Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 15:30

Тиҙҙән яңы үҙәк эшләй башлай

Бурыс – техник етешһеҙлектәр сәбәпле халыҡ зыян күрмәһен өсөн ғәмәлдәрҙе көйләү.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәк Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән Республикаға идара итеү үҙәген техник ғәмәлгә индереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һәм уның урынбаҫары Алексей Дербеко берҙәм системаның үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Улар әйтеүенсә, яңы система республика тормошоноң бөтә йүнәлештәрен күҙәтеү, проблемаларҙы йылдам асыҡлау һәм хәл итеү, тейешле идара итеү сараларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.
– Тиҙҙән Республикаға идара итеү үҙәге эшләй башлаясаҡ. Яңы йылдан һуң уның бөтә хеҙмәттәре бер бинала урынлаша, – тине Радий Хәбиров. – Бында, халыҡтың мөрәжәғәттәренән тыш, дәүләт учреждениелары эшен яҡшыртыу йәһәтенән йәнә бер мөһим функция бар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта компьютер томографы сафтан сыҡты йәки иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем генә эшләй, ти. Мәсьәләне йылдам хәл итергә хоҡуҡлы ведомство был мәғлүмәтте шунда уҡ иғтибарға алырға тейеш. Бурыс – техник етешһеҙлектәр сәбәпле халыҡ зыян күрмәһен өсөн ғәмәлдәрҙе көйләү. Үҙәк беҙгә башҡа мәсьәләләр буйынса ла хәлде күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Мәҫәлән, урамдарҙы йыйыштырыу, йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм башҡалар.
– Үҙәк бөтә министрлыҡтарҙы һәм комитеттарҙы, республика Башлығы идаралыҡтарын берләштергән үҙенсәлекле проект офисын тәшкил итәсәк. Йәғни проблемаларҙы хәл итеү өсөн бөтә механизмдар бер урында туплана, – тине Андрей Назаров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас