Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 14:15

Хәтер ипкендәре

Оло тормошҡа илткән һуҡмаҡтар.

...Юлым – Өфө тарафтары. Тарих оҡшай, әҙәбиәт яҡын. Сәхнә лә ылыҡтыра ине мине. Тик ха­лыҡта әртис һөнәре әле һаман да етди ҡабул ителмәй, “Һин һаман да эшләмәйенсә йырлап ҡына йөрөйһөңмө?” тигән лаҡап кимә­лен­дәрәк булғандыр уны аңлау ҙа, уға мөнәсәбәт тә. Өҫтәүенә Өфөлә актерҙарҙы әҙерләү институты юҡ, тик сәнғәт училищеһында ғына уға уҡыталар. “Алтын миҙаллы аттестат менән кеше училищеға бармай инде, юғары уҡыу йортона ынты­лырға тейеш” тигән стереотип ҡараш та, һә­лә­темдең дә, теләгем­дең дә самалы булыуы ла төрлөсә уйланғанда тыуған был фекерҙе тиҙ үк һыпырып ташланы. Универ­ситетҡа, тарих-филология факультетына барам...


Университет алды тулы йәштәр. Анауһы, һалдат формаһын да сисмәгән етди, эшлекле күренгән егет Ҡырмыҫҡалынан Роберт тип таныштырҙы. Еңел һөйәкле, киң маңлайлы, күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ донъяны күҙәткәне хәрби хеҙмәттән – Германия Демократик Республикаһынан – ҡайтҡан Дыуандан Эдуард тип, сәстәрен Һаҙый Таҡташса тарағаны Кушнаренконан Рәдиф тип, ныҡлы кәүҙәле, бәләкәйерәк буйлы, үҙ баһаһын яҡшы белгән кешеләргә хас булғанса башын юғары күтәреп йөрөүсе Рим Йәнғужин, Ишембай ҡалаһы интернатын алтын миҙалға бөткән, ә тегенеһе – Өфө егете Шамил Ғүмәров 18 йәше тулыуына В.И. Лениндың бөтә томдарын да (55 том!) уҡып, өйрәнеп сыҡҡан.
Имтихандар үтте. Мин Башҡорт дәүләт университеты студенты булып киттем. Бр (башҡорт-рус) төр­көмөндә 14 райондан 11 ҡыҙ, туғыҙ егетбеҙ. Бер ай колхозда булғандан һуң уҡыуҙы башланыҡ. Әммә мине бер күңелһеҙлек аңдып торған булып сыҡты: миңә дөйөм ятаҡта урын бүленмәгән. Аптырабыраҡ, ҡайҙан фатир табайым икән, тип йөрөгәндә бер иғлан күреп ҡалдым: “Университеттың хор капеллаһына яңы ағзалар ҡабул ителә. Теләгән студенттар тауыштарын тыңла­тырға саҡырылалар”. Иғланы – бер, ә студенттар араһында унда алынғандарға ятаҡтан урын бирә­ләр икән, тигән хәбәр ҙә таралды. Мин дә бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Барһам, тыңланырға һыу буйы сират, ятаҡҡа мохтаж студенттар барыһы ла капеллала йырларға, йәғни ятаҡлы булырға теләй. Пианино янында бер йәш ир һәр беребеҙҙе саҡырып тауышы­быҙҙы тикшерә. Минән алдағы әллә нисә кешене “ярай, рәхмәт”, тип сығарып ебәрҙе. Миңә “бәхет йыл­майҙы”. Мин – хор ка­пеллаһының бас-баритон партия­һында йырлаусы. Минең өсөн мөһимерәге – ятаҡтан урын бир­ҙеләр. Шуға ҡыуана-ҡыуана аҙна­һына өс тапҡыр капеллаға икешәр сәғәт дауам иткән занятиеларға йүгерәм. Күп нәмә алдым мин капеллала йырлап йөрөп. Ә кемдәр ине һуң ул профессиональ коллективта – Башҡорт дәүләт университетының хор капелла­һында? Хөрмәтле етәксебеҙ Анатолий Львович Легкота – Башҡорт­остан Республика­һының атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, өҫтәүенә ҡышҡы селләләрҙә тик шортик-футболкала йөрөп, боҙло мәкеләрҙә һыу инеп йөрөгәне өсөн халыҡта “морж” тип тә танылған етәксебеҙ “Вечерняя Уфа” гәзитендә 2006 йылда баҫылған мәҡәләһендә ул исемдәрҙе атап китә. Буласаҡ фән докторҙары, профессорҙар булып танылған халҡыбыҙҙың оло шәхестәре Салауат Ҡасимов, Октябрь Вәлитов, Роберт Байымов, Риф Әйүпов, Баязит Ғәлимов, Борис Әхмәтшин, Венера Ибраһимова, Ҡасим Йосопов, Иҙрис Фәхретдинов, Кәрим Ишбаев, фән кандидаттары Әнүәр Мәмбәтов, Юрий Калашников, Әхмәт Йәнғәлин, мәҙәниәт министры Тәл­ғәт Сәғитов, шағир Сафуан Әлиба­ев. Хатта данлыҡлы йырсыбыҙ Рамазан Йәнбәков та капеллала йырлаған. Ниндәй сағыу йондоҙлоҡ – капеллала ла, фән-мәғрифәттә лә, республикабыҙҙың иж­тимағи, халҡыбыҙҙың рухи донъяларында ла...
Беҙҙең I б/р группаһына төп корпуста 303-сө аудиторияны беркет­теләр. “Группағыҙ старостаһы – Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы”, тип таныштырҙылар. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, уға тиклем мәктәптә лә эшләп өлгөргән – физика, математиканан уҡытҡан. Шәп староста булды ул.
Занятиелар парлап – бер дәрес икешәр сәғәт бара. Уныһына ла яйлап күнектек. Филология фәндәре докторы Күгәрсен районы азаматы, профессор Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов лекциялары тәүҙә сәйерерәк тойола ине. Парҙың тәүге сәғәтен Өфөлә, республика етәкселегендә, фән, сәнғәт, зыялылар донъяһында ниҙәр бар, кем кемдең дуҫы, ҡоҙаһы, туғаны, ниңә был мәсьәлә былай хәл ителгән, тегенеһе тегеләй сиселгән – бәйнә-бәйнә һөйләй торғайны. Тәүҙә ҡыҙығып, һуңыраҡ көлөм­һөрәп тыңланыҡ, әммә аҙағыраҡ аңланыҡ – шуларҙы һөйләп, аныҡ миҫалдарҙа беҙҙе – белем алырға килгән ауыл балаларын үҙенсә оло тормошҡа әҙерләгән, уның ябай ҙа, ҡатмарлы ла икәнен аңғартҡан, дөрөҫ ҡабул итеп, үҙ урыныңды табырға әҙерләгән. Икенсе сәғәте инде тулыһынса дәрес темаһына арнала... Бына Әмир Чаныш ағай. Әмир Иҙрисович.
Фронтовик. Фән кандидаты. Педагог. Кафедра мө­дире булған. Яҙыусы репрессияға эләгә яҙып ҡалған. Яҙыусылар берлегенән ҡыуылып, яңынан сафта тергеҙелгән. Күп күргән, күп татыған, бәлки, шуғалыр ҙа әҙ һүҙле. Ул минең диплом эшем менән етәкселек итәсәк. Башҡорт теленән 20-се йылдар аҙағынан башлап күп кенә дәреслектәр яҙған бөхтә, тыйнаҡ, сабыр Хәнифә Шәкүр ҡыҙы Зиннәтуллина апай кинәнеп көлә-йылмая беҙҙе поэзияны аңларға өйрәтә. “Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, ниндәй образ, ниндәй күренеш – Европанан Азияға ҡырмыҫҡа үтеп бара...” Был осраҡта Мостай Кәримдең “Европа – Азия” шиғырҙар циклын өйрәнәбеҙ. Аудиторияға Әнүәр Хисмәт улы Вахитов ағай килеп инә. Ҡырыҫыраҡ йөҙлө, әҙ һүҙле уҡытыусы­быҙҙың Башҡорт халыҡ ижады курсы буйынса һөйләгән лекциялары ҡыҙыҡлы, йотлоғоп тыңлайбыҙ.
