Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 08:08

Салауаттар яҡташтары абруйына тап төшөрмәй

Тыуған яғында Артур Әхмәтхановтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү сараһында һәм “Янғантау” геопаркы үҫешенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.


Малаяҙ ауылында Дыуан күп профилле колледжы филиалы янында Артур Әхмәтхановҡа бюст ҡуйылды. Уны асыу тантанаһында Радий Хәбиров менән штаб начальнигы – Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы федераль округы коман­дующийының беренсе урынбаҫары, генерал-лейтенант Руслан Султыгов ҡатнашты.


– Артур Фәрүәз улының тыуған көнө алдынан, уға 58 йәш тулыр ине, яҡташыбыҙ, дуҫыбыҙ, билдәле дәүләт эшмәкәре, республиканың ысын патриотына бюст асырға ҡарар иттек, – тине Радий Хәбиров. – Салауат районы йәштәре үҙҙәренең легендар яҡташы тураһында белһен ине. Бәләкәй генә Торналы ауылынан сыҡҡан кеше генерал-лейтенант дәрәжәһенә етте, Рәсәй Федерацияһы субъектының эске эштәр министры булды, бар ғүмерен граждандар мәнфәғәтен һаҡлауға бирҙе. Уның тураһында хәтер мәңгелек. Минеңсә, беҙҙең йәштәр ошондай батыр кешеләр өлгөһөндә тәрбиәләнергә тейеш.

Сарала генерал-лейтенант Руслан Султыгов та сығыш яһаны.


– Һеҙгә беҙҙең хәрби иптәшебеҙ, Башҡортостан ғына түгел, ә Төньяҡ Кавказ төбәгендә лә еңел булмаған хеҙмәт юлдарын үткән кешенең хәтерен мәңгеләштереү ҡарарын ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ошондай күркәм Салауат ерендә Артур Фәрүәз улы кеүек бөйөк кешеләрҙең тыуыуы ҡыуаныс, – тине ул.


Артур Әхмәтханов 1962 йылдың 15 ноябрендә Салауат районының Торналы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй Эске Эштәр министрлығы идаралығы академияһын тамамлаған. Башҡорт­остандың арҙаҡлы улы уголовный розыск хеҙмәткәренән Эске эштәр министрлығының төбәк идаралығы етәксеһенә тиклем юл үтте. Күп йылдар Башҡортостанда ЮХХДИ һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы етәксеһе булды, 2008–2015 йылдарҙа Төньяҡ Осетия-Алания Респуб­ликаһының Эске эштәр министрлығын етәкләне. 2018 йылдың октябрендә тыуған республикаһына әйләнеп ҡайтты. Шул көндән алып бөтә көс структуралары эшмәкәрлеген көй­ләгән вице-премьер вазифаһын башҡарҙы. Ул бик күп орден һәм миҙалдар менән наградланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр май айында оҙайлы сирләгәндән һуң вафат булды.


Артабан Радий Хәбиров Малаяҙ ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында Еңеүсе хәрби һәйкәленә сәскә һалды.

Былтыр Салауат районы был паркты төҙөк­ләндереү өсөн “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 2,5 миллион һум аҡса алғайны. Был суммаға таштан йәйәүлеләр юлы һалынған, кәртәләр алмаштырылған, Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан ордены кавалерҙары обелисктары постаменттары яңыртылған, шулай уҡ Еңеүсе хәрби һәйкәле ремонтланған һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә обелиск ҡуйылған.
Быйыл паркта спорт майҙансығына хәүефһеҙ резина япма түшәлгән һәм төрлө тренажерҙар урынлаштырылған.

Малаяҙҙан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы Торналыла булды. Бында ул урындағы мәктәпкә барҙы. Быйыл сентябрҙә республика Хөкүмәте ҡарары менән уға полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың исеме бирелде.
Төбәк етәксеһе Артур Әхмәтхановҡа таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты. Уны мәктәп бинаһы фасадына ҡуйҙылар. Мәктәп директоры Азат Басиров яҡташтарының хәтерен мәңгеләштергән өсөн Радий Хәбировҡа һәм республика Хөкүмәтенә рәхмәт әйтте.
– Беҙҙән алыҫта эшләгән сағында ла Артур Фәрүәз улының туған мәктәбен онотҡаны булманы. Уның ярҙамында капиталь ремонт яһалды, тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерелде, матди-техник база яңыртылды. Мәктәп уның абруйына тап төшөрмәй, яҡташыбыҙҙың исемен лайыҡлы йөрөтөр тип ышанабыҙ, – тине Азат Басиров.
Салауат районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә “Янғантау” геопаркы үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов быға тиклем башҡарылған эштәр һәм геопаркты артабан үҫтереү пландары тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
– Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығындағы эш төркөмө инвестициялар йәлеп итеү, юл буйы хеҙмәтен үҫтереү, глэмпингтар – мобиль туристик йорттар төҙөү кеүек бурыстар менән шөғөлләнә. Беҙ “Янғантау” геопаркына “1-се геопарк” тигән исем ҡушырға тәҡдим итәбеҙ. Был бренд проекттың имиджын күтәреү һәм инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән ярҙам итәсәк, – тине вице-премьер.
Тәбиғәт объекттарынан тыш, геопарк “Алтын ҡаҙаҡ” геология музейын, “Каруанһарай” этнография комплексын, Салауат Юлаев исемендәге паркты, органик ер эшкәртеү үҙәген, халыҡ-ара геомәктәптә уҡығандар өсөн кампусты, саңғы комп­лексын үҙ эсенә аласаҡ. Рөстәм Моратов белдереүенсә, 2021 йылда проект эштәрен башҡарып бөтөргә, 2022 йылда был объекттарҙы төҙөй башларға кәрәк. Яҡынса сығым күләме 435 миллион һум буласаҡ. Артабан был 30 миллиард һум самаһы бюджеттан тыш инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡылырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа “Янғантау” геопаркы биләмәһендә юлдар торошо, уларҙы ремонтлау, туристар ағымын иҫәптә тотоп, яңыларын төҙөү буйынса мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Яҡын арала министрлыҡ профилле ведомстволар менән берлектә юл төҙөүҙең беренсе сиратта торған йүнәлештәрен билдәләйәсәк.
Төбәк етәксеһе 10 декабргә тиклем “Янғантау” геопаркын үҫтереү буйынса ентекле юл картаһын эшләргә ҡушты.

Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя милли геопарктар селтәре булдырыу буйынса махсус программаһы 2002 йылдан алып ғәмәлдә. 2004 йылда ЮНЕСКО ярҙамы менән Глобаль геопарктар селтәре булдырылды, унда донъяның 44 илендәге 161 геопарк инә.
Глобаль геопарктар селтәренең төп маҡсаты – халыҡ-ара әһәмиәттәге геология объекттары нигеҙендә биләмәнең тотороҡло иҡтисади үҫеше моделен булдырыу. Әйткәндәй, ЮНЕСКО геопаркы статусы ни бары дүрт йылға ғына бирелә. Уны артабан дауам итеү өсөн өҫтәмә һынауҙар үтергә кәрәк.
2017 йылда барлыҡҡа килгән “Янғантау” геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Ул геология, биология, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары комплексын тәшкил итә. Биләмәһендә халыҡ-ара әһәмиәттәге геология объекттары – Мәсетле, Оло Бөгөл, Лаҡлы һәм Янғантау тауы киҫелештәре бар. 2020 йылдың 10 июлендә ЮНЕСКО Башҡарма советының 209-сы сессияһында “Янғантау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерелде.



Читайте нас