Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 09:26

Сикһеҙ донъя

Һәр ваҡиға һәм күренештең үҙ мәғәнәһе бар.

Донъялағы хәлдәрҙең асылына ябай аҡыл үә бер ҡалҡыныуҙың дәрте менән генә төшөнөрлөк түгел. Улай тип раҫлар инең, сырмалған бауҙың да хатта бер осон табып, тағатып, нимәгәлер ярарлыҡ хәлгә килтерәләр бит әле. Бөтмөр ғалимдар, күңеле тартҡан йүнәлештә эшләгән бихисап белгестәр тәбиғәттең ифрат ҡылыҡһыҙланыуына ғәжәп итә, шул ҡылыҡһыҙлыҡ эсенән дә үҙенә күрә логик аңлатма эҙләй. Хәйер, һәммәбеҙҙе аптыратҡан, уйға сумдырған тәбиғәт кенә булһа… Йәмғиәттә, йәшәйештә ниндәй хәлдәрҙең генә шаһиты булмайбыҙ ҙа башыбыҙҙан ниҙәр генә үтмәй. Ғүмеребеҙ әлегә йомаҡ булып ҡалған күренештәр тураһында төпсөнөп, уларҙың тәбиғәтенән үҙебеҙсә фекергә килеп үтә инде.
Мостай ағай әйткәнсә, ут менән һыу ҡушылып аҡҡан заманда бәләкәй генә осраҡтың эсендә оло күренеш булыу касафатын, дәү тип һанап йөрөгәнебеҙҙең ҡом бөртөгөнә лә тормаҫлығын үҙ аңыңа һеңдереү ҙә, өҫтә генә ятҡан шул хәҡиҡәткә башҡаларҙы ышандырыу ҙа анһат эш түгел. Мөмкин була ҡалһа әле.
Ә ғүмер юлыңда тош-тош осрап, әле лә күҙгә эленеп, юғала торған хәл-ваҡиғалар, көнитмешебеҙгә юлдаш булған күренештәр һуң?
Күңелеңдә яралып, аңыңды бимазалаған бәғзе хәлдәргә йәнә әйләнеп ҡайтыу тормош зарурлығы түгелдер ҙә, шәт. Бала, үҫмер, ир ҡорона тулған йылдарҙа йәйәүләп йәки һыбай үткән юл ситтәрендә һибелеп ятҡан төрлө төҫтәге таштарға, моғайын, илтифат итеүсе лә булмағандыр. Ябай таштарҙың ни ҡәҙере тупраҡҡа бер ауырлыҡ ҡына. Улар үҙҙәре лә хәҙер асфальт, бетон аҫтында ҡалып бара. Һәр беребеҙҙең ғүмере, яҙмышы ебәк һәм киндер ептәрҙән, аҫыл һәм төҫһөҙ таштарҙан, олондан айырсаланған ботаҡтан, иртән ҡалҡыр ҙа, кис байыр ҡояш нурҙарынан туҡылған. Сәстәребеҙҙе йылы елдәр иркәләгән мәлдәр һирәк була. Һәр нәмәнең үҙ урыны, һәр ғәмдең үҙ яйы, һәр ваҡиға һәм күренештең үҙ мәғәнәһе. Уларҙы бары шәйләй, үҙеңсә аңлай һәм ҡабул итергә генә кәрәк. Һуңғыһы, бәлки, иң ауырылыр.



Беләкме, әллә йөрәкме?


