Мейес. Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙҙә күпме мәғәнә ята. Йорт йылыһы, ғаилә усағы, яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәк еҫе, кисен янында йыйылыуҙар, бала-сағаның уның башында уйын ҡороуы – былар барыһы ла мейескә бәйле. Башҡорт мифологияһында иһә йорттағы мейес – йыһандың ут культы менән бәйле изге урын. Йәшәйеш, көс, йылылыҡ биреү символы ла ул. Усаҡҡа бәйле йолалар, ырым-ышаныуҙар байтаҡ. Йорттоң түренән урын алған заманса каминдар, ихатала ял итеү өсөн булдырылған беседка-мангалдар, яңынан тергеҙелгән икмәк мейестәре йорттарға нисектер йән өргән кеүек.
Элек ауылда дүрт һөнәр кешеһенең хеҙмәте иң кәрәклеләрҙән һаналған. Кеше дин әһеле, табип, тимерсегә нисек мохтаж булһа, мейес сығарыусы һөнәре лә шундай уҡ юғары баһаланған. Көнитмешебеҙҙе зәңгәр яғыулыҡ, электр уттары яулап алған мәлдә, мейескә, ошо һөнәр оҫталарына ихтыяж кәмеп ҡалған кеүек тә ине, әммә һуңғы йылдарҙа мейес сығарыу оҫталарының хеҙмәтенә ихтыяж йәнә артты.
Сермән ауылынан Марат ағай ҙа – атаһы, тирә-яҡҡа билдәле тимерсе Алсынбай Мәғәфүров кеүек, боронғо кәсепте үҙ иткән оҫталарҙың береһе. Ғаиләләге өлгө Марат Алсынбай улын да үҙ хеҙмәтен яратырға, хөрмәт итергә өйрәтә. Атаһы Алсынбай Ҡустыбай улы күп йылдар дауамында туған колхозына тоғро хеҙмәт итә. Тимерсе, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Калинин исемендәге колхозда эшләй. Хужалыҡҡа ғына түгел, ауыл халҡына ла байтаҡ файҙа килтергән ул. Ҡапҡалар ҙа эшләгән, аттар ҙа дағалаған, бер эштән дә ҡурҡып тормаған һөнәр оҫтаһы булған.
Марат Алсынбай улы Сермән мәктәбендә, ҡаланың мәктәп-интернатында уҡыған ҡәҙимге бала була. Артабан урта махсус белем алыу, армия сафтарында хеҙмәт. 26-сы һөнәрселек училищеһында ташсы һөнәренә уҡып сыҡҡандан һуң, хеҙмәт юлын “Красная Башкирия” совхозында башлай, тәүге тәжрибәһен дә шунда туплай. 1972-1974 йылдарҙа Украинала сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта, күрәһең: хәрби хеҙмәттән һуң тура Сермәнгә ҡайтып эшкә керешә.
Оҙаҡ эшләргә тура килмәй ауыл хужалығы техникаһы йәмғиәтендә, партия ҡушыуы буйынса эске эштәр бүлегенә ебәрелә. Төрлө йылдарҙа Тирлән, Сермән ауылдарында – участка инспекторы, Белорет эске эштәр идаралығында хеҙмәт итеп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға китә. Һәм армиянан алда башлаған эшен – мейес сығарыу һөнәрен яңынан үҙләштерә. 1997 йылдан яратҡан һөнәренә ныҡлап тотоноп, бына ике тиҫтә йылдан ашыу инде ошо кәсеп менән шөғөлләнә.
Әлбиттә, боронғоса эшләнгән мейесте бер ниндәй ҙә духовка алмаштыра алмай. Унда икмәк тә тәмле булып бешә. Был эште дауам итеүселәр бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Марат ағайҙың да заказдар географияһы киң, 20 йыл дауамында 600-ләп мейес сығарған ул. Райондың Инйәр, Александровка, Асы, Үҙән, Ишле, Сермән ауылдарында ғына түгел, күрше Учалы ҡалаһы, Уральск ҡасабаһы, Бөрйән, Әлшәй райондары, Магнитогорск ҡалаһында ул һалған мейес, каминдар өйҙәрҙе йылыта.
“Боҙоҡ телефон” аша ла ишетеп, оҫтаның эшен күреп тә, уға бер нисә ай алдан сиратҡа яҙылалар. Миҙгеленә 10-12 мейес һалырға тура килә күп осраҡта. Ауылға бер барғанында дүрт-биш мейес һалған осраҡтары ла булғылай. Оҫта ике көндә ябай мейестең мөрйәһен күтәреп тә ҡуя, каминдар бер аҙна дауамында һалына.
Был һөнәрҙе бер яңы технология ла алмаштыра алмай. Борондан мейес сығарыуға шәп оҫталар ғына тотонған. Кирбесте һалыу – бер, ә бына ут яҡҡан ваҡытта эсендә барған процестарҙы белеп эш итеү бөтәһенә лә бирелмәйҙер.
