Йәмғиәт
17 Ноября 2020, 09:51

Күмәк баланың мәшәҡәте лә, шатлығы ла күп

Биш бала тәрбиәләп, хыялдарында ла булмаған күркәм һәм матур йортта йәшәгән Нәсимә менән Айнур Илбуловтар – Баймаҡ районында өлгөлө ғаиләләр рәтендә. Улар 2014 йылда ауыл ерендә йәшәгән йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән федераль маҡсатлы дәүләт программаһы буйынса торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы ала. Был аҡсаға ауылға йәм һәм ҡот биреп торған бынамын тигән матур йорт һалалар.

Төркмән ауылы ҡыҙы Нәсимә Азамат ҡыҙы Иҫәнбәт ауылы егете Айнур менән сәстәрен-сәскә бәйләгәс, төпкөл тип тормай, ауылда ҡалырға ҡарар итә. Тормош­тарын йәмләп, бер-бер артлы биш балаға ғүмер бирә улар. Дилбәр, Ильяс, Фидә­лиә, Йәнгүзәл һәм Илсаф – исем­дәре кеүек, үҙҙәре лә бик матур, һөйкөм­лө.

Төпкөл ауылда ла матур йәшәү өлгөһө күрһәткән Илбуловтар ғаиләһе бар яҡлап та уңған һәм сәмле. Ғаилә башлығының төрлө һөнәрҙәргә маһир булыуы донъя көткәндә бик тә ярап ҡала: кәрәк икән, ҡулына балтаһын тота, техниканы ла яҡшы белә. Хужабикә – клуб мөдире, ауылдың мәҙәни тормошона йәм биреү­се, төрлө саралар ойоштороусы. Шулай уҡ балаларға, ололарға ла йыр-бейеүҙәр өйрәтә, тематик кисәләр үткәрә.

– Үҙем дә ишле ғаиләлә үҫтем, шуға күрә балаларымдың күп булыуын теләй инем. Хыялдар тормошҡа ашты: телә­гәнсә ҙур һәм күркәм йорт һалып сыҡтыҡ, балаларыбыҙ беҙҙе ҡыуандырып үҫә. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет­тең булыуы мөмкинме ни?! Ишле ғаиләлә балалар бер-береһен ҡарап, ярҙамла­шып үҫә, эш һөйөүсән була, – ти бәхетле әсә.

Ҡатынының һүҙҙәрен ире Айнур ҙа ҡеүәтләй. “Улдарым миңә алмашсы бул­һа, ҡыҙҙарым – әсәләренә оло яр­ҙам­сы”, – ти ул.

Ысынлап та, Илбуловтар тәү ҡарашҡа ғәҙәти ауыл ғаиләһенән һис тә айырыл­маған кеүек, әммә, мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, тормошта үҙ урынын таба алған, биш балаға ғүмер биргән, донъяларын матур һәм нурлы иткән, үҙҙәре уңған, эшсән ғаиләнең бәләкәй дәүләт нигеҙҙәре ныҡ һәм көслө.

Баймаҡ районы.
Читайте нас