Кори­дор­ҙан штиблеттар шығырҙаған тауыш. Был беҙҙе ғәрәп теленән уҡытҡан Закир Шакиров – КПСС өлкә комитеты­ның беренсе секретары буласаҡ Миҙхәт Шакировтың атаһы. Оҙон буйлы, ап-аҡ мыйыҡлы, кәүҙәһен туп-тура тота, иҫ киткес тройка костюмда, шығырҙап торған ботинкала. Дәресте аңлата, һөйләй, беҙ “бынауы ерен аңлап бөтмәнек бит әле”, тиһәк, “ярар, уныһы һеҙгә кә­рәкмәй ул”, тип ҡуя торғайны. Өлкән кешеләр ауырып-сырхап та китә­ләрҙер инде – Закир Шакировтың “дублеры” ла була торғайны. Ул да Закир. Ул да бөхтә кейенеп йөрөй, костюмы ла – тройка, бантиклы, мыйығы ла аҡ. Тик ул буйға кесерәк, йыуантағыраҡ. Фамилия­һы – Айыуханов. Заманында Мысырҙа Ҡаһирә университетында уҡып ҡайтҡан. Ике Закирҙың да уҡытыу методы бер төрлөрәк булғандыр. Был Закир ағай ҙа “быныһы аңлашылып бөтмәне” тиһәк, “ярар, уныһы һеҙгә кәрәкмәй ул”, ти торғайны. “Быны Шакиров ағай шулай аңлатты”, тиһәң, “ул белеп бөтмәй ул” тип яуаплай ине. Закир Шакиров ағай ҙа “Айыу­ханов ағай шулай тигәйне”, тип әйтһәк, “ул белеп бөтмәй ул”, тип нығытып ҡуйыр ине. Ғәрәп теленә таяныс – иҫке төрки телен өйрәнеү булды. Был предметты сабыр холоҡло, ябай, алсаҡ Абдулла Баязитов ағай уҡытты. Матур уҡытҡан. Һәр хәлдә практик файҙаһы булды. Комсомолда эшләгән осорҙа Башҡортостан комсомолы ойошто­ролоуҙың аныҡ датаһын асыҡлау зарурлығы тыуғайны. Мине, хәреф танығас, Мәскәү, Ленинград китапханаларына ебәрҙеләр. Эҙләнем, таптым. 18 октябрь булып сыҡты.
Тормошто өйрәнәбеҙ, зауығы­быҙ­ҙы үҫтерергә, күңелде байы­тырға, сәнғәтте аңларға тырыша­быҙ, уларҙың эмоциональ көсөн, тамашасыға еткерергә теләгән идеяһын тоябыҙ, ҡабул итәбеҙ, фәһем алабыҙ. Хәтеремдә, сәхнәлә драматург Фәтхи Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” спектакле. Беренсе Бөтә донъя һуғышы осоро. Ир-атты һуғышҡа оҙаталар. Әсәләр, ҡатын­дар, һөйгән йәрҙәр, йәш ҡыҙҙар. Илашыу, күҙ йәштәре, һуҙылған ҡулдар, сеңләүҙәр, гармун тауыштары, ҡатып ҡалыуҙар, һуштан яҙып йығылыуҙар, үҙәк өҙгөс тауыштар, ялбарыу­ҙар... Кучерҙар­ҙың аттарға “На-а, малҡай”, тип әйтеүҙәре бындағыларҙы әллә ваҡытлыса, әллә мәңгегә айыра. Был күренештәрҙе алҡымыма йәштәр тығылған хәлдә тын да алмай ҡарап ултырғанда, мейемде телеп, йөрәгемде ярып уй үтте – “минең әнейем дә шулай оҙат­ҡандыр инде әтейемде”. Һәм шул мәлдә генә мин “тол ҡалыу” тигән төшөнсәне тулы мәғәнәһендә аңла­ным, буғай. Аңланым, тетрән­дем. Тол ҡалыу – яңғыҙың бала­ларҙы аяҡҡа баҫты­рыу, ғаиләне ҡарау, ғөмүмән, материаль донъяны көтөү генә түгел ул. Ул – бөтә инсандарға ла тейеш, тәғәйен наҙ­ҙан, һөйөү-һөйөлөүҙән, нурлы күҙ ҡараштарынан, һөйкөмлө йылма­йышыуҙарҙан, ымһындыр­ғыс ишара-хәрәкәттәрҙән, йөрәк аҫтында яралған тере йәндең йөрәге тибә башлауын тойоу бәхетенән, кешелеккә яңы бер ғүмер бүләк итеүҙән мәхрүм булыу тигән һүҙ ҙә.