Ауылыбыҙҙағы ете йыллыҡ мәктәп директоры булып бик оҙаҡ йылдар элек Әхмәҙиә Усманов олатай эшләне. Төпкөлдәге мәктәптәрҙә мөғәллимдәргә “фәлән-фәләнович” тип мөрәжәғәт итеү ғәҙәте булмағас, улар һәммәбеҙгә лә иң башта апай, ағай, ә директорыбыҙ инде һәммәбеҙ өсөн дә – олатай. Уйлауымса, ошолай, формаль булмаған мөнәсәбәттәрҙә бер ғаилә икәнлегебеҙҙе тойоу, һис ниндәй яғымлы һүҙҙәргә алмаштырғыһыҙ йылылыҡ тамырланғандыр инде.
Усманов, директорлыҡ бурыстарын башҡарыуҙан тыш, беҙҙең класта тарихтан да уҡыта. Дәресе программаға нисек һыйғандыр, уныһы инде миңә ҡараңғы, ләкин ҡырҡ биш минут эсендә лә мөғәллимебеҙ, ҡаралған темаларынан тыш, тыуған яҡтың үткәндәре тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс хәлдәр һөйләп өлгөрә, әллә ниндәй тарих китаптарың ары торһон. Шулай ҙа, оҙон тәбәрәктә бигүк алыҫ китмәҫ борон, олатайыбыҙҙан ишеткән, аҙағыраҡ үҙем күреп белгән бер шәхес тураһында һүҙ ҡатып ҡалайым.
Беҙ тәрбиә алабыҙ, ниндәйҙер белем эстәйбеҙ тип маташҡан мәктәп мәҙрәсә рәүешендә бик борондан асылған. Шуны күрше Ҡырҙас ауылынан сыҡҡан уҡымышлы Усман Ниязғолов 1907 йылда яңыса (“йәдиди ысул”) уҡытыла торған мәктәп тип үҙгәртеүгә өлгәшкән. Ул йылдарҙа Башҡортостандың байтаҡ төбәктәрендә мәҙрәсәләрҙә, аҡрынлап донъяуи фәндәр – арифметика, география, ботаника, рус теле һ.б. индерелә башлаһа ла, ислам дине ҡанундары, йәмғиәттә консерватизм көслө осорҙа яңылыҡҡа һәр аҙым дәртле кешеләрҙән, белем-ғилемгә өҫтәп, гражданлыҡ батырлығын да талап иткәндер. Усман Ниязғолов та ныҡышмал кеше булған, алдына алғанды ҡуймаған, уның мәктәбе, Октябрь инҡилабына ҡәҙәр үк, байтаҡ кешене әлепте таяҡтан айырырға өйрәтеп өлгөргән.
Әхмәҙиә олатайҙың һүҙҙәренә ышанған хәлдә, Усман мулла, ә уны, ғөмүмән, шулай атап йөрөткәндәр, мәғрифәтсе эшмәкәрлеге менән күптәрҙең зитына тейеп өлгөргәндер инде, граждандар һуғышы болаһында аҡтар уны хатта ҡамсы менән ярған. Йәнәһе, ябай халыҡты мөлкәтлеләргә ҡаршы ҡоторта була. Беҙҙең яҡтарҙа ла совет власы нығына башлағас, арыу ғына уҡымышлы Усман Ниязғолов Тамъян-Ҡатай кантон советының мәғариф комитеты мөдире итеп тәғәйенләнгән һәм ошо вазифаһында 30-сы йылдар аҙағынаса эшләгән.
Шулай ҙа ошо һүҙҙе башлауға сәбәпсе булған бер шәхескә, мәғрифәтсе һәм дәүләт эшмәкәренең улы Әдип Усман улы Ниязғоловҡа, әйләнеп ҡайтайыҡ.
Яҙмыш иң ауыр һынауҙарға дусар иткән һәм шул күтәргеһеҙ ауырлыҡтарҙа ла һынмаған кешеләрҙең исемлегенә юлыҡһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ – унда Әдип Ниязғоловты табырһығыҙ. Ағай, Бөйөк Ватан һуғышында еңеп, тыуған яҡтарына ҡайтып еттем генә тигәндә, поезд аҫтына ҡалып, ике аяғынан да яҙа.
Асҡар урта мәктәбенә барғанымда Әдип Усман улы урамда үҙе йөрөтөрлөк коляскала, ә мәктәптә кәүҙәһен ике ҡулы менән таянып күтәреп һелтәп хәрәкәт итә ине. Ҡыҙғаныс күренеш, әммә ғәрип мөғәллим табуреткаға ултырған көйө таҡтаға формулаларын да яҙа, дәресен дә аңлата. Уның тыныслығы, тотанаҡлылығы һәр ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала.
Ғәрип кешегә шау-шыулы бала-саға мөхитендә, саң-туҙанлы аяҡ аҫтында эшләү, йәшәүҙең ни тиклем ауырлығын ағай үҙе генә белгәндер. Нисек кенә булмаһын, яугир-мөғәллим тормошон ғорур үткәрҙе. Бик күп йылдар юғары кластарҙа математиканан уҡытты. “Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Үҙ ғаиләһендәге балалар ҙа бынамын булып буй еткерҙе. Аҡыл, ихтыяр, йөрәк берҙәй булған саҡта, ябай ғына кеше лә баһадирҙар көсөнә эйә була ала икән.


Йәшәүгә ынтылыш


“Инйәр” урман хужалығында ошо предприятие етәкселәренең береһе Рәйес Йыһаншин менән ағас ҡырҡыусыларҙың эшенә, үҙ уйыбыҙса, етәкселек итеп, ысынында – ҡамасаулап, диләнкәлә йөрөгән көн. Бында инде һәр нәмә үҙ яйынса: берәүҙәр ағасты, ай-вайына ҡарамай, исем-шәрифен һорамай, гөрһөлдәтеп ауҙарыуын белә, икенселәр уны ботап, тураҡлай һалып, тейәп оҙатыу хәстәрендә. Беҙҙән бүтән аҡыл таратып йөрөүсе диләнкәлә юҡ. Ағас ҡырҡыусылар, ғөмүмән, ҡырыҫыраҡ холоҡло халыҡ, әммә һис тә тупаҫ түгелдәр.
Урман – белгегеҙ килһә, нәзәкәтле, нурлы, моң тулы, һәр тереклектең йәшәүгә ынтылыуын раҫлаған бер донъя. Сирләп, зәғифләнеп, ҡорор сиккә еткән сағында ағас эргәһендәге әле йәш һәм ҡеүәтен һаҡлаған күршеһенә һөйкәлә һәм шулай, бер-береһенә таяныс булып, ғүмерен бер аҙға ғына булһа ла оҙайта.
Диләнкәләге эштәр һүҙҙә генә йылдам башҡарыла, ысынында, тотҡарлыҡһыҙ булмай. Бына, ситтәрәк, ике-өс көн элек ауҙарылған да ботаҡтары-осо киҫелеп өлгөрөлмәгән ҡайын, аҡ шыршы, уҫаҡ ята. Был ағастарҙың тәғәйен урыны ла, яҙмышы ла билдәле инде. Ҡарағай олондарынан йығылғас та һарҡып сыҡҡан һарғылт сайыр, ҡайын эсендәге аҡтыҡҡы һыуҙарҙың шәкәрләнә барыуы ағастарҙың беҙгә һуңғы бүләге булдымы икән?
Ағас – ғәжәп ҡалырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ йән. Ысынлап әйтәм, ул ишетә-күрә лә, рәхәттең, михнәттең дә ни икәнлеген аңлаған, үрт һәм әҙәм яуызлығына ҡаршы торорлоҡ үҙендә көс тапмаған йән… Ағаста мәленә тиклем бикле ятҡан ғәйрәтте, йәшәүгә ынтылышты күңел күҙе менән күрә алһаҡ икән! Ана бит, тамырынан ике-өс көн элек айырылғандары ла япраҡтарын йәшел көйө һаҡлап ята! Олононда һут кибеп бөтмәйенсә, ағас менән бәхилләшмәгеҙ. Урманда олоғайып ергә ауған ағас олоно серей башлау менән унан үҫентеләр төртөп сыға. Тимәк, тормош дауам итә, йәшәүгә ынтылышты һындырыр көс тә юҡ.


Нәжәғәй. Һаҙағай. Ялағай


Йә ҡойоп яуған, йә һибәләп кенә үткән ямғыр, дөбөр-шатыр килгән йәшен-күкрәүҙәр, әллә өйрәнелгәнгә, күҙ алдында булғанғамылыр, һәр саҡ ни ҡәҙәрелер хәүеф йөрөтһә лә, асмандың бәғзе тарафтарында ялт-йолт иткән уттар күңелгә шом һала. Алыҫ йәшенгә ана нисә атама бар: нәжәғәй, һаҙағай, ялағай. Шөкөр, телебеҙ нәзәкәтле, бай, әллә нисәмә мәғәнәле… Рустар уны, бер ни ҡәҙәр дәһшәтле, романтик яңғыраш биреп, “зарница” тип йөрөтә.
Күк йөҙөнөң әленән-әле балҡып алыуына ябай ғына аңлатма, әлбиттә, бирелгән инде. Уны атмосферала барған физик процестарҙың сағылышы тип кенә сикләнәләр. Беҙ иһә нәжәғәй-һаҙағай-ялағайҙарға фантазиябыҙ форсат биргән ҡәҙәр мәғәнәләр һалабыҙ.
“Нәжәғәй” атамаһына, минеңсә, хис, шиғри аһәң һыйған һымаҡ. “Һаҙағай” яңғырашы менән үк һағайтҡандай. Беҙҙең яҡтарҙа күнегелгән “ялағай” атамаһы ялтанлау, ышанысһыҙлыҡ төшөнсәһен йөрөткән кеүек. Ҡара болоттары өйөрөлөп тә, йәшене ҡайҙалыр ялт-йолт итеп тә, яуын килтермәгән тауышһыҙ гөрөлдәүҙән ни фәтүә? Ялағай йылыһыҙ йылмайыуҙан, буш һүҙҙәрҙән, үтәлмәҫ вәғәҙәләрҙән абай булырға саҡырғандай.
Асмандағы донъяның, әлбиттә, үҙ тәбиғәте, үҙ ҡанундары. Уларҙың хасил булыу закондарын беләбеҙ, тиһәк тә, төпкөл мәғәнәүи асылына төшөнөү беҙгә яҙмағандыр.


