Көндәр һалҡынайыу, ергә тәүге ҡар төшөү менән республика ҡалаларында һәм райондарында янғындар ҙа йышыраҡ теркәлә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡта “ҡыҙыл әтәс” халыҡ мөлкәтен генә ялмап ҡалмай, кеше ғүмерен дә өҙә...
Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында быйыл туғыҙ айҙа 6072 янғын сыҡҡан. Был – теркәлгән дөйөм янғындарҙың өстән ике өлөшө.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, янғын сығыуға күп осраҡта кеше үҙе ғәйепле. Ҡайһы берәүҙәрҙең һаҡһыҙлығы, яуапһыҙлығы һәм вайымһыҙлығы һөҙөмтәһендә әллә күпме бәлә-ҡаза теркәлә. Шуға ут осҡононоң йәки тәмәке төпсөгөнөң фатирҙы, йортто, хатта тотош бер ауылды юҡҡа сығарыу ихтималлығын һис ҡасан да хәтерҙән сығармаһаҡ ине.
Әлеге миҙгелдә электр йылытҡыстарының, мунсаларҙың төҙөк булмауы, мейес торбаларының таҙартылмауы, нигеҙҙә, бәхетһеҙлек сығанағына әйләнә. Бынан тыш, бәғзе берәүҙәрҙең “йәшел йылан” менән дуҫлығы, шырпы менән һаҡһыҙлығы арҡаһында янғын сыға.
“Ҡыҙыл әтәс”тең республикабыҙҙың теге йәки был районында “ҡотороуы” хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ишетәбеҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Белорет районының Инйәр ауылындағы бер өйҙә янғын сыҡҡайны. Ярай әле унда йәшәгән өс балалы ҡатын ут көсәйгәнгә тиклем үк тотҡондан ҡотолоп өлгөргән. Әсә менән уның өс ҡыҙы торлаҡһыҙ тороп ҡалды.
Ут һөҙөмтәһендә Туймазыла ла ауыр хәл теркәлде. Ҡалалағы Островский урамында сыҡҡан янғын хаҡында урындағы гарнизон диспетчерына хәбәр иткәндәр. Ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡотҡарыусылар һәм “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан.
“Биш ҡатлы йорттоң һуңғы ҡатындағы фатир янған. Эстә 1980 йылғы ҡатын табылып, ҡотҡарылған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауалау учреждениеһына китеп барғанда юлда ғүмере өҙөлгән”, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ғәҙәттән тыш хәлдәр республикабыҙҙың әле был, әле теге мөйөшөндә теркәлә. Ошо сәбәпле Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, шул иҫәптән газ һәм электр приборҙары, мейестәрҙән файҙаланыу тәртибен теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртә. “Электр үткәргестәрҙе даими тикшерегеҙ. Яғылған мейес эргәһендә балаларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ, уларҙың ут менән шаярыуына юл ҡуймағыҙ”, – ти ҡотҡарыусылар. Улар аңлатыу эшен даими алып барһа ла, электр приборҙарын тикшерһә лә, барыбер күптәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеген хәтерҙән сығара шул.
Ҡайһы бер ваҡыт ата-әсә, балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып, кибеткә йәки ҡунаҡҡа, эшкә китә. Һөҙөмтәлә янғындар сығып, бер гонаһһыҙ бәләкәстәрҙең һәләк булыу осраҡтары бөтөнләй башҡа һыймай. Шуға күрә ҡыҙығыҙҙың йәки улығыҙҙың яҙмышын хәүеф аҫтына ҡуймаһағыҙ, балаларығыҙҙы торлаҡта яңғыҙ ҡалдырмаһағыҙ, уларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтһәгеҙ ине.
