Мин – Эльвина Халиҡова, 28 йәштәмен. Сығышым менан Бүздәк еренәнмен. Атайымдан – түҙемлек, тырышлыҡ, рухи байлыҡ, ә әсәйемдән күңел матурлығы һәм һөйкөмлөлөк сифаттарын алғанмын. Бала саҡтан йыр-бейеүгә ғашиҡмын. Студент йылдарында бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланым. Ғөмүмән, үҙ алдыма ҡуйған маҡсаттарыма өлгәшергә тырышам.
Бөгөн тормош иптәшем менән күркәм һәм иманлы ғаиләлә сәскә кеүек матур, аҡыллы өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, ҡул эштәре менән булышырға яратам. Аш-һыу әҙерләргә әүәҫмен. Өйҙә саҡта яҡындарымды үҙем бешергән тәмлекәстәр менән һыйларға яратам.
Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.