* “Телевидение” һүҙе грекса “теле” – алыҫ һәм “визио” – “күреү, күренеү” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Тәүге тапҡыр 1900 йылдың август аҙағында Константин Перский исемле рус ғалимы ауыҙынан француз телендә яңғырай. Был саҡта Парижда VI Халыҡ-ара электротехник конгресс барған була.
Инглиз телендә иһә был һүҙ 1907 йылда тәүге тапҡыр әйтелә. Рәсәйҙә был һүҙ тотонолмай. Советтар Союзында ғына 1930 йылдар уртаһында “электровидение”, “дальновидение”, “радиотелескопия”, “электрик телескопия”, “телевизирование” һүҙҙәре урынына ҡулланыла башлай.
* Телевидение “атаһы”ның исеме – Фило Тэйлор Фарнсуорт. Үҙе “телевидение эраһы”ның башында торһа ла, ни ғәжәп, балаларына киске программаларҙы ҡарарға рөхсәт итмәй.
* “Зәңгәр экрандар” тип һөйләгәнгә берәү ҙә аптырамай. Ә ниңә зәңгәр һуң ул, ҡайҙан килеп сыҡҡан был һүҙ? Баҡһаң, электрон-нур көпшәләре ярҙамында эшләгән тәүге телевизорҙарҙы тоҡандырғанда, телевышканан сигналдар килеп етеп, һүрәте күренә башлағансы экран зәңгәр төҫ алып торған. Телевизорҙар аҡлы-ҡаралы ғына булһа ла, был асыҡ күренгән.
* Русса “мыльная опера” тигәнде бөтәбеҙ ҙә ишетеп белә, хатта йәнде көйҙөргән кино йораттарына, тапшырыуҙарға ҡарата үҙебеҙ ҙә әйтеп ебәрәбеҙ. Ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң был һүҙбәйләнеш? Телевидение булмағанда әле, сериалдарҙы, баҡтиһәң, радиотапшырыуҙар аша тыңларға мөмкин булған. Уларҙы башлыса хужабикәләр тыңлаған. Ә тәнәфес ваҡытында кер порошогы, һабын, шампунь, теш таҙарта торған сараларҙы рекламалар булғандар. Тап шул саҡта килеп сыҡҡан да инде был төшөнсә.
* Беренсе реклама ролигын телевизор аша 1941 йылда күрһәткәндәр. Заказсы бының өсөн 9 доллар ғына аҡса түләгән!
* Төҫлө телевизор уйлап табылғансы, аҡлы-ҡаралы телетапшырыуҙарҙа күп нәмәгә яраҡлашырға тура килгән. Мәҫәлән, футболсыларҙың формалары контраст төҫтәрҙә тегелергә тейеш булған. Юҡһа, телевизор ҡараусылар ике команданың уйынсыларын айыра алмаҫ ине. Төҫлө телевидение башланыу осорон билдәләп, ВВС (Би-Би-Си) каналы бильярд уйынын тапшырған. Унда йәшел фонда төрлө төҫтәге шарҙар күренеп торған була.
* Тағы бер иҫ киткес ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: аҡлы-ҡаралы телевидение осоронда яңылыҡтарҙы уҡыған дикторҙарҙың ирендәренә... йәшел ирен буяғысы һөрткәндәр. Был төҫ экран аша сағыуыраҡ булып күренгән икән.
* “Wendy’s” тигән тиҙ туҡланыу селтәрҙәре хужаһы Дэйв Томас үҙенең компанияһы тураһындағы 800 роликта төшкән! Был тарихта бер үк компанияның иң күп рекламаһы булып тороп ҡалған.
* Телесериалдарҙың, кемдәрҙеңдер тормошо тураһында һөйләүҙән тыш, тиҫкәре яғы ла бар икән. Мәҫәлән, енәйәтселәр улар аша полиция эшенең үҙенсәлектәрен, енәйәтте тикшереү алымдарын белеп торған...
* Бөйөк Британияла йәшәүселәр ВВС каналын ҡарағыһы килһә, 150 фунт аҡса түләргә тейеш. Уның ҡарауы, бер ниндәй рекламаһыҙ.
* Өйҙәргә “зәңгәр экрандар” килеп инеүе ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл менән башланып китә. Бер телеканал тараҡанды тәбиғи ҙурлығында күрһәтә һәм... ике телевизор ҡараусы быны ысын тип уйлай ҙа уны үлтерергә тип киҙәнеп, телевизорҙың экранын яра һуға. Ҡаза күргән граждандар телекомпанияны судҡа биреп, унда еңеп сыға.
