Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 09:38

Тотороҡлолоҡ нигеҙе – татыулыҡта

Милләтеңде яратыу, хөрмәт итеү менән милләтселек һүҙҙәре араһында тәү ҡарамаҡҡа оҡшашлыҡ булған һымаҡ тойолһа ла, ғәмәлдә, был төшөнсәләр араһында оло упҡын ята.

Милләтеңде яратыу, хөрмәт итеү менән милләтселек һүҙҙәре араһында тәү ҡарамаҡҡа оҡшашлыҡ булған һымаҡ тойолһа ла, ғәмәлдә, был төшөнсәләр араһында оло упҡын ята.


Милләтте һөйөү – ул тыуған ерең, халҡың мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт итеү, төрлө тармаҡтарҙа – иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, медицина һәм башҡа бихисап йүнә­лештәрҙә юғары уңыштарға өлгәшеү, мил­ләттең йөҙөн тиңдәр араһында тиң итеп донъяға танытыу. Милләтте һөйөү – ул матур, татыу ғаилә ҡороп, рухлы, телһөйәр, илһөйәр балалар үҫтереү, ҡотло, бәрәкәтле, тыныс киләсәк нигеҙен һалыуға үҙ өлөшөңдө индереү.
Мәҫәлән, үҙебеҙҙең милләтте алғанда ғына ла, ул быуаттар төпкөлөнән батыр, даланлы, илһөйәр халыҡ булараҡ билдәле. Иң ҡатмарлы осорҙарҙа ла тыуған еребеҙҙең данын, бәҫен һаҡлап ҡала алған арҙаҡлы шәхестәребеҙ булған һәм киләсәктә лә буласаҡ әле.
Әммә һуңғы ваҡытта республикала булған ҡайһы бер күңелһеҙ ваҡиғаларҙың сағы­лышы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тотош халыҡтар йөҙөнә күләгә төшөргән кеүек. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районында булып үткән, әлеге ваҡытта хоҡуҡи йәһәттән тикшерелгән хәлдәр булһынмы, милләтебеҙ исеменән тәреләрҙе ҡырҡып ташларға әйҙәгән йә яланғас килеш ниндәйҙер дәғүәләр белдергән ханымдың ҡылыҡтары ла, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ыңғай тойғолар тыуҙырмай.
Бер таныш, мәҫәлән, күптән түгел “Беҙ — башҡорттар” тигән яҙыулы битлек кейгән өсөн үҙенә ҡырын ҡараш ташлағандарын, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо белдергәндәрен бәйән итә. Ошондай ҡараш фәҡәт тотош милләт исеменән эшләнгән, әммә хоҡуҡи ҡалыптарға һыймаған ғәмәлдәр ҡылған бармаҡ менән генә һанарлыҡ кешеләр өсөн тыуа түгелме?
Әлбиттә, бындай хәл-ваҡиғаларҙан бер ниндәй ҙә яҡшы һөҙөмтә көтөргә түгел. Беренсенән, бының менән һәр халыҡ иң тәүҙә үҙ-үҙенә соҡор ҡаҙа, сөнки милләт-ара ғына түгел, милләт эсендәге тынғы­һыҙлыҡты ла көтөп кенә торған, ошонан үҙ мәнфәғәтендә файҙа алырға тырышҡан әҙәмдәр бик күп. Улар йәмғиәттәге аҙ ғына ҡытыршылыҡтарҙы ла шунда уҡ тотоп ала һәм үҙ яғына ауҙара, тотороҡлолоҡ нигеҙен ҡаҡшата башлай.
Икенсенән, халыҡ йөҙөн, үрҙә әйткәнсә, аныҡ эше, фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанғандар биҙәй. Башҡортостанда быуаттар төпкөлөнән төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәгән һәм йәшәй, беҙҙең тор­мошобоҙ шуның менән күркәм, тыныс, һөҙөмтәле. Ошо һиллекте боҙорға тырыш­ҡан, үҙ милләте исеменән ҡырын эштәр атҡарған һәм шуның менән тотош халыҡ хаҡында кире фекер тыуҙырғандарҙан һаҡ булһаҡ ине.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас