Йәмғиәт
18 Ноябрь 2020, 08:30

14 йәшлек ҡыҙ вафат...

Үҫмер ҡыҙҙың тәнендә бер ниндәй ҙә күренгән йәрәхәттәр булмай.

Ҡалтасы районының бер ауылында аяныслы хәл теркәлгән. Үҙ йортонда 8-се класс уҡыусыһы кинәт вафат була.
Был хаҡта "Уфасити" порталы үҙ сығанаҡтарына таянып хәбәр иткән. 14 йәшлек ҡыҙҙың тәнендә бер ниндәй ҙә ҡағылыу, һуғылыу эҙҙәре булмай. Әлегә уның менән ни булғаны асыҡлана. Баланың энцефалопатия (баш мейеһе елһенеүе) менән сирләүе билдәле.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ҡыҙ менән ни булғанын асыҡлау маҡсатында, өйҙән медицина документтарын алғандар, кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
Донъяла бала ҡайғыһынан да ауыр нимә юҡтыр, еңел булмаған минуттарҙа яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото интернеттан.
Читайте нас