Күптән түгел Рәсәй Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа “дача амнистияһы”н оҙайтыу буйынса закон проектын ҡараны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “дача амнистияһы” Рәсәйҙә 2006 йылдың 1 сентябрендә ҡабул ителгәйне. Хәҙер закон сығарыусылар уны тағы биш йылға оҙайтмаҡсы. Быға, бәлки, коронавирус пандемияһы ла сәбәпселер, сөнки тап ошо осорҙа күптәр дачаны йәйге ял урыны ғына түгел, даими йәшәү торлағына ла әйләндерҙе.
Шулай итеп, күптәр ҡурсаланыуҙы тәбиғәт ҡосағында, шау-шыулы ҡаланан, күп ҡатлы йорттан ситтә үткәреү күпкә еңелерәк, ҡулайлыраҡ тип һананы. Шуға ситтән тороп уҡыуға, эшләүгә күсерелгән уҡыусылар, студенттар, хеҙмәткәрҙәр һәм хаҡлы ялдағылар үҙ дачаһына юлланды.
Йәйге ялды да күптәр курорттарҙа түгел, баҡса участкаларында үткәрҙе. Һөҙөмтәлә халыҡтың күп өлөшө уларҙы законлаштырырға ашыҡты. Бынан тыш, дачаһына зәңгәр яғыулыҡ, ут, һыу үткәрергә һәм ҡала ситендәге торлағын ҡуртымға бирергә теләгәндәргә күсемһеҙ милеген теркәтергә тура килде. Әммә быйыл пандемия һөҙөмтәһендәге сикләүҙәр “дача амнистияһы” хоҡуғынан 2021 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланыу мөмкинлеген ҡыҫҡартты.
“Дача амнистияһы” – ул баҡсаларҙағы торлаҡ-ҡоролмаларҙы рәсмиләштереүҙең ябай ысулы. Башта баҡсасылар үҙҙәренең ер участкаһын бер документ нигеҙендә рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә булғайны. Ул акт, килешеү, таныҡлыҡ йәки хужалыҡ китабынан яҙма ине. Ә 2017 йылдың 1 ғинуарынан тағы бер өҫтәмә документ – кадастр инженеры ғына төҙөй алған техник план – талап ителде.
2019 йылда тағы бер өҫтәмә талап барлыҡҡа килде: йорт урынлашҡан ер биләмәһенең сиктәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт реестрына индереүҙе һоранылар. Ошо уҡ йылдың 1 мартынан 1 авгусҡа тиклем “дача амнистияһы” урынына коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә ҡоролмаларҙы теркәү хаҡында хәбәр итеү тәртибе ғәмәлдә булды: был ойошмаға төҙөлөштөң башланыуы һәм тамамланыуы хаҡында хәбәр итеү кәрәк ине. Тимәк, ауыл биләмәләрендә төҙөлөш йәки үҙгәртеп ҡороу өсөн рөхсәт ҡағыҙы талап ителде.
Һөҙөмтәлә урындағы хакимиәттән ҡоролманың ҡала төҙөлөшө параметрҙарына тура килеүе хаҡындағы белешмәне алыу өсөн өҫтәмә рәүештә ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планын, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙың юҡлығы тураһындағы белешмә кәрәк ине. Өҫтәүенә ер участкаһы аэропорт биләмәһенә яҡын осраҡта “Росавиация” һауа транспорты федераль агентлығы менән килешеү талап ителде.
Әгәр баҡса мәҙәни мираҫ тип танылған биләмәлә булһа, Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтан ризалыҡ кәрәк. Был процедуралар ваҡытты күп алды һәм шуға ошо осорҙа коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендәге торлаҡты теркәү күләме кәмене. Һөҙөмтәлә закон сығарыусылар “дача амнистияһы”н 2026 йылға тиклем оҙайтҡанда халыҡтың был процедураны ябайлаштырырға тигән теләген иҫәпкә алған.
2019 йылдың 1 ғинуарынан өйҙәргә һәм коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге торлаҡҡа ҡала төҙөлөшө талаптары бер үк. Бынан тыш, баҡсаларҙа ла даими йәшәү урыны булараҡ теркәлергә мөмкин булды. Тимәк, “дача амнистияһы” биш йылға оҙайтылһа, тағы күптәр күсемһеҙ милеккә хоҡуғын законлаштыра аласаҡ. Әйткәндәй, “Российская газета” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, “дача амнистияһы” хоҡуғы барлыҡҡа килгәндән алып илдә 13 миллиондан ашыу күсемһеҙ милек объекты рәсмиләштерелгән. Был – Рәсәйҙәге 60 миллион күсемһеҙ милек хужаһы иҫәпләнгән 72 мең баҡса берекмәһе.