙҙары Фаягөл донъяға ауаз һала. 1990 йылда иш янына ҡуш булып Нәркәстәре тыуа.
Йәш ҡатын хеҙмәт юлын балалар баҡ­саһында ут яғыусы булып дауам итә. Ауылға зәңгәр яғыулыҡ ингәс, газ операторы булып эшләй. Замандың ҡу­лайлаштырыу еле килеп ҡағылғас, баҡ­саға кер йыуыусы булып урынлаша.
Ошо йылдар арауығында Бикмәтов­тарҙың ғаиләһенә тағы ике бала – Гөләндәм менән Айгиз өҫтәлә. Төпсөгөн – ҡотло ояның һөйкөмлө һөйәге Айгүзәлен 42 йәшендә табып ала уңған ҡатын. Биш бала әсәһе булараҡ, республика Президенты ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын да алып ҡыуана Миңлегөл. Бөгөн ул игеҙәге Миңнур Әмирханова етәкселек иткән баҡсала тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Белорет педагогия колледжында инглиз теле белгесе һөнәрен алған өлкән ҡыҙы Фаягөлө Әзекәй ауылында донъя көтә. Хәләле Марсель менән ике ул үҫтерә. Нәркәстәре, БДУ-ның Сибай филиалы инглиз, француз, рус теле уҡытыусыһы дипломы алып сығып, үҙҙәренең ауыл мәктәбендә биш йыл эшләп, кейәүгә сығып, хәҙер район үҙәгендә йәшәй. Гөләндәмдәре, Сибайҙа сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлап, шул яҡ егете менән яҙмышын бәйләй. Артуры менән Себер тарафтарында эшләп, Өфөнән фатир һатып алғандар, бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Айгиз Өфөлә УТЭК-та, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында автомеханик һөнәренә уҡыған.
Йәүҙәт менән 32 йыл бына тигән итеп йәшәйҙәр. 18 йыл колхоз фермаһында тир түккән ире, хужалыҡта аҡса төҫө күрмәй башлағас, “ҡыҙҙарымды уҡытам” тигән һүҙем бар ине, тип меңәрләгән башҡорттоң яҙмышын ҡабатлап, Себер тарафтарына сығып китә. Биш йыл йөрөп ҡайтҡас, Өфөлә төҙөлөштәрҙә эшләй.
Ихтыяр көсө лә ныҡ була үҙендә – 11 йыл хәмер тигән зәхмәтте ауыҙына ла алмай. Эх, ниңә элегерәк белмәнем икән ошондай айыҡ тормоштоң тәмен, тип үкенгән саҡтары ла була. Йәүҙәттең ҡулы белмәгән эш юҡ тиерлек – ҡатынының 50 йәшенә бүләк булһын тип, өйөнә бына тигән итеп евроремонт эшләп ҡуя.
Ә уның оҫта гармунсы икәнлеген бөтә ауыл белә. Миңлегөл – мандолинала, үҙе гармунда уйнап, заманында ансамбль төҙөп, сәхнәләрҙе бер итә моңға ғашиҡ Бикмәтовтар.
Тормош тигәнең гел ыңғай ғына тәгәрәмәй бит ул – абындырып-һөрөндөрөп кенә ҡалмай, шаңҡыта, һеңгәҙәтә һуғып та ҡуя. 2014 йылда йөрәк өйәнәге тота башлай йорт хужаһын. Инфаркт тигән яман сир тырнағынан ике тапҡыр саҡ ысҡынып ҡала Йәүҙәт. Яҙмыштың өсөнсө һынауын күтәрергә, яҡты көндәрҙе, балаларының көсөн күрергә яҙмай уға – мәкерле сир тартып ала...
19 йәшендә генә килен булып төшкән Монасибына таштай батып, эшһөйәр­леге менән иргә лә, ауылдаштарына ла ярап, 33 йыллыҡ хеҙмәт йылының 30-ын балалар баҡсаһына арнап, донъяһын гөлдәй итеп көтөп ятыуы Миңлегөлдөң.
– Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Аллаға шөкөр, бер ҙә ҡулым эштән бушаманы. Баланы табыу ғына түгел, бағыу ҙа – һөнәр. Уларҙы кешесә ашатҡы, матур итеп кейендерге килә, шуға күрә күмәкләп тырыштыҡ инде. Аҡса етеңкерәмәгән ваҡыттарҙа ҡыҙҙар менән ойоғон да бәйләнек, йәйге осорҙа емеш-еләген дә йыйып һатып, ғаилә бюджетын

тулыландырҙыҡ. Бер мәл һыйырыбыҙ дүртәү булып китте, 20-нән ашыу һарыҡ көттөк. Ҡартлыҡҡа табан китеп барғанда, ауылда мал көтөп, балаларға ярҙам итеп, ҡәҙимгесә генә йәшәргә уй ине. Кеше һағышлай, Хоҙай бағышлай, тигәндәре шулдыр... Яҙманы, – ти Миңлегөл.
Юҡ, ирем үлде – ҡанатым һынды, минең өсөн донъя бөттө, ҡояш һүнде, тип төшөнкөлөккә бирелеп, йәшәүҙән ваз кисеп ултырған мәшәү заттан түгел ул. Ҡайғыһын эш менән баҫа. Күңеленә тыныслыҡ, былай ҙа сымыры итеп көткән донъяһына ҡот бирер яратҡан кәсебенә – ҡорама ҡорауға, бәйләм эшенә тотона. Ауылдың “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзаһы булыуы ла быға этәргес була. Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап үткәрелгән санала ат ярышына сергетыш эшләүҙә лә ҡатнаша. Йәй яҙыусылар Сәрүәр Сурина, яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова менән осрашыуға матур күргәҙмә әҙерләй Монасиптың алтын ҡуллы оҫтабикәләре – улар хаҡында “Киске Өфө” гәзите лә яҙып сыға.
Үҙе әйтмешләй, гел ҡорамаға ғына күмелеп ултырмай Миңлегөл – баҡса тултырып емеш-еләген дә үҫтерә. Быйыл йәй ҡурай еләген генә ун биҙрә йыйып алған! Сәскә үҫтереүселәр конкурсында ҡатнашып, “Иң күп төрлө сәскә үҫтереүсе”, “Иң матур сәскә үҫтереүсе” номинацияларында еңеүсе булған.
Егәрленең ҡулы етәү, тип белмәй әйтмәй халыҡ: эш аралатып та ысын сәнғәт әҫәрҙәре булырҙай, күҙҙең яуын алып торған ҡорама-түшәктәр ҡорарға өлгөргән, ырғаҡ менән йәйғор төҫөндәге әйберҙәр бәйләгән Миңлегөл “Нәзәкәт” ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө үткәргән конкурстарҙа ла ҡатнашырға, йөҙәрләгән “лайыҡ”тар, рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, эшенә хуплау табырға өлгөрә.
Ә ҡорамаларына иһә күңел һәм ҡул йылыһы, моңо, донъяға ҡарашы, тормошҡа, гүзәллеккә оло һөйөүе һеңгән – уларҙа йәйғор балҡышы ла, көҙгө моңһоулыҡ та, йәйге сәскәле болондо хәтерләткән сыбарлыҡ та, донъя күргән, бынамын тигән балалар үҫтергән, Аллаһтан насип хәләленә дан пар булған ябай ауыл ҡатынының, оло йөрәкле әсәнең бәғзе саҡ беҙ төбөнә төшә алмаҫ фәлсәфәһе лә сағыла. Ҡулыңдан, тапҡан-баҡҡан балаларыңдың ҡылған изгелегеңдән, эшеңдән, тормошоңдан һөйөн, Миңлегөл. Һин быға лайыҡ ҡатын-ҡыҙ.


Бөрйән районы.
Читайте нас