Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 09:34

Өшәнес көн кәйефегеҙҙе төшөрмәһен!

Әле – ямғырлы-ҡарлы өшәнес көҙ миҙгеле. Өҫтәүенә көндәр ҡыҫҡара, йыш ҡына күк йөҙөн болоттар ҡаплап ала. Етмәһә, коронавирус инфекцияһы тураһындағы борсоулы уйҙар ҙа һәммәбеҙҙең кәйефенә кире тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә кемдер өйөндә ултырырға тырыша, бәғзе берәү үҙ эсенә бикләнә, ә кемдер хатта яҡындарына ауыр һүҙ әйтә. Ә бит төшөнкөлөккә бирелмәүҙең бер юлы бар. Уның өсөн бер тин аҡса ла, бер төймә дарыу ҙа кәрәкмәй. Эш – хәрәкәттә. Юҡҡа ғына элек-электән: “Хәрәкәттә – бәрәкәт!” – тимәгәндәрҙер.

Әле – ямғырлы-ҡарлы өшәнес көҙ миҙгеле. Өҫтәүенә көндәр ҡыҫҡара, йыш ҡына күк йөҙөн болоттар ҡаплап ала. Етмәһә, коронавирус инфекцияһы тураһындағы борсоулы уйҙар ҙа һәммәбеҙҙең кәйефенә кире тәьҫир итә. Һөҙөмтәлә кемдер өйөндә ултырырға тырыша, бәғзе берәү үҙ эсенә бикләнә, ә кемдер хатта яҡындарына ауыр һүҙ әйтә. Ә бит төшөнкөлөккә бирелмәүҙең бер юлы бар. Уның өсөн бер тин аҡса ла, бер төймә дарыу ҙа кәрәкмәй. Эш – хәрәкәттә. Юҡҡа ғына элек-электән: “Хәрәкәттә – бәрәкәт!” – тимәгәндәрҙер.
Әйҙәгеҙ, Физик культура, йәштәр спорты һәм туризм университетының спорт неврологияһы лабораторияһы мөдире, билдәле табип-невролог һәм рефлексотерапевт Виктор Косстың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ. Уның фекеренсә, һәр физик әүҙемлек кешенең кәйефенә ыңғай йоғонто яһай. Баҡтиһәң, мускулдарыбыҙ хәрәкәт иткәндә эндорфиндар – бәхет гормондары – күберәк бүленеп сыға икән. Шуға кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, бер аҙ булһа ла йүгерергә, велосипедта йөрөп килергә мөмкин. Әгәр ҙә был сараларҙы ҡулланыу өсөн ваҡытығыҙ етеңкерәмәй йәки мөмкинлегегеҙ юҡ икән, белгес кәңәш иткән ете күнегеүҙе эшләргә өйрәнегеҙ. Уларҙы һеҙ теләгән урында – эштә, өйҙә, ихатала, подъезда, хатта лифтта – тиҙ генә яһарға мөмкин. Иң мөһиме – теләк булһын!
Виктор Косс әйтеүенсә, кешенең үҙәк нерв системаһында өс төп вегетатив үҙәк бар. Уларҙың әүҙемлеге туранан-тура кәйефкә йоғонто яһай. Улар әүҙем хәрәкәттә икән, кәйеф тә бик яҡшы буласаҡ, әгәр “ял итһә”, кешелә күңел төшөнкөлөгө, апатия һәм депрессия барлыҡҡа киләсәк. Белгес һүҙҙәренә ҡарағанда, был өс төп үҙәк (уларҙан тыш, мөһимлеге кәмерәк башҡалары ла бар) баштағы, таз һөйәгендәге һәм ҡорһаҡтағы нерв күҙәнәктәрендә бар. Түбәндәге күнекмәләр уларҙың тонусын күтәреүгә һәм әүҙемлегенә иҫәпләнгән.


I. Биттең мимик мускулдары.

Уларҙы эшләтеп ебәрһәң, баш мейе­һе күҙәнәктәре лә әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә улар ярҙамында кешенең кәйефе лә яҡшыра. Шул иҫәптән серотонин – нейромедиатор кимәле лә күтәрелә, сөнки тап ул кеше кәйефе өсөн “яуап бирә”.
1. Күҙегеҙҙе йомоғоҙ, бит һәм күҙ мускулдары тынысланһын. Тап ошо ваҡытта үҙегеҙгә тик яҡшыға өмөт итергә һәм йылмайырға тигән команда бирегеҙ. Яҡшы кәйеф тап йылмайыуҙан башлана.
2. Тәрән итеп тын алығыҙ, күҙегеҙҙе асығыҙ һәм матур итеп йылмайығыҙ. Ипләп кенә тынды сығарабыҙ һәм тап ошо ваҡытта иренде балдаҡ кеүек рәүешкә килтерәбеҙ.
3. Шарҙы өргән һәм унан һауаны кире сығарған кеүек күнекмәне ун тапҡыр ябылған ауыҙ менән эшләйбеҙ.
4. Ҡашты йыйырабыҙ, күҙҙәрҙе ҡыҫабыҙ, танауҙың мускулдарын ҡа­тырырға тырышып, уның осон өҫкә күтәрәбеҙ, иренде йылмайырға тырышып “һуҙабыҙ”. Был күнекмәне биш-ете тапҡыр эшләргә кәңәш итә белгес.
5. Башты ипләп кенә, әкрен генә һулға, уңға, артҡа һәм алға борабыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр ошолай эшләһәң, баштағы ҡан әйләнеше яҡшырасаҡ.


II. Ҡорһаҡтағы нервы күҙәнәктәре.

Ҡулдарҙы йоҙаҡ кеүек итеп ҡыҫабыҙ. Тын алғанда аяҡ остарына баҫабыҙ, ҡулдарҙы өҫкә күтәрәбеҙ ҙә мөмкин тиклем юғарыраҡ ынтылабыҙ. Аҙаҡ ҡорһаҡ менән тын алыу күнекмәләрен эшләйбеҙ: тын алабыҙ һәм уны сығарабыҙ. Ауыҙҙан һауаны сығарғанда ҡулдарҙы төшөрәбеҙ, табанға баҫабыҙ һәм тынысланабыҙ.


III. Янбаш мускулдары.

Был күнекмәне эшләү өсөн шайбаны ҡапҡаға индермәҫкә теләгән ҡапҡасы рәүешенә инегеҙ, йәғни бер аҙ алға эйе­ләбеҙ, был ваҡытта ҡулдарҙы тубыҡ­тарға тейҙерәбеҙ һәм кире элекке хәлгә ҡайтабыҙ. Был күнекмә лә, белгес фекеренсә, кәйефте күтәреүгә булыш­лыҡ итә.
Читайте нас