* 1980 йылда телевидение тәүлек әйләнәһенә эшләй башлай. СNN каналы бында беренсе була. Ошо уҡ канал тәүгеләрҙән булып хәл-ваҡиғалар урынынан тура репортаждар ойоштора башлай, бында инде телевизор ҡараусылар үҙҙәрен ысынында ваҡиғалар уртаһында йөрөгән кеүек тоя.
* Телевидение тарихындағы иң оҙон сериал 16 мең тиерлек сериянан тора. Уны бер нисә быуын тамашасыһы ҡарай. Элекке Советтар Союзы биләмәһендә барған иң дауамлы сериалдың исеме лә күптәргә таныштыр. Эйе, ул – “Санта-Барбара”.
* Иң оҙон мультфильм – “Симпсондар”. Өлкәнерәк тамашасыларға тәғәйенләнгән был йәнһүрәт әлеге мәлгә 654 сериянан тора. Һәм, яңынан-яңылары сығып торғанға күрә, был һан аҙаҡҡыһы түгелдер, тигән уй тыуа. Йәнһүрәттең беренсе серияһы иһә 1989 йылдың 17 декабрендә экрандарға сыҡҡан була.
* Америка фильмдарында полицейскийҙар, әйтерһең, көн һайын айырыуса хәүефле енәйәтселәрҙе эҙәрлекләй, бер туҡтауһыҙ ата... Ысынында иһә был хәл, әлбиттә, улай йыш ҡабатланмай. Бер полицейский уртаса сирек быуатҡа бер генә тапҡыр утлы ҡоралын ҡуллана, тип иҫәпләп сығарған белгестәр.
* Медиктар телевидениеға бәйле тағы бер ифрат ҡыҙыҡлы күҙәтеү эшләгән. Улар әйткәнсә, аҡлы-ҡаралы экрандар заманында кешеләр төштәрҙе лә башлыса шундай уҡ төҫтәрҙә күргән. Төҫлө телевизорҙар заманы еткәс, төҫлө төштәр һаны ла ҡырҡа артҡан, имеш.
* Хәҙерге технологиялар заманында кешеләрҙең яҡынса 25 проценты тапшырыуҙарҙы гаджеттар аша ҡарай. Мобиль селтәрҙәр үҫешкән һайын, был һан арта барыр, тип фаразлана.
Беҙҙең илгә ҡағылған дәлилдәр
u Мәскәүҙә 1931 йылда тәүге телевизион тапшырыуҙарҙы сығарырға ынтылалар. Телевизорҙар булмай әле. Уның ҡарауы, зирәктәр үҙ ҡулдары менән өс тиҫтәгә яҡын аппарат эшләүгә өлгәшә.
u СССР-ҙа реклама тип аталырға мөмкин булған роликты 1964 йылда беренсе тапҡыр күрһәтәләр. Әммә ул хәҙергеләр кеүек тауар-хеҙмәттәр һ.б. хаҡында түгел, ә кукуруздың файҙаһы тураһындағы социаль ролик була.
u Гәзит уҡыусыларҙың күбеһе иҫләйҙер әле: Яңы 1992 йыл менән ил халҡын телевизор экрандарынан Михаил Задорнов ҡотлай. Ни өсөн тигәндә, элекке бөйөк ил – СССР инде тарҡалған, уның етәксеһе Михаил Горбачев дәүләт башлығы статусын юғалтҡан, ә яңы Президент үҙ вәкәләттәренә инмәгән була әле. Ошондай мәлдә элекке Советтар илендә йәшәгән кешеләрҙе ҡотлауһыҙ ҡалдырыу бер тәртәгә лә һыймаҫ, үтә лә сәйер булыр ине. Ә М. Задорновты бар ил халҡы яратып ҡараған “Голубой огонек”ты алып барырға тип саҡыралар. Шунда инде күптән ҙур билдәлелек яулаған сатирикка ғәм халыҡты етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлау ышанып тапшырыла ла.
u Советтар Союзында, унан инде Рәсәйҙә иң оҙаҡ “йәшәгән” телетапшырыу – “Сәйәхәтселәр клубы”. Ул 1960 йылдың 18 мартынан эфирға сыға башлай. 1973 йылдан алып тапшырыуҙы табип һәм сәйәхәтсе Юрий Сенкевич алып бара. Проект 2003 йылда, 30 йыл буйы алмаштырғыһыҙ эшләгән Ю. Сенкевич вафат булғас, ябыла.
u Останкин телебашняһы проектын Николай Никитин бер көн эсендә уйлап таба. Башняның бейеклеге 540,1 метр, оҙаҡ ваҡыт буйына ул донъялағы иң ҙур башня булып һанала.