– Иҫемдә, өйөбөҙҙә “голландка” тора торғайны. Тимер менән көпләнгән был мейестең йылыһы әле лә хәтерҙә. Кис яҡҡан мейестең утыны янып бөткәндән һуң, эсенә нимәлер бешерергә ултыртҡаным иҫтә. Әсәйем иртәнсәк мейес яғырға тороуға, иртәнге аш та өлгөрә ине ҡайһы саҡ (бына бит, хәҙерге мультибешергес ҡайҙа булған – авт.) Мейес һалыу – тәү ҡарашҡа ғына еңел күренгән хеҙмәт ул. Бында теүәл фәндәрҙе лә яҡшы белергә кәрәктер. Интернеттан ҡарап эшләгән саҡтар ҙа булды. Үҙем уйлап сығарып һалғандары ла байтаҡ. Ғөмүмән, хужалар йорттарында ниндәй мейесте күргеһе килә, шулай һалам. Эштәрем ҡабатланмай тиерлек.
Кирбес һалыу өсөн балсыҡтың ике төрлөһөн ҡушып иҙмә әҙерләнә. Ул ваҡытта мейес тә ныҡ була, төтәп бармай. Кирбестең дә йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин: ябайынан биҙәклеһенә тиклем. Иҙмәләрҙең дә төрлөһө бар, – ти оҫта.
Марат Алсынбай улы төрлөһөн сығара. Икмәк мейесе, ябай мейес, камин йә иһә ихаталағы беседка, шашлыҡ бешереү ҡоролмаһы – барыһына ла яуаплы ҡарай. Бынан тыш, оҫтаның эштәре күптәрҙең баҡсаларын биҙәй. Кирбестән бағаналар (колонна) ултырта, гаражын да һала. Нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә Марат ағайҙың. Йортоноң тышы ла, эсе лә үҙе һырлап яһаған биҙәктәр менән биҙәлгән. Ҡул оҫтаһының өҫтәлдәре лә һатыуҙыҡы түгел, ағастан һәм үҙе иретеп йәбештергән тимерҙән эшләнгән, ә аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәл өсөн әсәһенең теген машинаһының тояҡтарын ҡулланған.
Ай тулған көндәрҙә сығарылған мейес оҙағыраҡ хеҙмәт итә, тип иҫәпләгән боронғолар. Хәҙерге заман технологиялары ярҙамында етештерелгән кирбестәр, иҙмәләр, мейес сығарыусының оҫталығы менән хәҙерге усаҡтар 20 – 40 йыллап хеҙмәт итә. Әгәр ҙә һаҡсыл ҡараш булып, бар талаптар ҙа тулыһынса үтәлһә, ваҡытында таҙартылып торолһа, әлбиттә.
Улдары Марсель, Айрат, Эльдарҙы үҙе менән йөрөтөп, оҫталыҡ серҙәренә өйрәтергә тырыша Марат Алсынбай улы, әммә улар әлегә ғаилә кәсебен дауам итергә уйламай. Олоһоноң ҡулынан да килә, бар яҡлап та оҫта, шулай ҙа ул техниканы үҙ иткән. Әлегә Эльдар ғына уға ярҙам итеүҙе хуп күрә.
Мәғәфүровтар – ауыл ғорурлығы
Марат Алсынбай улы, тормош иптәше вафат булғандан һуң, ғүмерен Әлфиә Хәлил ҡыҙы менән бәйләй. Әлфиә апай үзбәк ерендә ғүмер иткәндән һуң, тыуған республикаһына ҡайтып төпләнә. Сатра тимер юлында, мәктәптә хужалыҡ мөдире була. Әле икеһе лә хаҡлы ялда.
Иш янына ҡуш, йәки силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, Әлфиә Хәлил ҡыҙы ла ҡул эштәренә оҫта. Сейләндән матур картиналар яһай ул. Йорттоң эсен дә хужабикә күңелен һалып эшләгән картиналар биҙәй, туғандарға, таныштарға ла бүләккә етәрлек. Бигерәк тә дини темаға, сәскәләр, хайуандарҙы һырлап яһауға өҫтөнлөк бирә ул. Оҫтабикәгә картина ижад итеү өсөн бер-ике ай күңел йылыһын һалырға тура килә.
Мәғәфүровтар ауылдың йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша, тип әйтергә мөмкин. Сермәндә сик буйы һаҡсылары хөрмәтенә ҡуйылған обелискты төҙөүҙә лә уларҙың өлөшө ҙур.
Һәр ауылдың үҙ оҫталары, үҙ таланттары була. Берәүҙәр – йыр-моң башҡарыусылары, икенселәр – бейеүселәре, өсөнсөләр башҡа һөнәр эйәләре менән алдырһа, сермәндәр оҫтабикәләре, ҡул оҫталары, уйлап сығарыусылары менән дан тота. Һәр һөнәр эйәһе үҙ өлкәһендә эҙләнә, эш нескәлектәренә төшөнә. Араларында иң-иңдәренең даны тарала, мейес сығарыу оҫтаһы Марат Мәғәфүров кеүек абруй ҡаҙана.