Күптән түгел Учалы ҡалаһының Афғансылар скверында интернациональ бурысын үтәгән һәм локаль һуғыш ветерандарына һәйкәл асылды. Уның авторы – оҫта ҡуллы Фәнил Мөслимов тураһында һүҙем.
Фәнил Фәтҡулла улы 1960 йылда Учалы районының Ахун ауылында тыуа. Ижадҡа ҡыҙыҡһыныу әсәһе – танылған келәм һуғыу оҫтаһы Рәйсә апайҙан киләлер. Ғөмүмән, ғаиләлә барыһы ла уңған, һәләтле кешеләр.
– Тәбрик ағайым иҫ киткес матур итеп тал үрә торғайны, артист булырҙай Салауат ағайым һабантуйҙарҙа бәйгеләрҙә еңде. Туғаным Сулпан да һәр яҡтан килгән, әле Өфө янында йәшәй. Үкенес, кинйәбеҙ Фәһим генә арабыҙҙа юҡ инде хәҙер, – тип иҫкә ала ғаиләһен әңгәмәсебеҙ.
Үҙен белгәндән алып Фәнил рәсем төшөрә. Хатта йорт мейестәренә лә төлкө-бүре-айыуҙарҙың һүрәттәрен яһай. Ярай ҙа, ата-әсәһе улдарының ҡомарына ҡаршы төшмәй.
Йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителгән беренсе сәнғәт әҫәрен дә скульптор яҡшы хәтерләй – башланғыс класта уҡығанда стена гәзитенә мәктәптән ҡасҡан малайҙы төшөрөргә ҡушалар. Берәйһе булһа, нисек хәлдән килә, шулай башҡарыр ҙа онотор ине, Фәнил иһә “Хәрәкәтте нисек һүрәттә сағылдырырға?” тип оҙаҡ баш вата. Булыр бала биләүҙән инде!
Һәләтле үҫмерҙе республика сәнғәт мәктәп-интернатына ебәрәләр. Өфөлә алты йыл оҫталығын камиллаштыра ул. Остаздар күп нәмәгә өйрәтә, айырыуса Владимир Танғатаровҡа рәхмәт уҡый. Ә хеҙмәт биографияһының башында “Ҡыҙыл партизан” колхозында рәссам булып йөрөһә, һуңынан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына урынлаша: һүрәт тә төшөрә, экскаваторсы ярҙамсыһы булып та тир түгә, ҡеүәтле “БелАЗ” йөк автомобиле менән мәғдән дә ташый. Бөгөн дә комбинатта рәссам сифатында килешеү буйынса эшләй.
Үкенесле, төрлө сәбәптәр менән юғары художество уҡыу йортонда камиллашырға насип булмай, шулай ҙа Башҡорт дәүләт университетының технология факультетын тамамлай. Хәйер, былай ҙа бик емешле ижад итә ул. Ошо әҫәрҙәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала: Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында Бөйөк Ватан һуғышы хеҙмәткәрҙәренә скульптур композиция, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты идаралығында – предприятиеның беренсе етәксеһе Михаил Беляевты, Ҡалҡандағы балалар лагерында Валентина Терешкованы кәүҙәләндергән бюстар, Мәскәүҙә артист Сергей Крутиковтың иҫтәлегенә ҡара мәрмәрҙән һәйкәл һәм башҡалар.
Ә “Афғансылар скверы”ндағы һәйкәл тарихы 2017 йыл башлана. “Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” ағзалары тәҡдименең ҡасандыр тормошҡа ашырына йүнләп өмөт итмәһә лә (төҙөлөшкә аҡса табыу мәсьәләһе яҡынса ла хәл ителмәгән мәл), илһамланып, ең һыҙғанып эшкә тотона ул. Фәнил Фәтҡулла улы үҙе һуғышҡа эләкмәһә лә, хәрби хеҙмәт үткән батареянан алты иптәшен интернациональ бурыс үтәргә алалар, икәүһе алыҫ тарафтарҙа башын һала... “Афғансы” иптәштәре, таныштары күп булғас, был үтенесте бер нисек тә кире ҡаға алмай.
Кешене өмөт йәшәтә, ана бит, һәйкәлде пластилиндан әүәләй башлағанда ишетеп тә белмәгән форсат килеп сыҡты – “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса ғәмәлгә ашты. Был проектҡа индереү өсөн район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдиновҡа, ул саҡ ҡала ултырағы хакимиәтен етәкләгән Ильяс Килмөхәмәтовҡа ныҡ ҡына тырышырға тура килә. Нисек кенә булмаһын, биш метр самаһы бейеклектәге һәйкәл бронзанан ҡойолдо (Свердловск өлкәһендә), таш постаментҡа баҫтырылды – Аллаһ бойорһа, быуаттар буйына торор!
– Хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән бар кешегә рәхмәт әйтке килә, – ти яҡташыбыҙ. – Шул иҫәптән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин менән урынбаҫары Александр Андросенконы айырыуса билдәләр инем. Комбинаттың АТП директоры Геннадий Гольцов транспорт менән ярҙам итте. “Урал таштары” йәмғиәте директоры Хөснөтдин Хәсәнов та ҙур ярҙам күрһәтте, был предприятиеның алтын ҡуллы таш бысыусыһы Сабит Айбатовтың тырышлығы менән гранит постамент барлыҡҡа килде лә инде. Әлбиттә, “афғансылар”, башҡа локаль һуғыш ветерандары һәр яҡлап булышлыҡ итеп, дәртләндереп тормаһа, был ниәт тормошҡа ашмаҫ ине!
Фәнил Фәтҡулла улы ҡатыны Зәлифә ханым менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Улдары – инженер, ҡыҙҙары университетта уҡыта, философия фәндәре кандидаты. Бәлки, ейәндәре олатайҙарының скульптор юлын дауам итер – генетика закондары буйынса төп һыҙаттар быуын аша күсә торған бит. Оҫта үҙе лә ҡарт кеше түгел әле, бәлки, тағы ла күркәм сәнғәт ҡомартҡылары менән шатландырыр? Һәр хәлдә, бер хыялы менән уртаҡлашты – Урал батырға һәйкәл яһау тураһында уйлай икән. Бик тә изге ниәт, был теләге лә тормошҡа ашһын.