Ә минең әнейем тик 29 йәштә генә тол ҡалған... Шиғыр “һис күрмәһәм ине яңынан” тип тамамлана. Шулай, күрмәһәк ине, күрмәһәк ине лә бит... I семестрҙы ла, II-не лә матур тамамланым. “Өслөм” юҡ. Ҡышҡы каникулға ҡайтҡанда әнейем, “Тәлғәт, бына ҡаршыла ғына ер алдыҡ, Аллаһ бирһә, үҙебеҙгә өй һаласаҡбыҙ. Мин делянка алып ҡуйырмын да йәй буратырбыҙ”, – тине.
Йәйге каникулға ҡайтыуыма делянка алынған, ауылдан 35 саҡрым самаһы алыҫлыҡта, тауҙа. Әнейем әйтә, хәҙер өс-дүрт кеше яллайбыҙ ҙа, һин улар менән урманға китә­һең, ти. Аптырап, мин нисек итеп үҙем белмәгән эште ойошторайым, нисек итеп уларҙы тыңлатып, эште тиҙ ҙә, сифатлы ла эшләтә алайым тигәс, “һиңә бит тиҙҙән 18 тула, эшләтерһең. Абыйың эшенән китә алмай, һин бараһың”, тип, ике­лә­неүемде күрмәй ҙә һүҙҙе туҡтатты. Июль айы, бесән өҫтө, кеше табыуы ҡыйын. Улай ҙа өс кеше ризалашты, икәүһе төшөрөргә ныҡ ярата, өсөнсөһө – сама белеп. Урманға оҙатҡанда әнейем хатта борсолоңҡорап ҡалды. “Ай, балам, командаң бик ышаныслы булманы, ахырыһы”. Көн буйы юлда булып эңерлөтө барып еттек, киске ашҡа ултырҙыҡ. Ағайҙарҙың кәйеф күтәренке, йылмайышып “йә, сығар яртыңды”, тиҙәр. Сығарҙым. Тәмләп, ләззәт­ләнеп шешәне бушаттылар ҙа, тағы килтер, тиҙәр. “Бүтән юҡ, бөттө”, тинем. “Нисек бөттө, нисә көн эшләргә тейешбеҙ, бер генә ярты алып килдеңме ни?” тип өтөп алып баралар. “Бар ул, тик бүтән көндәр өсөн. Ә бөгөнгә – бөттө”. Көр­һөндөләр, уфтандылар. Минең ҡаты торғанды күргәс, әнейемдең абруйы ла иҫтәренә төшөптөр, ныҡышманылар. Бер аҙна эсендә эште бөтөрҙөк. Мин бик ҡәнәғәт инем. Һынауҙы яҡшы үттем тип ҡыуандым. Ни тиһәң дә, өй бурау бит ул. Был урында бер ҡарыһүҙ иҫкә төштө. Бер мосафир донъя гиҙгәндә бер төркөм таш ташыусы кешеләргә осраған, ти. “Нимә эшләйһегеҙ?” тигән һорауға тәүгеһе “Күрмәй­һеңме ни, таш ташыйбыҙ” тигән, икенсеһе “тамаҡ ҡайғыртабыҙ”, тип яуапла­ған, өсөнсөһө тирен һөртә-һөртә “өй төҙөй­бөҙ, өй”, тип йылмайған ти. Ана шул өй төҙөүсе кәйефе менән ҡайттым мин ул көндә. Һәм тормошомда һәр эште ошондай кәйеф менән башҡарырға тырыштым. Замандаштарым әйтеүенсә, минең шулай килеп сыҡты ла.


(Дауамы бар).
Читайте нас