Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 14:44

Гимнды башҡарыу ваҡытын күсереп булмаймы?

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында халҡыбыҙҙа рух күтәрелеп, бихисап изге эштәр башланғайны. Тап шул осорҙа республикабыҙ яңы үҫеш юлына баҫты, дәүләт символдарыбыҙ – флагыбыҙ, гербыбыҙ, гимныбыҙ барлыҡҡа килде.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында халҡыбыҙҙа рух күтәрелеп, бихисап изге эштәр башланғайны. Тап шул осорҙа республикабыҙ яңы үҫеш юлына баҫты, дәүләт символдарыбыҙ – флагыбыҙ, гербыбыҙ, гимныбыҙ барлыҡҡа килде.


Ул йылдарҙа көн һайын иртәнге сәғәт 7-лә телевидение һәм радио тулҡындары аша башҡорт һәм рус телдәрендә гимныбыҙ башҡарыла ине. Тик йылдар буйы йәшәп килгән ошо матур традиция бер көн килеп ни өсөндөр үҙгәртелде: бынан бер нисә йыл элек гимнды таңғы сәғәт 6-ла тапшыра башланылар.


Минеңсә, был бигүк дөрөҫ үҙгәреш булманы, сөнки беҙ гимндың һәр ваҡыт иртәнге 7-лә яңғырауына өйрәнеп бөткәйнек. Ә 6-ла халыҡтың күпселек өлөшө йоҡоһонан да уянмаған була.


Теләгемде еткергем килә: республикабыҙ гимнын элеккесә иртәнге сәғәт 7-лә тапшырһағыҙ ине. Быны эшләү мөмкинме?


Мөхәмәт ХӨСӘЙЕНОВ.

Иглин районы,

Ауструм ауылы.


Гәзит уҡыусының һорауына “Юлдаш” радио­һының баш мөхәррире Миләүшә ЙӘҒӘФӘРОВА яуап бирҙе:

– 2000 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителгән (2013 йылдың 21 декабрендә мөхәррирләнгән) “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны тураһында” Федераль конституцион закондың 4-се статьяһында түбәндәгеләр билдәләнә:


Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компаниялары тарафынан тапшырыла:

* көн һайын – тапшырыуҙар башланған һәм тамамланған мәлдә, тәүлек әйләнәһенә эшләгәндә – урындағы ваҡыт менән 6.00 һәм 24.00 сәғәттә;


* Яңы йыл төнөндә – урындағы ваҡыт буйынса Мәскәү Кремленең Спас башня­һында сәғәт һуғыуын тапшырғандан һуң.

Бына ошо ҡанунға ярашлы, “Юлдаш” радиоһы, тәүлегенә 24 сәғәт эшләгән радио булараҡ, 6.00 һәм 24.00 сәғәттә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тапшыра.


Фото: tviz.tv
Читайте нас: