Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 08:59

Хәлдәр тотороҡло ауыр

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө коронавирус инфекцияһы һәм уның менән көрәш мәсьәләләренә арналды. Һуңғы яңылыҡтар менән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин таныштырҙы.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө коронавирус инфекцияһы һәм уның менән көрәш мәсьәләләренә арналды. Һуңғы яңылыҡтар менән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин таныштырҙы.


Министр белдереүенсә, республикала инфекциянан 68-се кеше һәләк булған. Пандемия башланыу менән сир 12444 кешелә асыҡланған, һуңғы тәүлектә ул 116 кешелә табылған.
Әле дауаханаларҙа раҫланған коронавирус диагнозы менән 318 кеше ята. 32 пациент ауыр хәлдә, алты кеше ИВЛ аппараты аҫтында. Барлығы 11110 кеше һауығып сыҡҡан.
“Башфармация” келәттәренә яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн препараттарҙың беренсе партияһы килгән. Улар федераль аҡсаға амбулатор пациенттар өсөн алынған. Республика был маҡсатта 150 миллион һумдан ашыу аҡса алғайны (19 мең пациент өсөн ярҙам). Өйҙә дауаланған пациенттарға бушлай дарыуҙар бөгөндән бирелә башлаясаҡ.
Башҡортостан Башлығы, төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ауыр, запаста дауаханаларҙа урындар, дарыуҙар булырға тейеш, хәҙер оҙайлы Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары етә, был осорҙа өҙөклөк булмаһын, тине.
Кәңәшмәлә медицина тармағына ҡараған тағы бер тема – ФАП-тар төҙөү мәсьәләһе тикшерелде.

Һаулыҡ һаҡлау милли проектының Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала модулле конструкциялы ФАП-тар һәм халыҡ һаны 101-ҙән ике мең кешегә тиклем булған ерҙәрҙә табиплыҡ амбулаторияларын төҙөү буйынса планлы эш алып барыла.
Был маҡсатта быйыл федераль һәм республика бюджеттарынан 320 миллион һум аҡса бүленгән. Быйыл ғына 94 модулле фельдшер-акушер­лыҡ пункты (амбулаториянан тыш) алыу һәм урынлаштырыу планлаштырыла.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункт­тарына кадрҙар ҙа кәрәк. Быны иҫәптә тотоп, республикала фельдшерҙар өсөн дә һәйбәт программалар эшләй. Мәҫәлән, уларға төбәк бюджетынан “Ауыл фельдшеры” программаһы сиктәрендә бер тапҡыр 500 мең һум аҡса түләнә. Әлеге маҡсатта быйыл республика бюджетынан 22 миллион һум аҡса бүленгән. Был ауыл еренә урта медицина белемле 44 белгесте йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, федераль бюджеттан беренсел медицина звеноһын үҫтереү өсөн 2024 йылға тиклем 15 миллиард һум аҡса аласаҡбыҙ.
Артабан республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.
Республика һаҡсыл етештереү принциптарына уҡыу үткән белгестәр һаны буйынса илдә тәүге өсәү исемлегенә инә. Программала 1388 кеше ҡатнашҡан, был пландан 168 процент тәшкил итә. Милли проектҡа йәлеп ителгән предприятиелар күләме лә маҡсатлы күрһәткестәрҙән күберәк. Был исемлеккә әле үк 87 ойошма ингән һәм уларҙың һаны үҫеүен дауам итә. Быйыл хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 3,1 процент тәшкил иткән, был дөйөм ил күрһәткестәренән юғарыраҡ.
Программала ҡатнашыусыларға һаҡсыл етештереү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эксперттар ярҙам итә. Бынан тыш, улар өсөн федераль һәм төбәк сәнәғәтте үҫтереү фондтарынан ташламалы займ алыу мөмкинлеге бар.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәш­мәлә республиканың юл тармағының ҡышҡа әҙерлеге тикшерелде.
Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, 48,5 мең километр федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы хеҙмәтләндереү өсөн техниканың 90 проценттан ашыуы әҙер. Шулай уҡ боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар һәм реагенттар фонды булдырылған. 1 декабргә тиклем техника паркы юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә тулыһынса әҙер буласаҡ.
Ҡышҡа әҙерлектең тағы бер йүнәлеше – йылытыу миҙгеле башланыуы. Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш надзоры буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов белдереүенсә, йыл башынан алып халыҡтан йылытыу системаһының төҙөк булмауы тураһында 1233 мөрәжәғәт килгән. Инспекторҙар өс меңдән ашыу тикшереү үткәргән. Февраль һәм март айҙарында йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле мөрәжәғәттәр күбәйгән.
Яҙын дөйөм йорт иҫәп приборҙарын тикшергән саҡта 98 йортта етешһеҙлек асыҡланған. Түләүҙәрҙе дөрөҫ иҫәпләүҙе тикшереп, 2019 йыл өсөн 253 күп фатирлы йортта йәшәгән кешеләргә 26,5 миллион һум аҡсаһы кире ҡайтарылған. Артабан бындай проблемалар булмаһын өсөн, ресурс менән тәьмин иткән компаниялар һәм идарасы ойошмалар комитет менән министрлыҡҡа өҫтәмә түләү сәбәптәре тураһында мәғлүмәт биреп торорға тейеш.
Читайте нас