Өс ҡатлы бинаһы, телевизион вышкаһы булған Өфө телеүҙәге 1959 йылда төҙөлөп бөтә. Телебашняның бейеклеге – 192 метр. Телеүҙәк Ағиҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан. Салауат Юлаев майҙаны, “Торатау” конгресс-холы ла уға яҡын. Алдындағы майҙанды хәҙер мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың һәйкәле лә биҙәй. Шуға хозур күренешле, йәмле тәбиғәтле был урындарҙан йәйен дә, ҡышын да кеше өҙөлмәй. Өфө халҡы, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн иң иҫтәлекле, иң яратҡан ял урындарының береһе.
Башҡорт студияһында тәүге һынау телевизион тапшырыуы 1958 йылдан 1959 йылға ҡараған Яңы йыл төнөндә уҙғарылған. Башта телевидение тик урындағы тапшырыуҙарҙы ғына күрһәткән. 1966 йылдан, ретрансляция вышкаларын Өфөгә еткәнсе төҙөгәндән һуң, Үҙәк телевидение каналдары тапшырыуҙары ла килеп етә.
1975 йылда Башҡортостан телевидениеһы төҫлөгә әйләнә башлай. 2001 йылда иһә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, ә уның базаһында – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (“БЮТ”) ойошторола. Тапшырыуҙар тәүлегенә 18 сәғәт бара.
Өфөлә “Бөтөн Өфө” продюсер үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһы эшләй. 1999 йылдан бирле тулҡындарҙың дециметрлы диапазонында тапшырыуҙар алып бара, 2006 йылдан – Өфөнөң кабель селтәрендә, 2009 йылдан шулай уҡ Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләй.
Республикала Өфөнән үҙәк республика телевидениеһы, “UTV” ҡала каналы, ҡала телевизион компаниялары, уҡыу йорттары телевидениеһы (Салауат ҡалаһының 1-се лицейы), йәштәр телевидениеһы эшләй.
Өфө телеүҙәге бинаһында хәҙерге ваҡытта “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”, “Башҡортостан” дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһы”, “Башҡортостан радиоһы”, “Спутник FM” радиоһы, “Юлдаш” радиоһы, “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалдары урынлашҡан.
Республикала телевизион тапшырыуҙар өс телдә – урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә алып барыла.
Телевидение кешенең тормош-көнкүрешен биҙәп кенә ҡалмай. 1950 йылдарҙан алып ул теге йәки был хәлгә ҡарата йәмәғәт фекерен формалаштырыуҙа ғәйәт мөһим роль уйнай башлай. 2010 йылдарҙың урталарынан был функция яйлап ҡына интернет тарафтарына күсә бара. Шуға ҡарамаҫтан, телевидение һаман да күптәр өсөн көнкүрештең мөһим бер өлөшө булып ҡалыуын дауам итә.