Ҡарағас һәм трактор


Йөҙәр йыл йәшәгән ҡарағастар хәҙер һәр тарафта һирәкләнде. Береһе ауылыбыҙ уртаһында, икенсеһе – арыраҡ ултырған, остары асманға олғашҡан ике ҡарағастың йәшен тәфсирләргә тырышҡан кеше булдымы икән? Һәр хәлдә, улар ошонда донъя яралғандан бирле йәшәйҙер һымаҡ ине, ләкин ике патриарх был донъянан бер осорҙараҡ китте. Төндә сыҡҡан көслө дауылдан ауғаны үҙ үлеме менән үлде тип иҫәпләгәндә, икенсеһенең, төбөнә, хатта тамырҙары өҫтөнә үк, ут яғып, сайырын балта менән ҡайырып юнып, ысын мәғәнәһендә ғазаплап һәләк иттеләр. Тотош донъя менән оҙаҡ йылдар мыҫҡыллауға кем түҙһен инде? “Кем” тип әйтеүем теләһә ҡайһы ағасҡа ла ғүмер баҡый тере йән тип ҡарауымдан.
Йылдар йөгө үтеүҙән һәм кеше хаяһыҙлығынан ауған ике баһадирҙан башҡа, ауылыбыҙҙан биш-алты саҡрым самаһында, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар иркен ерҙә, йәнә бер ҡарағас бар. Төптән дүрт-биш метр күтәрелгәс, олоно икегә тарбаҡлана. Шуғамылыр, халыҡ уны “Асалы ҡарағас” ти ҙә ҡуя. Төп олондоң йыуанлығын самалайбыҙ тип, өс-дүрт кеше уратып ҡолас йәйеп ҡараныҡ – етмәне.
Ул, шөкөр, әле лә ҡымшанаһы түгел. Орлоҡтарынан яҡын-тирәлә тотош урман хасил булған. Ә ҡарағас – беҙҙең яҡтарҙа юғала барған төр. Уны ҡулы тиктормаҫ әҙәмдәрҙән һаҡлау фарыз. Юҡһа... Әйткәндәй, баймабаш егеттәр Асалы ҡарағастың үҙенә лә ҡанығып ҡараған. Бер яҙ, ошо тирәлә ер һөрөп йөрөй торғас, асаһына тростан элмәк ташлап, тарттырып ҡарар булғандар. Трактор ер ярып үкерә, көсәнә икән, шунда, самаһыҙ көсәнеүҙәндер, тимер арҡан, ярай ҙа, өҙөлөп киткән. Уфф! Әгәр трактор ҡеүәтлерәк, трос нығыраҡ, йә ҡарағас асаһы бушағыраҡ булһа? Бәғзе әҙәмдәр, йөрөй-йөрөй ҙә, уйлау ҡеүәһенән яҙа ла ҡуя шул. Бында ла, шәт, шундай мәл булғандыр. Ярай ҙа Ер-әсәнең олонға ебәргән көсө, ҡарт ҡарағастың йәшәүгә булған ихтыяры һәм, бәлки, быныһы мөһимерәктер, олоғайған ағастың тоҡомдарын ҡалдырыу инстинкты уға ел-дауылдарға ла, әҙәм иҫәрлектәренә лә ҡаршы торорға көс бирәлер.
Йәшәү мәңгелегенең символы булған “Асалы ҡарағас” беҙҙе ҡалдырып китмәһен инде.


Лесничий кәнәфиһе


Төпкөл ауыл тигәс тә, иншалла, тамам ташландыҡ, хужалар онотҡан урында йәшәмәйбеҙ. Мәктәп, боронғо мәсетте ҡабаттан әүеш-тәүеш итеп һипләгән клуб, халыҡ үҙенсә атап йөрөткәнсә, лавка һәм лесничество бар. Ағасҡа башкөллө хужа, аҡсалы ла ойошма булғас, урмансылыҡтың дәрәжәһе ауылыбыҙҙа ҙур. Һөйләр һүҙемдең әтнәкәһе шул тирәлә инде. Мин үҫеп етеп, район үҙәгендә эшләй башлағанда, предприятиеға хужа итеп Хәбил Ахунов атлы ирҙе ебәргәйнеләр. Төп-төҙ буй-һын, уҫал тырпайып торған мыйыҡ, йөрәгеңде үксәңә ебәрерлек ҡараш, “шулайтим-былайтим” тип тауышын аҙға ғына көсәйтә төшһә лә, ауыл ситендә үк ишетерлек көр тауыш. Ҡыҫҡаһы, ысын ир-азамат. Бай урмандың да хужаһы, фәҡир ауылыбыҙҙың да ысын хакимы.
Клуб булғас инде һирәк-һаяҡ киноһы килеп етә, йә йыйылыш-маҙар шунда үтә. Зая тип йөрөтөлгән урында оҙон-оҙон таҡта эскәмйәләр. Ҡап уртала – ике кеше арҡа терәп, таянып ултырырлыҡ кәнәфи. Ауылға бер барғанда киноға тура килеп, ҡатын менән, кәнәфиҙең “именной” икәнлеген белмәгәс, барҙыҡ та ултырҙыҡ. Залға халыҡ тулған тип әйтерлек. Һис ниндәй уңайһыҙлыҡ һиҙмәйбеҙ, әммә арттан үҙ-ара шыбырлашҡан хәбәр ҡолаҡҡа салына: “Уй, Аллам, бынау йәштәр Ахуновтарҙың урынын алды ла ҡуйҙысы. Көйә бит инде хәҙер Хәбил ағай…” Миндә лә шик ҡуҙғала биреп ҡуйҙы, ләкин ҡатын ҡымшанмай ҙа. Ысынлап та, ул – комсомол райкомы секретары, мин – район гәзите мөхәррире – бала-саға түгелбеҙ. Ул арала, клуб ишеген шар асып, хәләл ефете Кәмилә апай менән Хәбил ағай күренде. Кәнәфи буш түгел икәнен шәйләгәс, Ахунов, залға уҫал бер ҡараш ташланы ла сығыу яғына ҡорт боролдо. Ярай, осраҡлы ғына булғандыр, иртәгәһенә клубта йәнә бер тамаша үтте. Әлеге кәнәфигә тағы инеп ултырҙыҡ. Хәбил ағай менән Кәмилә апай сараларға көттөрөбөрәк йөрөргә ғәҙәтләнгәндер инде. Был юлы түрә өнһөҙ генә сығып китмәне, “безобразие!” тигән фекерен ҡалдырҙы.
Аҙағыраҡ ишетеүемсә, олпат ағай менән апай халыҡтан айырымланып ултырыу ғәҙәтен дә ташлаған, тинеләр. Ә лесничий кәнәфиһе клубтан юғалған…


“Шырпы”


Бала-саға, айырыуса малай-шалай һүҙ самаһы тураһында ыжлап та бирмәй бит. “Кеше күңеле быяла – һаҡһыҙ оронһаң, ыуала” тигән хәҡиҡәт моңһоҙ елғыуарҙар аңына барып еткәнсе, бер мәл һиҫкәндергәнсе, тирә-яҡтағыларыбыҙ үҙгәреп, ғүмерҙең байтағы үтеп киткән дә була.
Ауылыбыҙҙа минең менән тиҫтер ҡыҙыҡай үҫеп килә. Ҡарар күҙгә арыу ғына. Мәктәптең, колхоздың ваҡ-төйәк эштәренән беҙҙең ыңғайҙа ҡалмаҫҡа тырыша, тик үтә йыуаш үҙе. Өлкәндәр менән генә түгел, хатта тиҫтерҙәре менән аралашыуҙан тартына ине шикелле.
Был ситләшеүҙең берәй башҡа сәбәптәре булғандырмы, иллә хаяһыҙ телле малайҙар ауыҙынан әлеге ҡыҙға “шырпы” ҡушаматы тағылғайны. Эш шунда, ҡыҙға Хоҙай төп-төҙ аяҡтар биргән, әммә балтырҙарына ит ҡундырыуҙы онотҡан.

Шулай ул ҡыҙыҡай ауыл балаларынан ситтәрәк йөрөй торғас, күҙ алдынан юғалды (ғаиләләре менән күсенеп киткәндәрҙер инде). Йылдар үтә килә, нәҙекәй аяҡлы ҡыҙ йәнә пәйҙә булды. Ә хәҙер инде ауылдашыбыҙҙы көскә таныныҡ. Ул боронғо һәйкәлдәрҙә генә күрелгән буй-һын, аяҡтарына балериналар көнләшһен. Ғөмүмән, төҫ-башы, үҙен тотошо, хатта һөйләшеүе лә үҙгәргән. Һылыу! Әммә ауылыбыҙ ҡыҙы булып ҡалған. Ябай, илгәҙәк. Элекке йыуашлығы, баҙнатһыҙлығы ла юғалған.

Бына бит, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте барыбер үҙенекен итә. “Ябаға атты хурлама, яҙға сыҡһа, ат булыр” тигән һүҙ һәр бар йән өсөн дә хаҡ икән.


Ҡар ҡосағындағы сәскәләр


Тәбиғәт ғәжәйеп күренештәре менән йылдың һәр миҙгелендә һоҡландырыуҙан туҡтамай. Йәй менән ҡыштың йәрәшеүе әллә шулмы, йә иһә миҙгелдәр, улар менән бергә тәбиғәт тә аҙашып китәме? Хәйер, бындай аймылыштарға өйрәнеп тә барабыҙ, ахыры.
Ыҙғыр ҡыш уртаһында шаптырлап ямғыр яуыуы аймылыштар тулы хәҙерге заманда бер кешене лә ғәжәпләндермәй инде. Бар донъя иләҫ-миләҫ килгәндә тәбиғәт миҙгелдәре генә бер яры тороп ҡалмаҫ инде.
Тәбиғәттең килделе-киттелеге тотороҡло донъя көтөргә теләгән һис кемде лә ҡыуандырмай, әлбиттә. Һәр ҡәүемдең миҙгел холоҡтарына ҡағылышлы әйтемдәре, ҡарһүҙҙәре харап күп. Хоҙай ғүмер бирһә, Мостай ағайҙың һүҙҙәренә һылтанғанда, ут менән һыуҙың ҡушылып ағыуын күрергә тура килеүе лә ихтимал.
Әллә донъя мәшәҡәттәре баҫамы, йәки зауығыбыҙҙа үҙебеҙ ҙә һиҙмәгән үҙгәрештәр бармы, иллә матурлыҡҡа ғафил була барабыҙ, һоҡланыу, ғәжәп ҡалыу сифаттарын юғалтабыҙ һымаҡ. Бәлки, был миңә генә шулай тойолалыр. Бына һеҙ, мәҫәлән, сәскәләргә тәбиғәттең шул тиклем биҙәк һәм төҫтәрҙе ниндәй мөғжизә менән һала алыуы тураһында уйланғанығыҙ бармы? Белгес-ғалимдар был феноменды үҙ телендә аңлатҡандыр ҙа, әммә уның серен белһәк, беҙҙең алда ябай үҫемлек кенә булып ҡалыр, романтик аураһын юғалтыр кеүек.
Бер мәл йәй уртаһында, һис уйламағанда, ябалаҡлап йомшаҡ ҡар яуҙы. Ҡыуаҡтар шау сәскәлә ине әле. Асмандан төшкән мамыҡ ҡыҙыллы-зәңгәрле гөлдәргә аҙға ғына аҡ бөркәнсек япҡандай булды. Селт аҡ ҡар, донъяның бар йәмен үҙенә йыйған сәскәләр. Ошондай ҙа гүзәллекте Мәүлә үҙ балаларынан ниңә йәшереп һаҡлай икән?


Уҫал күгәрсендәр


Тояҡлы ла, ҡанатлы ла бихисап йән эйәләре менән рәттән, әҙәм балаһы күгәрсендәрҙе лә үҙенә ылыҡтырған, һәр төрлө йомоштарына ла яраҡлаштырырға тырышҡан. Был ҡоштарҙың кеше менән уртаҡ хеҙмәт төрҙәре хәтһеҙ генә, уларҙы уҡып та, кино-фәләндәрҙән күреп тә белгән кеүекбеҙ. Күгәрсендең кешегә яҡынайыуы шул ҡәҙәр ки, ул тамағын да үҙаллы аҫрай алмай һымаҡ, һәр саҡ әҙәм ҡулынан ем көтә.
Күгәрсендәргә, айырыуса ҡалала көн күргәндәренә, уҫаллыҡ, бәлки, ризыҡ өсөн һәр даимғы көрәш зурарлығынан биреләлер. Аңлымы-түгелме, йән эйәләренең һәр береһенең араһында нимә өсөн булһа ла талаш-тартыш, низағ һис ҡасан да тынмай. Тыныслыҡ символы данын байтаҡтан йөрөткән ошо ҡошсоҡ та, бәлки, аяуһыҙ тормош мөхитенә килеп инеп, үҙенең тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ илсеһе булыуын онотоп ебәрәлер. Ә беҙ, бер ҡатлылыр, ғүмеребеҙҙең иң ҡыуаныслы, иң-иң елкендергән мәлендә, күккә төрлө төҫтәге, төрлө тоҡомдағы күгәрсендәрҙе сорғотҡан булабыҙ. Именлек, тыныс тормош, һәммәбеҙгә бәхет теләп.
…Бер йылды, сараһыҙҙан, дауаханаға инеп яттым. Карауатым тәҙрә янында ғына. Йорт бейек булһа ла, ағас остары, осор ҡоштар ара-тирә күҙгә салынғылай. Көн оҙононда тәҙрә тупһаһына ҡунып гөрөлдәшкән күгәрсендәрҙең иҫәбе-һаны булмай. Шул арала бер-береһенең муйын ҡаурыйҙарын йолҡҡолап, ҡанға туҙышып бөтәләр. Донъя иркен, эҙләгәне ризығын табалыр, кешеләр ҙә ҡоштарҙы емһеҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Ә улар араһында – туҡтауһыҙ һуғыш, кешеләрҙәгесә, кемделер ситләтеү, көсһөҙөрәкте урынынан ҡыуыу. Ҡыҫҡаһы, йәмле генә ҡошто йәмһеҙләгән был ғәҙәт тыныслыҡ ҡоштарында ҡайҙан, ни сәбәптән хасил булды икән? Хаслыҡ, уҫаллыҡтың бар донъяны баҫыуына дәлил була күрмәһен инде Тыныслыҡ ҡоштарының ҡыланышы.


Ҡараһыу ҡайрағы


Элегерәк, техника-маҙарға өмөт тотмағас, бесәнгә төшөүгә һәр кем үҙ мөмкинлегенә ҡарап әҙерләнә торғайны. Колхоз, кәбәнселәргә йәй эсендә, исмаһам, берәр көрөшкә ҡымыҙ тәтемәктәндер, һанаулы ғына бейәләрен бәйләгән була. Күкрәк һәнәктәре, ос һәнәктәре, тырма-фәлән әҙерләнә. Шулай ҙа бесәнсенең иң төп ҡоралы – салғы. Һәр кемгә, хәлгенәһенә ҡарап, бишенсе, етенсе, туғыҙынсыһы йүнәтелә. Былары инде – салғының оҙонлоғо. Уны ниңәлер “иңе” тип тә йөрөтәләр.