Янғынды сығармау һәммәбеҙгә лә бәйле. Баҡсасылыҡ миҙгеле ябылған осорҙа электр селтәрҙәрен һүндереү, хәүефһеҙлек хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек һәм яҡындарыбыҙҙы ошо хаҡта тағы бер иҫкәртәйек. Был һәммәбеҙҙең бәхетле, ҡыуаныслы тормошо һәм оҙайлы ғүмере өсөн кәрәк.
Көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан, тиһәләр ҙә...
Йылға-күлдәрҙәге бәлә-ҡаза, ғәҙәттә, йәмле йәйҙә һыу ингәндә йышыраҡ теркәлә. Тик, үкенескә ҡаршы, көндәр һалҡынайыу менән дә был хәүеф-хәтәр юҡҡа сыҡмай. Был юлы иһә йылға-күлдәрҙә балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар ғүмеренә хәүеф янай. Күптән түгел Йылайыр, Краснокама һәм Әбйәлил райондарында тап ошо сәбәп арҡаһында кешеләрҙең һыуға батыу осраҡтары теркәлде.
Халҡыбыҙҙа “Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан” тигән мәҡәл бар. Әммә көҙгө лә, ҡышҡы ла, яҙғы ла боҙға ышанырға ярамай икәнлеген хәтерҙән сығармаһаҡ ине. Был бигерәк тә балыҡ ҡармаҡларға яратыусыларға ҡағыла. Улар шөғөлөнә тотонор алдынан хәүефһеҙлек сараларын күрһен, йылға-күл буйҙарына барғанда ҡул аҫты ҡотҡарыу сараларын алырға онотмаһын. Тап бына ошондай ҡыҙғаныс хәлдәр теркәлмәһен өсөн, ҡотҡарыусылар биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ. Йылға йәки күл буйына юлланыр алдынан туғандарығыҙҙы йә яҡындарығыҙҙы үҙегеҙ балыҡ тотасаҡ урын һәм яҡынса ҡасан ҡайтырығыҙ тураһында иҫкәртегеҙ. Һәләкәткә осрау ихтималын күҙ уңында тотоп, ҡотҡарыу ҡорамалдарын һәм кәрәк-ярағын алыу зарур. Мәҫәлән, алты-ете метрлыҡ арҡан да боҙ аҫтына киткән кешенең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итәсәк. Өҫтәүенә йылға-күл буйҙарына сыҡҡанда, ҡотҡарыу күкрәксендәрен кейеү ҙә ҡамасауламаҫ.
Тағы бер нимәне хәтерҙән сығарырға ярамай: тәбиғәт ҡосағында алкоголдең төп дошман икәнлеген онотмағыҙ. Әгәр һуҡмыш кеше күлгә йәки йылғаға, йәғни һалҡын һыуға эләкһә, уның сәләмәтлегенә, хатта ғүмеренә хәүеф янаясаҡ.
Ҡасандыр Америка киноларында “911” ярҙамы барлығын күреп һоҡлана инек. Хәҙер үҙебеҙҙә лә “112” хеҙмәте уңышлы эшләп килә. Республикабыҙҙың һәр төбәгенән ошо һандар буйынса шылтыратып, ашығыс ярҙам алырға мөмкин. Янғын ғына түгел, юл һәләкәте, медицина ярҙамы кәрәклеге һәм башҡалар хаҡында ла хәбәр итеп була. Өҫтәүенә унда апсихологик ярҙам да күрһәтелә.
Әммә, белгестәр әйтеүенсә, ҡайһы бер осраҡта юҡ-бар сәбәп табып шылтыратыусылар ҙа булғылай икән. Ошондай саҡта бәғзе берәү үҙе хәл итерлек мәсьәлә буйынса диспетчерҙы борсоп, ауыр тормош хәленә тарыған кемдеңдер, ысынлап та, етди ярҙамға мохтаж булыуы ихтимал. Шул хаҡта ла онотмайыҡ. Ә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә килгәндә, улар әллә күпме күҙ йәше аша яҙылған, шуға уларҙы теүәл үтәү фарыз.