Борондан халҡыбыҙ үҙ кәсебе менән көн иткән: иген сәскән, мал тотҡан, ағас эше менән шөғөлләнгән, ҡыҫҡаһы, йәшәү өсөн кәрәк булғандың бөтәһен дә үҙе етештергән. Һәр береһе һәләтенә ҡарап эш иткән, һәр кемгә ата-бабаһынан күскән оҫталыҡ йәшәү сығанағы биргән.
Совет Хөкүмәте тарҡатылып, колхоз һәм совхоздар бөтөрөлгәс, 70 йыл буйы дөйөм хужалыҡта йыйылған мөлкәтенән мәхрүм ителгән халыҡ урамда ҡалды. Тәүге осорҙа көтмәгәндә килеп тыуған афәт халыҡты шаңҡытты. Әммә ни эшләһен, һәр кем үҙ йүнен үҙе табып, яйлап яңынан аяҡҡа баҫты, тормошҡа яраҡлашты. Күбеһе аҡса эҙләп ситкә китте, бәғзеләре үҙ ерендә тырышып-тырмашып йәшәп ята. Баҙар шарттарында аҙым һайын аҡса кәрәк. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүҙе хуп күреп, кеше эшкә тотондо. Аҫраған малыңдан, сәскән еләк-емештән, йәшелсәнән, ҡош-ҡорттан аҡса эшләүҙе юлға һала башланылар.
Һуңғы йылдарҙа буҙа яһап, ҡымыҙ бешеп, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, ҡаҙы, ҡаҡлаған ҡаҙ кеүек милли ризыҡтар әҙерләп, баҙарға сығарыу йышайҙы. Афарин!
Бына әле “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 68-се һанында ҡорот ҡайнатыусылар Нәсимә Вахитова менән Йәмилә ханымдың ҡорот эшләү серҙәре тураһындағы мәҡәләне уҡып, ҡайһы бер төҙәтмәләремде әйтергә булдым.
Эйе, ҡорот әҙерләү өсөн, ҡатыҡты ҙур һауытта йыйып, оҙаҡ ҡына әсетәһең, ул эркет тип атала. Бызырҙап әсеп сыҡҡас, эркетте ҡаҙанда әкрен генә янған усаҡта болғатып ҡайнатаһың. Бына шунан һуң ғына эркет ҡоротҡа әйләнә. Әсе ҡорот кәрәк икән, эркетте оҙағыраҡ әсетәһең, сөсөһө өсөн бик ныҡ әсетмәйһең.
Ҡоротто ыҫлау ысулы ла бар, ләкин уны һурпаға һалып булмай, былай ашауға тәмле. Ҡоротто һурпаға һалып эсеү ашҡаҙанға шифалы, ул фестал дарыуына тиң. Ҡайнап сыҡҡан эркет ҡорот була. Уны ике көн һыуытҡандан һуң, һыуын һарҡытып, моҡсайға һалып, элеп ҡуяһың. Тамам һыуы ағып бөткәс, тоҙлап баҫаһың, йомғаҡлап ылашҡа киптерергә ҡуяһың. Ылаш – ул ҡоротто киптереү өсөн тауыҡ ояһы кеүек итеп үреп эшләнгән ишекле махсус урын. Уны дүрт бағанаға ултыртып ҡуялар. Ҡорот кипкәнсә шунда тора. Кипкән йомғаҡлы ҡорот күпме торһа ла боҙолмай.
Ыҫлау өсөн, ысынлап та, ерек ағасы ҡулланыла. Әммә серек ерек түгел, ә ҡартайып муртланған, үҙ тәме, еҫе менән кипкән еректең йыуан урынын ҡулланалар. Ул сөрөк тип атала. Шул сөрөк төтөнөндә ыҫлайҙар. Серек ағастан – насар, ә сөрөктән тәмле еҫ сыға, ул ҡоротҡа үҙенә бер тәм бирә. Ашарға тәмле була.
Бына шулай минең бәләкәй генә төҙәтмәләрем. Ҡорот ҡайнатырға теләгән йәштәр был төҙәтмәләргә иғтибар итер, тип ышанам. Ҡоротоғоҙ тәмле булһын!