Бесәнсенең маҙаһы салғы менән генә сикләнмәй, ҡыш буйы һарайҙа йә ҡыйыҡ аҫтында тороп ҡорғаҡһыған һапты ҡабаттан нығытып бәйләргә кәрәк, салғы сүкеше, тәпеһе лә онотолмаһын. Әммә һәммәһен теүәлләнем тигәндә лә, яныуһыҙ эш ҡыра алмайһың, сөнки салғының йөҙө бер бакуй сығыуға ғына етә. Сабынлығыңда йә таш-маҙары, селеге, төрткө өйөмө аҙым һайын осрап тора. Шунда инде, бакуйҙы барып сыҡҡас, маңлай тиреңде һыпырып ташлап, билеңде яҙып, салғыңды зыңлатып янып ебәрәһең. Аңлаған кеше өсөн салғы яныған тауыш – бесән мәленең ҡото, үҙенә күрә моңо һымаҡ булғандыр әле.
Ҡарттарға ярҙам итәйем тип, ул йәйҙә лә ҡайттым. Халыҡ бесән алдынан һәр саҡтағыса, мәж килеп, йөрәкһеп йөрөй. Әсәйем өтәләнә: “Олатаң быйыл яныу тип һүҙ сығарманысы. Бесәнгә төшһәк, ништәрбеҙ инде?” Унан, бик мөһим бер нәмәне хәтерләгәндәй: “Атаҡ, Әғзәптең лавкаһына яныу килгән тигәйнеләр ҙәбаһа. Һорап ҡараһаң, мужит, һиңә биреп ебәрер, класташың да…” Әсәй дәртләнеп үк китте. Миндә лә осмот шик юҡ. Студент бит әле мин, Өфөлә уҡыйым. Яныу ҙа булған икән мәсьәлә. Магазинда һатып алыусылар юҡ. Әғзәп дуҫ, сөкөрәйеп китеп, счет төймәләрен шыҡылдата. “Ни хәлдәр, эштәрең уңмы?” тип һораған булам. Һатыусы өндәшмәй генә баш ҡаҡҡас, һиҙәм, һүҙҙе оҙайтыуҙан файҙа, ахыры, булмаҫ. Шулай ҙа әсәйҙең йомошон йомошларға кәрәк бит.
– Салғы яныуы һиндә бар тиҙәр, бер-икәүҙе биреп ебәрһәң, шәп булыр ине.
– Яныу пайщиктарға тәғәйен генә килгән. Һин пайщикмы?
– Юҡ шул, ситтә йөрөгәс ни…
– Юҡ, значит, яныу ҙа юҡ.
Класташым, тиңдәшем ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ араһында башын ҡалҡытып миңә ҡарауҙы кәрәк тип тапманы.
Өйгә ҡайтып, меҫкенлегемде һөйләгәс, олатайым туҙып уҡ китте.
– Тапҡанһығыҙ нимә өсөн инәлеп йөрөргә! Яныу, имеш! Иртәгә таң менән Ҡараһыуға китәбеҙ ҙә арба тултырып тейәп ҡайтабыҙ. Ай-һай эрелек Әғзәптә!
Шулай иттек тә. Оҙон күкрәкле арбаға Ҡараһыуҙың яғылып торған ҡайраҡтарын тейәп алып ҡайттыҡ, ул ярты ауылға таратыуға етте. Шәп ул Ҡараһыу ташы, уның менән салғы янырға ла, бысаҡ ҡайрарға ла, сәс бәкеһе үткерләргә лә була. Ә Әғзәп тиҫтер… Лавкала эйәләтеп өлгөргән эрелегенән арына алһа ярай ҙа.


Түрәкәй, йәки Нилдең илағаны


Ауылыбыҙҙағы мәктәп байтаҡ йылдар инҡилапҡа тиклем алтын сәнәғәтселәре ағалы-ҡустылы Рәмиевтәрҙең йәйге резиденцияһы һаналған таҡтаташ нигеҙле, ҡалай тимер ҡыйыҡлы, кандауай ағастан күтәрелгән иркен бер нисә йортта эшләне. Шул сәбәптәндер, йәйге пионер лагерын ошонда ойошторорға ғәҙәтләнгәйнеләр.
Был беҙҙең өсөн харап һәйбәт, күңелле. Иртәле-кисле линейкаларҙы ҡарайбыҙ, ал галстук таҡҡан пионерҙарҙың борғо уйнап, барабан һуғып, русса әллә ниндәй йырҙар һөрәнләп үтеүе шымтайып ятҡан урамды уятып ебәргәндәй була. Йәшермәйем, лагерҙағыларға аш-һыу йүнәткән өй янына тәмле еҫтәр тарта инде, ләкин ул тәғәмдәрҙең беҙгә тәте­мәгәне генә эсте бошора. Шулай ҙа меҫкенләнмәйбеҙ, һыр бирмәҫкә тырышып йөрөйбөҙ. Ял иткән малайҙар менән танышып, дуҫлашып та өлгөрәбеҙ.
Ул йәй район үҙәгенән ялға минең менән тиҫтер ике малай килгәйне. Тәлғәт исемлеһенә беҙҙең ише йолҡоштар яҡынларлыҡ түгел – Асҡарҙағы урман хужалығы директорының берҙән-бер малайы. Икенсеһе, Нил, минең кеүек етем. Атайҙарыбыҙ һуғышта юғалған. Әллә уртаҡ ҡайғы яҡынлаттымы, бер-беребеҙгә ҡыҫҡа ғына арала эҫенешеп киттек.
Аҫыл аҙ була, тигәндәй, йәйҙең төҫө лә һүрелде. Көҙгә, уҡыуға ла күп ҡалмағандыр. Бүтән ауылдарҙан килгән балалар, һәр кем үҙ мәйеленсә, ҡайтыуға әҙерләнә. Һин кем менән, нисек ҡайтаң?” – тип һорайым Нилдән. “Тәлғәтте алырға ат килә, тиҙәр ине, миңә лә урын табылыр әле”, – ти ул, бик борсолмай. Ысынлап та, көн урталарына Асҡарҙан аҫау айғыр егелгән затлы иркен ҡырандас килеп етте. Ҡузлаһында хатта күсере лә бар. Район түрәләре ауылыбыҙға килеп күренгеләгәс, йәнә берәйһе килдеме, тип аңшайып торабыҙ. Баҡтиһәң, урман хужалығы директоры ҡырандасын малайы Тәлғәт артынан ебәргән икән.
Нил дуҫҡа ла ҙур ҡырандаста урын табылыр әле, оҙатып ҡалайым тигән өмөттә мин дә шул тирәлә ураңғылайым. Тәлғәт сығып иркенләп ултырҙы, Нил менән миңә күҙ һирпеп тә ҡараманы. Ат Ҡырҡты ашаһына ҡарай елдерҙе. Аҫау айғырға ун ике саҡрым – ара түгел. Бала түрәкәйҙең йөрәгендә ошо мәлдәрҙә ниҙәр булғандыр, әммә етем малай Нилдең үкһеп илағаны әле булһа күҙ алдымда. Ә түрәкәй… Ғүмере һәр даим затлы ҡырандаста үтһә ярай ҙа. “Етемде рәнйетмә, гонаһы ауыр булыр”, – тигән һүҙ ҙә бар бит әле.


Һеҙҙе оҙата алмаҫбыҙ инде


Сәйер заманда йәшәү тейҙе яҙмышыбыҙға. Кешелектең күпселек өлөшө, иркен донъяға һыя алмаҫтай тарһыныу менән, унда миллиондарса йыл әүәл хасил булған, шул мөхиттә үрсегән, камил рәүешкә килгән урман-далаларыбыҙға, ер-һыуҙарыбыҙға, тауҙарыбыҙға, хатта күгебеҙгә йән биргән дәү һөтимәрҙәребеҙҙән башлап, энә осондай ғына бөжәктәргә тиклем һис тынмаҫтай һуғыш алып бара. Хәйер, “һуғыш” төшөнсәһе һөжүмгә дусар ителгән яҡ ҡаршылаша алған сүрәттә генә урынлы һүҙҙер. Ә былай… Ҡоралай, тюлень балаһы, оялағы бәпкә – тыуыуының тәүге мәлдәренә үк улар юлында әжәл осрай. Хоҙай ҡөҙрәте менән йәнгә эйә булғандар урманға ҡасыр ине, уныһы һүнмәҫ янғын эсендә, дарьяға сумам тиһә, унда йә ау, йә ағыу. Әлегә тереклеккә ер аҫтында ла, һыу төбөндә лә, күк йөҙөндә лә йәшәр, тоҡомон дауам итер урын да, өмөт тә ҡалманы.
Шуныһы, әҙәм балаһының үҙенең иң Оло төйәгенә ҡарата хаяһыҙлығын нисек һәм ни менән көн итәсәген уйламауҙың ни менән бөткәнлеген һабаҡ булараҡ бәйән итерҙәй кеше, ғөмүмән, табылырмы?
Дәүләт, “йәшелдәр” хәрәкәте, бөтә донъя “Гринпис” ойошмаһы Ер йөҙөндәге аҡтыҡҡы тереклекте ҡурсалау өсөн ынтылыш күрһәткәндәй була, ләкин табыш артынан ҡыуыу, ҡомһоҙлоҡ һәм һөмһөҙлөк ыңғай һәр ниәтте юҡҡа сығара тора.
Ҡурсаулыҡтарҙың эшмәкәрлегенә был юлы ҡағылмайыҡ. Иркен илебеҙҙә улар АҠШ, Канада, Австралия һәм ЮАР-ҙағы менән сағыштырғанда бик аҙ. Эшләргә тырышҡандарының биләмәләренә. ер аҫтындағы байлыҡтарына ҡомһоҙ бизнестың ҡанығыу осраҡтары арта ғына бара.
…Иптәшем менән көңгөр-ҡаңғыр ғына һөйләшеп, уңышы урып йыйылған баҫыу буйлап киләбеҙ. Уң ҡулда – һыуы көндән-көн һәлмәкләнә барған күл мөлкөлдәп ята. Һәр тарафта ниҙелер көткәндәй шымып ҡалғандай тыныслыҡ. Һиллектә лә йөрәкте һиҫкәндерерлек ниҙер бар, әммә ул тойғоно һүҙ менән әйтеп биреүе ауыр.
Бер мәл, көтмәгәндә, баҫыу ситендәге үләндәр араһынан торналар осоп сыға башланы. Күл өҫтөндә кәйелә-кәйелә тупландылар ҙа, ғәҙәттәге өсмөйөшкә теҙелеп, болоттарға ҡарай йүнәлделәр. Торналар, беҙҙең яҡтарҙы төйәк итһә лә, күҙгә йыш салынып бармай, шуғамылыр, ошо ҡоштар менән һәр осрашыу – ваҡиға.
Бер мәлгә генә күренеп ҡалған торналар үҙ юлынан осто. Илебеҙ хакимы, асманға күтәрелеп, аҡ торналарға юл күрһәтеп йөрөгән, тип тә яҙҙылар. Дәрт иткәс, эшләһен. Беҙҙең иһә торналарға юл күрһәтерлек, юлбарыҫтарҙы яҡлауға алырлыҡ, беләһегеҙ, дарман юҡ. Ҡоштарҙың оялаған ағасына, кейектәрҙең үҙ өңөнә имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын, кешеләрҙе үҙҙәренән мәхрүм итмәүҙәрен теләргә генә ҡала.

Читайте нас