Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2020, 23:30

Азаттың ҡайҙалығын белмәйһегеҙме?

39 йәшлек ирҙе 25 октябрҙән бирле тапмайҙар...

Башҡортостанда эҙһеҙ ғәйеп булған 39 йәшлек Азат Ғаттаровты эҙләйҙәр.
Уны һуңғы тапҡыр 25 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Ракитовка ауылы эргәһендәге "Кедр" баҡсасылыҡ ширҡәтендә күргәндәр.

Фотоһүрәткә иғтибарлап ҡарағыҙ, бәлки, күреүселәр булғандыр. Билдәләре: буйы 170 см, мыҡты кәүҙәле, ҡара сәсле, күҙҙәре һоро төҫтә. Юғалған көндә өҫтөнә нимә кейгәне билдәле түгел.

Кем дә кем уның тураһында берәй мәғлүмәт белә, "ҡыҙыу линия" телефонына - 880070054052 шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: "Лиза -Алерт".
Читайте нас: