Бөгөн социаль селтәрҙәр аша Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов ауыр ҡайғылары менән уртаҡлашты. Быйыл көҙ ул бер-бер артлы атаһы менән әсәһен, кисә иһә иң яҡын дуҫын юғалтҡан.
“Быйылғы көҙ мине аямай: бик күп ҡайғы-тетрәнеүҙәр, юғалтыуҙар килтерҙе. Бер-бер артлы, ике аҙна ара менән, ҡәҙерле атай-әсәйем Әғзәм Иҙиәт улы һәм Фәниә Фазыл ҡыҙы мәңгелеккә китте. Донъя етемләнде. Аяҡ аҫтынан ер киттеме ни... Быны ҡабул итеү бик ауыр. Тик ошо ҡайғы менән йәшәргә өйрәнергә тура киләсәк”, – тип яҙҙы район етәксеһе.
Уның юғалтыуҙары бының менән генә тамамланмаған. Кисә дуҫы, коллегаһы Вил Ниғмәтйәнов та баҡыйлыҡҡа күскән.
“Бик йәл, был донъяла юлы бик ҡыҫҡа булды. Шулай ҙа уны ғорур һәм лайыҡлы үтте. Беҙ үҫмер саҡтан яҡын дуҫтар булдыҡ, ике тиҫтә йыл иңгә иң терәп эшләнек. Вил Риф улы бик изге күңелле, хеҙмәт яратҡан кеше булды. Булды... Урындағы үҙидара органдары эшен башынан аҙағына тиклем белә ине. Бөтәһен дә үҙенең энтузиазмы, ихтыяр көсө, мөмкин булмағанға өлгәшә алыуы менән дәртләндерә торғайны”, – тип яҙҙы Илшат Әғзәм улы.
Уның һәм ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.